Бирҙеғол

Белорет районындағы ауыл, Башҡортостан

Бирҙеғол (рус. Бердагулово) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 240 кеше булған[2]. Почта индексы — 453560, ОКАТО коды — 80211820012.

Ауыл
Бирҙеғол
башҡ. Бирдагулово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Белорет

Ауыл советы

Инйәр

Координаталар

54°09′34″ с. ш. 57°46′59″ в. д.HGЯO

Халҡы

240[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453560

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 211 820 012

ОКТМО коды

80 611 420 181

Бирҙеғол (Рәсәй)
Бирҙеғол
Бирҙеғол
Бирҙеғол (Башҡортостан Республикаһы)
Бирҙеғол

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Халыҡ иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[1]
188274240
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (98 %)[4].

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 75 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Инйәр): 22 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Юша): 15 км[5]

1795 йылда V рәүиз ваҡытында Бирҙеғол ауылында 10 йортта 34 ир-ат һәм 22 ҡатын-ҡыҙ асыҡлана. ХlХ быуат уртаһында 27 йортта 214 кеше иҫәпләнә. 1920 йылда 49 йортта 264 кеше йәшәгән. Ауылға нигеҙ һалыусы Һөйәрғол Бирҙеғоловтың 1771—1836 йылдарҙа йәшәгән улы билдәле. Малсылыҡ — башҡорттарҙың төп шөғөлө. 10 майҙан алып 1 сентябргә тиклем Һары Байтал, Инйәр, Ҡуҙы Йылға, Кесе Инйәр йылғалары буйлап йәйләүҙә булғандар. 1834 йылда 167 кешенең 80 аты, 50 һыйыры, 100 һарығы, 60 кәзәһе булған. Уларҙың шулай 10 умартаһы, 12 солоғо теркәлгән[6].

1996 йылдың 1 ғинуарына тиклем бөтөрөлгән Татлы ауыл советына ҡараған.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ауыл атамаһы антропономик. Атамаһы шәхси башҡорт исеме Бирҙеғол исеме менән бәйле[7]. Ауылға нигеҙ һалыусы Илмәш старшина тоҡомо Бирҙеғол тип һанайҙар[8].

2016 йылда ауыл үҙенең 240 йыллығын билдәләй[9]. Ауылда бер нисә йыл «Ҡатай ырыуы йәштәре» байрамы үткәрелә. Был күркәм йолаға башланғысты Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев һала.

Хәҙерге осор

үҙгәртергә

1998 йылда ауылда «Шәһиҙә» мәсете төҙөлә. Мәсет төҙөтөүҙе ошо ауылда тыуып үҫкән Планета (Йыһаниә) Козлова юллап сыҡҡайны, ул ауылдаштарҙан аҡса йыйыу, мәсетте төҙөтөү эшендә әүҙем ҡатнашты. Хәҙер бында дини байрамдар, йома намаҙҙары, никахтар үткәрелеп тора[9].

2016 йылда ауыл үҙенең 240 йыллығын билдәләне[9]. Ауылда бер нисә йыл «Ҡатай ырыуы йәштәре» байрамы үткәрелә. Был күркәм йолаға башланғысты Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев һала.

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә
  Бөгөн 240 йорт һаналған, әллә ни ҙур булмаған ауылдан республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә билдәле шәхестәр сыҡҡан. Улар араһында уҡытыусылар ҙа, табиптар ҙа, юристар ҙа, иҡтисадсылар ҙа, төҙөүселәр ҙә, металлургтар ҙа, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә бихисап. Тәү сиратта ауыл халҡын иман юлына әйҙәгән дин әһелдәре: Биғастан Омор­ҙаҡов, Сәйетгәрәй Ғәлиастанов, Йомаҙил Яҡ­шыдәүләтов, Исмәғил Хажин, Сәлим­гәрәй Ғәлиастанов, Заһир Шәңгәрәев, Яҡуп Бирғәлин.

Фән кандидаттары: Вәкил Хажин, Планета Козлова, Рәнис Алтынбаев, Айбулат Хажин, Сулпан Сәлимова. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүселәр: Линар Ғәлиастанов, Ризат Оморҙаҡов, Азамат Килдин, Гөлнара Омор­ҙаҡова, Раушания Таһирова, Ғайсар Бирғәлин. Ә бына Булат Йомаҙилов оҙаҡ йылдар Баш­ҡортостан Адвокаттар колле­гияһы етәк­сеһе булып эшләй, республиканың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған юрисы. Сәнғәт юлын Рәмил Ғәйзуллин, Рәнис Алтынбаев, Вилмир Әбүбәкиров, Әмир Әбүбәкиров, Ринат Ғайсин, Ай­туған Ғәйзуллин, Шамил Ғәй­зуллин, Ихсан Ғәйзуллин, Аслан Алтынбаев, Радим Мулла­ғәләмов, Нурзиә Сабитова, Азамат Моратов, Руслан Фаршатов, Рәил Өмөтбаев һайлаған. «Рә­сәй­ҙең почетлы тимер юлсыһы» тигән маҡ­таулы исемгә Алтынбай Яҡшыдәүләтов, Сәлим­йән Шәң­гәрәев, Әҡсән Исрафилов лайыҡ була[9]

 

Урамдары

үҙгәртергә
  • Урман урамы (рус. Лесная улица)
  • Таулы урамы (рус. Нагорная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Үҙәк урамы (рус. Центральная улица)[10]

Ер-һыу атамалары

үҙгәртергә
  • Ҡыҙратау тауы[11]

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Видеояҙмаларҙа

үҙгәртергә
  • YouTube сайтында Видео Праздник Катайской молодежи в Бердагулово
  • YouTube сайтында Видео Затопило деревню Бердагулово
  • YouTube сайтында Видео Гиззатуллины (Белорецкий район, д. Бердагулово)

Матбуғатта

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 112. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 74. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  8. Ф. Ахметов. Наши погоны. — Уфа, «Китап», 2009. — 10 с.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 Ил-йортҡа ҡот биргән Бирҙеғол. «Башҡортостан» гәзите, 2016 йыл, 5 февраль 2016 йыл 9 август архивланған. (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2018)
  10. Госсправка сайтында урамдар исеме
  11. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
  12. Башҡорт энциклопедияһы — Хажин Вәкил Исмәғил улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2018)

Һылтанмалар

үҙгәртергә