Тереғолов
Тереғолов — фамилия.
- Тереғолов Айрат Рәүеф улы (1957 т.) — башҡорт рәссамы, график. Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) атҡаҙанған рәссамы.
- Тереғолов Ғиниәтулла Ниғмәтулла улы (1891—1984) — совет терапевт-табибы, ғалим-курортолог, юғары мәктәп ойоштороусыһы һәм уҡытыусыһы, педагог. Медицина фәндәре докторы (1940), профессор (1941). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945), РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1957), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1944).
- Тереғолов Усман Ниғмәтулла улы (1896—1943) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт армияһы поручигы, Башҡорт хәрби шураһы ағзаһы, полк командиры.
- Тереғолов Хәлил Ниғмәтулла улы (1890—1937) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт армияһы поручигы, Башҡорт хәрби шураһының бүлек мөдире.
- Тереғолов Шамил Әхмәт улы (1947—2008) — балет артисы һәм педагог. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1997) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1985).
- Тереғолов Әбүбәкер Батыргәрәй улы (1885—1966) — табип һәм педагог, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре, медицина профессоры.
- Тереғолов Әхмәтйән Хөсәйен улы (1896—1977) — хәрби эшмәкәр. Башҡортостан АССР-ының хәрби комиссары (1922—1923). Полковник.
- Тереғолов Рал Ғиниәтулла улы (28 февраль 1922 йыл — 11 сентябрь 1998 йыл) — патофизиолог, медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1970). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Почётлы академигы (1995), Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |