Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы

Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы (25 сентябрь 1961 йыл) — музыкант. 1987 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрын ойоштороусы, 2001 йылдан — уның художество етәксеһе, артабан директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) артисы.

Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы
Тыуған

25 сентябрь 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (62 йәш)

Тыуған урыны

Татлы ауылы, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

музыкант

Хеҙмәттәшлек

Башҡорт филармонияһы

Наградалар
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы — музыкант, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, улдары менән. 2002 йыл

Биографияһы үҙгәртергә

Рәмил Ғәйзуллин 1961 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Татлы ауылында тыуған.

1996 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Ришат Рәхимов курсы), 2002 йылда — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын, 2010 йылда — Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлаған.

1987 йылдан бирле Башҡорт филармонияһында тәүҙә ҡурайсы булып, ә 2001 йылдан — художество етәксеһе булып эшләй. Уның тырышлығы менән Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры ойошторола[1].

Рәмил Ғәйзуллин бер үк ваҡытта бер нисә музыка ҡоралдарында уйнау һәләтенә эйә: ҡумыҙ, хайран, дуплфуруй (венгр. ике ҡатлы флейта), чоор (ҡырғ. буй флейта), һыбыҙғы (тат. флейта).

Репертуары үҙгәртергә

Оҙон көй («Ғилмияза», «Ҡаһым түрә», «Урал» һәм башҡалар), бейеү көйҙәре: «Зарифа», «Ҡарабай», «Түңәрәк күл»; донъя халыҡтары көйҙәре.

Беренсе булып М. Х. Әхмәтовтың «Варган-синфонияһында» ҡурай партияһын башҡарҙы (1996).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2008)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1994)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә