Татлы (Белорет районы)
Татлы ауылы (Илмәш, Татлы ҡасабаһы, Белорет-15) — хәҙерге Белорет районы биләмәһендә XVIII быуат урталарында барлыҡҡа килгән тораҡ пункт. Хәҙер Межгорье ҡалаһы составындағы ҡасаба.
Урынлашыуы
үҙгәртергәТатлы, Көньяҡ-Көнбайыш Межгорьеның өлөшө булараҡ, Өфөнән көньяҡ-көнсығышҡа табан туранан алғанда 230 км алыҫлыҡта һәм Белореттан шулай уҡ туранан алғанда 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ул Көньяҡ Урал ҡурсаулығына инә һәм Дүнәнһуйған тауы итәгендә урынлашҡан.Ҡалаға үтер өсөн пропуск кәрәк була.
Тарихы
үҙгәртергәАуылға нигеҙҙе Илмәш исемле кеше үҙенең нәҫел-нәсәбе менән һала. Халыҡ хәтерендә һаҡланыуынса, Белорет заводы өсөн ере тартып алынып, элекке урындарынан күсеп китергә мәжбүр булғандар. Улар Бағырашты йылғаһы буйына Ямантауҙан йыраҡ түгел төбәккә килеп урынлаша. Бағырашты йылғаһы мул булып бағыр балығы үрсегәнлектән шундай атама алған. Ауыл ошо ырыу башы исеме менән атала башлай.
1795 йылда ауылда 19 йорт-ихата булып, 66 ир-ат, 61 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән.
X ревизия (1859 йыл) 30 йорт-ихатала 219 кешене теркәгән. Был ваҡытта улар 150 ат, 100 һыйыр, 79 һарыҡ, 30 кәзә тотҡан. 1920 йылға һандар әллә ни үҙгәрмәгән: 233 кеше йәшәгән, 47 йорт-ихата булған [1].
Ауылдың икенсе исеме Илмәштең улы Татлы хөрмәтенә бирелгән. Ул 1750—1825 йылдарҙа йәшәгән. Илмәш ауылы тирәләй уның улдары яңы ауылдарға нигеҙ һалған. Шул рәүешле Бирҙеғол, Ғәҙелша, Әрепҡол ауылдары барлыҡҡа килгән. Уларҙы дөйөмләштереп, документтарҙа Верхнеуральск өйәҙе, Тамъян-Ҡатай кантоны Татлы йәмғиәте тип теркәгәндәр.
Совет власы осоронда Татлыла ауыл советы эшләп килә, ул элеккесә яҡын-тирәләге ауылдар өсөн үҙәк булып тороуын дауам итә.
1933 йылға тиклем ауыл халҡы йәйләүгә сыға торған булған. Көньяҡ Уралдың иң бейек түбәһе — Ямантау, бында климат бик ҡырыҫ, шуға күрә игенселек менән шөғөлләнә алмағандар. Ауыл халҡы мал, солоҡ ҡорто тотҡан, һунарсылыҡ, ағас эше менән шөғөлләнгән. Совет осоронда ла башлыса леспромхозда, урман хужалығында эшләгәндәр[2]
Бағырашты йылғаһы ул саҡта тулы һыулы булған һәм унда хатта ҡыуғынға төшә торған булғандар.
1926 йылда Белорет-Инйәр тар колеялы тимер юлы һалынғас, леспромхоз эшселәре күмер яндырып, Белорет заводына вагондар менән оҙата башлаған[3].
1990-сы йылдарҙа Илмәш һәм Көҙйылға ауылдары янында ябыҡ ҡала төҙөлә башлай. Татлы ҡасабаһына Белорет — 15 атамаһы бирелә, хәҙер инде Межгорье ҡалаһы составына инә.
1995 йылдың 8 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президентының Указы менән Межгорьеға ҡала статусы бирелә һәм Межгорье ҡалаһы ЯАББ ҡала округы барлыҡҡа килә.
Ауыл ҡала ситенә әүерелгән, әммә ҡәҙимгесә тормошо дауам итә. 2010-сы йылдарҙа ауыл халҡы үҙ көсө менән мәсет төҙөп, ауылға нигеҙ һалған ҡанбаба хөрмәтенә уны «Илмәш» тип атайҙар.
Тәбиғәте
үҙгәртергәАуыл Оло Инйәр менән Кесе Инйәр араһындағы майҙанда, икеһенән дә ярайһы алыҫлыҡта урынлашҡан. Уны тауҙар уратып алған. Көньяҡ Уралдағы иң бейек Ямантау (1639) ҡырыҫлығы үҫемлектәр донъяһына ла йоғонто яһаған, бында имән, саған кеүек йылыраҡ климатҡа мохтаж ағастар үҫә алмай, йүкә ваҡ булып үҫә. Тундра үҫемлектәре лә осрай, ағастар райондың Ямантауҙан йырағыраҡ ерҙә үҫкәндәренән нәҙегерәк һәм тәпәшерәк. Йәй тау климатына ярашлы — ҡыҫҡа, Ямантау башында ҡар иреп бөтмәгән йылдарҙа — һыуыҡ. Йәй башында һәм аҙағында ҡырауҙар йыш төшә. Йәй уртаһында ла булыуы ихтимал.
Йәнлектәр донъяһы бай.
Төйәктең ҡалҡыу ерҙә урынлашыуы арҡаһында яуым-төшөм йылы менән 700 мм-ға тиклем етә, уртаса йыллыҡ температура 0,5 °C-ҡа тиклем түбәнерәк була[4].
Ауыл уртаһынан Тоҡанбаш тигән саф һыулы йылға аға, уға Хәбер йылғаһы ҡоя.
Ауылдың күренекле кешеләре
үҙгәртергә- Абдрахманов Барый Абдрахман улы (28 декабрь 1916-1 апрель 1996) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1967—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары. СССР Юғары Советының алтынсы саҡырылыш депутаты, КПСС-тың ХХII съезы делегаты. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
- Абдрахманов Илдус Барый улы (2 ғинуар 1942 йыл) — ғалим, химик. Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы академигы, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы (25 сентябрь 1961 йыл) — музыкант, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).
- Әхмәтов Фәрит Ғәфәр улы (1 ғинуар 1940 — 17 ғинуар 2001), кадрҙағы хәрби хеҙмәткәр, хәрбиҙәр тормошо тураһында «Беҙҙең погондар» китабы һәм «Офицер яҙмалары» циклына ингән хикәйәләр авторы, хеҙмәте өсөн бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- История деревни Татлы [3] 2016 йыл 10 октябрь архивланған.
- Фарит Ахметов. Наши погоны. — Уфа, 2009. — 135 с.
- Межгорье ҡалаһы халҡын тәү сиратта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре борсой [4](недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ [1] 2016 йыл 10 октябрь архивланған.
- ↑ Фарит Ахметов. Наши погоны. — Уфа, 2009. — 135 с.
- ↑ Фарит Ахметов. Наши погоны. — Уфа, 2009. — 135 с.
- ↑ [2] 2018 йыл 1 май архивланған.