Александр Невский

Александр Ярославович Невский (13 май 1221[6]14 ноябрь 1263) — Новгород кенәзе (1236—1240, 1241—1252 һәм 1257—1259), Алтын Урҙаға буйһонған бөйөк Киев кенәзе (1249—1263), бөйөк Владимир кенәзе (1252—1263). Урыҫ ғәскәре башлығы. Алтын Урҙа менән хеҙмәттәшлекте яҡлаған кенәз. Бөйөк кенәз Ярослав Всеволод улының икенсе улы.

Александр Невский
Герб
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ Киев Русе
Бөйөк Владимир кенәзлеге
Титул Великие князья киевские[d] һәм Новгородские князья[d]
Тыуған көнө 13 май 1220
Тыуған урыны Переславль-Залесский[d], Бөйөк Владимир кенәзлеге
Вафат булған көнө 14 ноябрь 1263 (43 йәш)
Вафат булған урыны Городец[d], Бөйөк Владимир кенәзлеге
Үлем сәбәбе пневмония
Ерләнгән урыны Александр Невский лавраһы
Атаһы Ярослав Всеволодович[d]
Әсәһе Феодосия Мстиславовна[d]
Бер туғандары Андрей Ярославич[d][3][4], Ярослав Ярославич[d], Василий Ярославич[d] һәм Михаил Ярославич Хоробрит[d]
Хәләл ефете Александра Брячиславна[d][5]
Балалары Дмитрий Александрович[d], Андрей Александрович[d], Даниил Александрович[d], Василий Александрович (князь новгородский)[d] һәм Евдокия Александровна[d]
Нәҫеле Рюриковичтар һәм Юрьевичи[d]
Һөнәр төрө хаким, полководец
Биләгән вазифаһы великий князь Киевский[d], великий князь Новгородский[d], великий князь Новгородский[d], великий князь Новгородский[d], великий князь Новгородский[d] һәм князь Переяславский[d]
Статус канонизации святой[d] һәм благоверный[d]
Праздник святого 23 ноябрь
Телгә алынған хеҙмәттәр Александр Невский[d]
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
 Александр Невский Викимилектә

1228 йылда — бер туған ағаһы Федор менән Новгород ҡалаһына ҡуйылған булғандар, ләкин Новгородта сыуалыштар башланғас, ҡаланан киткәндәр.

Киев Русе тарҡалыу осоронда һәм төрлө һөжүмдәр ваҡытында Александр Невский алдан күреүсәнлеген күрһәткән, көслө күрше Алтын Урҙа ғәскәре менән хеҙмәттәшлекте яҡлаған, ә башҡа динле, православ дине урынына католик динен индерергә теләүсе рыцарь-тәре йөрөтөүселәргә ҡаршы һуғышҡан, шулай итеп урыҫ рухи бойондороҡһоҙлоғон һаҡлаған. Шуның өсөн 1547 йылда Урыҫ православ сиркәүендә Изге булып танылған.

Александр Невский урыҫ кенәзе 1240 йылда Алтын Урҙа менән хеҙмәттәшлекте һайлаған, Бөйөк ханға буйһонған һәм яһаҡ түләргә ризалашҡан. Алтын Урҙаға ҡаршы көрәш урынына немец тәреселәренә ҡаршы көрәш башлаған.

1248 йылда Алтын Урда Александрға бөйөк кенәзлек ярлығын биргән, шулай итеп татар ханы атаһы урынына Александрҙы бөйөк Киев кенәзе итеп билдәләгән. Ләкин Киев емерелгәндән һуң ярлыҡ үҙ көсөн юғалтҡан һәм Александр Новгород ҡалаһына күскән.

Бер нисә тапҡыр Алтын Урҙа башҡалаһына барған. 1259 йылда Александр Новгород ҡалаһын Алтын Урҙаға яһаҡ түләргә мәжбүр иткән.

XII быуатта Новгород ерҙәре тәре йөрөтөүселәр һәм шведтар менән бер нисә ҡораллы низағта ҡатнашҡан.

1240 йылда Александр Нева йылғаһында һуғышта швед ғәскәрен еңә, еңеүҙән һуң Невский (Невалы) тип йөрөтөлә башлай.

1242 йылда Чудь күлендә Боҙ өҫтө һуғышы тевтон рыцарҙарын тар-мар итә. 1242 йылдың 18 апрелендә (5) Александр Невский етәкселек иткән Новгород һәм Владимир көстәре һәм Ливон ордены ғәскәре (шул иҫәптән 1237 йылдан Ҡылыс Йөрөтөүселәр Ордены менән) араһында Чудь күлендә «Боҙ һуғышы» тигән оло һуғыш булған. Һуғышта Новгород еңгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://biografiasampo.fi/henkilo/p361
  2. Kansallisbiografia (фин.) / под ред. M. KlingeSuomalaisen Kirjallisuuden Seura, Suomen Historiallinen Seura. — ISSN 1799-4349
  3. А. А. Кр. Андрей Ярославичъ (урыҫ) // Энциклопедический лексиконСПб.: 1835. — Т. 2. — С. 282—283.
  4. Андрей Ярославич (урыҫ) // Энциклопедический словарь / под ред. И. Е. АндреевскийСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1890. — Т. Iа. — С. 763.
  5. Александра Брячиславна (урыҫ) // Русский биографический словарь.СПб.: Русское историческое общество, 1896. — Т. 1. — С. 114.
  6. Кучкин В. А. О дате рождения Александра Невского // Вопросы истории. 1986. № 2. С. 174—176.
  • Бегунов Ю. Т. Александр Невский. — М.: Яуза-Эксмо, 2009. — 336 б. — Серия «Главное имя России».
  • Пашуто В. Т. Александр Невский / Художник Н. Усачев; На фронтиспис Александр Невский работы П. Д. Курина. — М.: Молодая гвардия, 1974. — 160, [50] с. — (Жизнь замечательных людей. Серия биографии. Вып. 10 (542)). — 100 000 экз. (в пер.)
  • Карпов А. Ю. Великий князь Александр Невский / Карпов Алексей. — М.: Молодая гвардия, 2010. — 336, [16] с. — (Жизнь замечательных людей: Малая серия. Серия биографии. Вып. 5). — 5 000 экз. — ISBN 978-5-235-03312-2 (в пер.)
  • Хитров М. Святой благоверный великий князь Александр Ярославович Невский. Подробное жизнеописание. — Минск: Панорама, 1991. — 288 с. — Трепетное изд.
  • Клепинин Н. А. Святой благоверный и великий князь Александр Невский. — СПб.: Алтей, 2004. — 288 с. — (Славянская библиотека. Bibliotheca slavica). — 1 000 экз. — ISBN 5-89329-677-X (в пер.)
  • Князь Александр Невский и его эпоха: Исследования и материалы / Под ред. Ю. Т. Бегунова и А. Н. Кирпичников. — СПб.: Дмитрий Буланкин, 1995. — 214 с. — 3 000 экз. — ISBN 5-86007-037-3 (в пер., супер.)