Римский-Корсаков Николай Андреевич

Николай Андреевич Римский-Корсаков (6 (18 март) 1844 йыл — 8 (21) июнь 1908 йыл) — урыҫ композиторы, педагог, дирижер, йәмәғәт эшмәкәре, музыка тәнҡитсеһе; «Могучая кучка» ҡатнашыусыһы. Уның әҫәрҙәре араһында — 15 опера, өс симфония, симфоник әҫәрҙәр, инструменталь концерттар, кантаталар, камера-инструменталь, вокаль һәм тынлы музыка бар.

Римский-Корсаков Николай Андреевич
рус. Николай Андреевич Римский-Корсаков
рус. Николай Андреевичъ Римскій-Корсаковъ
Рәсем
Заты ир-ат[1][2][3]
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 6 (18) март 1844[4][3][5]
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Новгород губернаһы[d], Тихвин[d][4][6][…]
Вафат булған көнө 21 июнь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[3] (64 йәш)
Вафат булған урыны РСФСР, Псков өлкәһе, Плюсский район[d], Запольская волость[d], Любенск[d][7][6]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Тихвинское кладбище[d]
Бер туғандары Римский-Корсаков, Воин Андреевич[d]
Хәләл ефете Надежда Николаевна Римская-Корсакова[d]
Балалары Андрей Николаевич Римский-Корсаков[d] һәм Римский-Корсаков, Михаил Николаевич[d]
Нәҫеле Римские-Корсаковы[d]
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө композитор, дирижёр, музыка белгесе, автобиограф, музыка педагогы, теоретик музыки, Уҡытыусы, университет уҡытыусыһы, хәрби хеҙмәткәр
Эш биреүсе Санкт-Петербург консерваторияһы[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Бөйөк бишәү[d]
Уҡыу йорто Диңгеҙ кадет корпусы[d]
Уҡыусылар Стравинский Игорь Фёдорович, Антон Степанович Аренский[d], Фёдор Степанович Акименко[d], Александр Тихонович Гречанинов[d][8][5], Пётр Петрович Евстафьев[d][9][10], Вейсберг, Юлия Лазаревна[d][11] һәм Александр Константинович Глазунов[d]
Кемдә уҡыған Балакирев Милий Алексеевич
Ҡултамға
Жанр Опера, Симфония һәм классик музыка
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Nikolai Rimsky-Korsakov
Commons-logo.svg Римский-Корсаков Николай Андреевич Викимилектә

БиографияһыҮҙгәртергә

Николай Андреевич Римский-Корсаков 1844 йылда Новгород губернаһының Тихвин ҡалаһында үҙҙәренең флотта хеҙмәт итеү традицияһы менән билдәле дворян Римский-Корсаковтар ғаиләһендә тыуа. Ғаилә йорто Тихвинка йылғаһы ярында, Богородица Успение монастыры ҡаршыһында була. Композиторҙың атаһы, Андрей Петрович Римский-Корсаков (1784—1862), күпмелер ваҡыт Новгород вице-губернаторы булып хеҙмәт итә, ә һуңынан — Волынск граждан губернаторы; әсәһе, Софья Васильевна, крепостной крәҫтиән һәм бай алпауыт Василий Федорович Скарятиндың (Я. Ф. Скарятиндың бер туғаны) ҡыҙы була. Композитор әсәһе тураһында түбәндәгесә хәтерләй: «Ул ваҡыттағы төшөнсәләр буйынса яҡшы тәрбиә ала. Француз телен яҡшы белә, роялдә уйнай, Александр заманында бай ғаиләләге ҡатын-ҡыҙ белергә тейешле бөтөн нәмәне белә»[12]. Буласаҡ композиторға өлкән ағаһы Воин Андреевич, диңгеҙ офицеры һәм буласаҡ контр-адмирал, көслө йоғонто яһай.

6 йәшендә Римский-Корсаков өйҙә уҡый башлай, шул иҫәптән фортепианола уйнарға өйрәнә, әммә китаптарға ҡарағанда музыка әҙерәк тәьҫир итә: һуңғыһынан уға күберәк сиркәү музыкаһы, шулай уҡ рус халыҡ йырҙары оҡшай. 11 йәшендә беренсе музыкаль әҫәрҙәрен яҙа башлай[13].

1856 йылда сәйәхәт тураһында хыялланған Николайҙы атаһы Диңгеҙ кадет корпусына бирә. 1858 йылда буласаҡ композитор музыка менән ысынелап мауыға башлай: ул Россини, Доницетти, фон Вебер опералары менән таныша, әммә бигерәк тә уны Джакомо Мейерберҙың «Роберт-Дьявол» һәм Михаил Иванович Глинканың — «Жизнь за царя», «Руслан һәм Людмила» әҫәрҙәре һоҡландыра. Һуңынан Бетховен («Пасторальная симфония»), Моцарт һәм Мендельсон музыкаһына ҡыҙыҡһыныуы арта. «Мин 16 йәшлек музыка яратҡан һәм уйнаған бала», — тип хәтерләй ул һуңынан. Етди музыкаль белем алырға кәрәклеген тойоп, Николай 1859 йылдың көҙөнән пианист Николай А. ф. Канилленан дәрестәр ала башлай[14].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. VIAF — 2012.
  2. Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118601067 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  4. 4,0 4,1 Rimsky-Korsakov, Nicolas Andreievich // Encyklopedie Britannica — 11 — NYC: 1911. — Vol. 23. — P. 348.
  5. 5,0 5,1 5,2 Э. Римский-Корсаков // Музыкальный словарь: Перевод с 5-го немецкого издания / под ред. Ю. Д. ЭнгельМ.: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1901. — Т. 3. — С. 1112–1115.
  6. 6,0 6,1 Римский-Корсаков Николай Андреевич // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  7. Bell A. Encyclopædia BritannicaEncyclopædia Britannica, Inc., 1768. — Т. 22.
  8. Г. Риман Гречаниновъ // Музыкальный словарь: Перевод с 5-го немецкого издания / под ред. Ю. Д. ЭнгельМ.: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1901. — Т. 1. — С. 398.
  9. Г. Риман Евстафьев // Музыкальный словарь: Перевод с 5-го немецкого издания / под ред. Ю. Д. ЭнгельМ.: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1901. — Т. 3. — С. 1513.
  10. Евстафьев, Петр Петрович // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1905. — Т. доп. Iа. — С. 723.
  11. Taruskin R. https://books.google.fr/books?id=IpYkDQAAQBAJ&printsec=frontcover&dq=Stravinsky+and+the+Russian+Traditions:+A+Biography+of+the+Works+Through&hl=fr&sa=X&ved=0ahUKEwjdouTm4bLlAhX56eAKHbC4BgcQ6AEIKzAA#v=onepage&q=Stravinsky%20and%20the%20Russian%20Traditions%3A%20A%20Biography%20of%20the%20Works%20Through&f=falseUC Press, 1996. — Vol. 2. — P. 1121. — ISBN 0-520-07099-2
  12. Римский-Корсаков Н. А Из семейной переписки — СПб: Композитор, 2008. — Б. 8. — 248 б.
  13. Летопись моей музыкальной жизни, 1926, с. 28—30
  14. Летопись моей музыкальной жизни, 1926, с. 34

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә