Таңғатар (Таңатар) — бронғо башҡорт ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Таңғатар (Таңатар) — «таң» һәм «ата» төп башҡорт һүҙҙәрен ҡушыу юлы менән яһалған ир-ат исеме. Таң атҡанда тыуғанды аңлата[1].

Фамилияларҙа

үҙгәртергә

Таңғатаров Әхнәф Йыһангир улы (1892 йыл — ?) — яҙыусы. Өфөләге «Ғосмания», Ырымбурҙағы «Хөсәйениә» мәҙрәсәләрендә уҡый. Артабан үҙ аллы уҡып, уҡытыусы була. Үзбәкстанда ике йыл эшләгәндән һуң, кире Башҡортостанға ҡайтып, Ҡаңны-Төркәй ауылындағы земство мәктәбендә рус теле уҡытыусыһы булып эшләй.

Таңатаров Марат Әхсән улы (26 декабрь 1937 йыл — 17 март 1997 йыл) — инженер‑технолог. Техник фәндәр докторы (1977), профессор (1980). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1988), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1983), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1977).

Досымжан Ҡарлыҡ улы Таңатаров (6 май 1975 йыл) — Ҡаҙағстандың эстрада йырсыһы. Ҡаҙағстандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (2009). Ҡаҙағстан республикаһы президенты оркестры солисы (2000 йыл). «Дарын» йәштәр дәүләт премияһы лауреаты .

Топонимдарҙа

үҙгәртергә

Таңатар (Хәйбулла районы) (рус. Танатар) — Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районындағы ауыл.

Таңатар (Борай районы) Башҡортостандың Борай районындағы ауыл.

Таңатар ауыл Советы (Борай районы)Башҡортостандың Борай районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ