Танһыҡҡужина Тамара Михаил ҡыҙы
Танһыҡҡужина Тамара Михаил ҡыҙы (11 декабрь 1978 йыл) — Рәсәй шашкасыһы. Башҡортостан Республикаһының Шашка федерацияһының башҡарма комитет рәйесе, 2012 йылдан Рәсәйҙең Халыҡ-ара шашка федерацияһы президенты[1]. 1996 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Халыҡ‑ара шашка уйындары буйынса халыҡ‑ара гроссмейстер (2001), Рәсәй гроссмейстеры (1998). Күп тапҡыр донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2001). Халыҡтар дуҫлығы (2021) һәм Салауат Юлаев (2001) ордендары кавалеры. 2021 йылдың 21 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайы рәйесенең урынбаҫары итеп һайланды [2]
Танһыҡҡужина Тамара Михаил ҡыҙы | |
рус. Тамара Михайловна Тансыккужина | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй СССР |
Тыуған көнө | 11 декабрь 1978 (45 йәш) |
Тыуған урыны | Яр Саллы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | шашкасы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Спорт төрө | халыҡ-ара шашка[d] |
Баш тренер | Черток Юрий Владимирович |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәТамара Михаил ҡыҙы Танһыҡҡужина 1978 йылдың 11 декабрендә Татар АССР-ының Яр Саллы ҡалаһында тыуған. Һигеҙ йәштән (1985) пионерҙар йортоноң шашка секцияһында шөғөлләнә башлай. 1988 йылдан уйын серҙәренә уны рус шашкаһы буйынса 1985 йылғы СССР чемпионы Т С. Овечкин өйрәтә.
- 1990 йылда кескәй спортсы тәүге уңышҡа өлгәшә: рус шашкаһы буйынса СССР беренселегендә ҡыҙҙар араһында бишенсе урын яулай.
- 1991 йылда тренеры М. Белкина тәҡдиме менән Тамара халыҡ-ара шашкаға күсә.
- 1994 йылда яңы остазы Ю. В. Черток саҡырыуы буйынса Башҡортостандың Ишембай ҡалаһына күсә.Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатында уҡып, урта белем ала.
- 1995 йылдың йәйендә ҙур еңеүгә өлгәшә — халыҡ-ара шашка буйынса ҡыҙҙар араһында Рәсәй бәйгеһендә беренсе урын ала.
- 1996 йылдың апрелендә ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы ил чемпионаттында еңеп сыға.
- 1996—1997 йылдарҙан башлап Владимир Мильшин — Тамараның яңы тренеры. 1997 йыл спортсыға рус һәм халыҡ-ара шашкалар буйынса донъя беренселегендә еңеүҙәр килтерә.
- 1998 йылда Тамара «үҙ» уйынын эҙләүен дауам итә: уның һөҙөмтәләре түбәнәйә (ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионатында 7 урын).
- Артабанғы 1999 йыл иң көсөргәнешлеләрҙең береһе. Спортсы Рәсәй беренселегендә өс уйын төрө буйынса абсолют чемпион була. Артабан ул тәүге тапҡыр донъя беренселегендә сығыш яһай һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында төп программала (Якутск) — 6 урын һәм «йәшен тиҙлеге» төрөндә (Нидерланд) — 2 урын) ала.
- 2000 йылда шашкасы Рәсәй һәм Европа чемпионаттарында еңә.
- 2001 йыл Тамараның спорт карьераһында иң «йондоҙло» була — ул донъя чемпионатында беренсе була[3] һәм «халыҡ-ара гроссмейстер» исеменә лайыҡ була.
Тамара Танһыҡҡужина 1999 йылдан башлап «Башнефть» ААЙ шашка клубы өсөн сығыш яһай, 2002 йылдан Өфөлә йәшәй.
2021 йылдың апрель-май айҙарында Польшала үткән донъя беренселегендә етенсе тапҡыр «донъя чемпионы» исемен яуланы[4].
2021 йылдың 11 майында спортсы Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде[5].
Белеме
үҙгәртергә- Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия-интернаты (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатын,
- Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тарих факультетын (2001)[6],
- Башҡорт дәүләт университетын (2009) тамамлаған..
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәСпорт ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарынан халыҡ-ара шашка буйынса берҙән бер һәм биш тапҡыр донъя чемпионы (2001[3], 2002 (матч), 2004 (матч), 2007, 2011).
- Европа чемпионы (2000)
- Ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионы (1995)
- Ҡатын-ҡыҙҙар араһында рус шашкаһы буйынса донъя чемпионы (1997).
- Европа чемпионатының көмөш миҙалын яулаусы (2014).
- Халыҡ-ара шашка буйынса 2015 йылғы Донъя кубогын яулаусы[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены (2021).
- Салауат Юлаев ордены (2001)
- «Башҡортостандың атҡаҙанған спортсыһы» билдәһе
- Рәсәй Олимпия комитеты һәм Фэйр Плэй комитетының спорта юғары намыҫлылыҡ өсөн дипломы (2006)
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Тамараны әсәһе яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерә. Йәйге каникулдарын ул Күгәрсен районында йәшәгән олатаһы һәм оләсәһе янында үткәргән[6].
- 2012 йылдың 3 декабрендә Тамара Танһыҡҡужинаның ҡыҙы тыуған, уға Суфия исеме биргәндәр[8].
Ваҡытлы матбуғатта
үҙгәртергә- Кудряшев С. Королева шашек. «Труд» гәзите, 2001, 5 октябрь[9]. (рус.)
- Атаров Е. Тамара ТАНСЫККУЖИНА: «А ВЕДЬ Я МОГЛА СТАТЬ ФУТБОЛЬНЫМ ВРАТАРЕМ» (На вопросы «СЭ» ответила российская легенда мировых шашек). «Спорт-Экспресс» гәзите, 2013, 25 октябрь[10].
- Бегишев С. Тамара Тансыккужина: Мечтаем, чтобы в шашки играли деревня на деревню. «Советский спорт» гәзите, 2015, 12 июль, № 98 (19300)[11]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Спортсменка из Башкирии возглавила Федерацию международных шашек России — «Комсомольская правда» гәзите, 2012, 3 апрель (рус.)
- ↑ https://gsrb.ru/ru/press-center/news/102202/ БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сайтынан
- ↑ 3,0 3,1 Россиянка Тамара Тансыккужина стала чемпионкой мира по шашкам — Сайт «Lenta.ru» — Спорт, 2001, 24 август 2016 йыл 6 март архивланған. (рус.)
- ↑ Тамара Тансыккужина сохранила титул сильнейшей в мире по шашкам. ИА Башинформ, 4 мая 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 май 2021)
- ↑ Шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 11 май 2021 йыл (Тикшерелеү көнө: 11 май 2021)
- ↑ 6,0 6,1 Сайт Кугарчинской районной библиотечной системы Тамара Тансыккужина (рус.)
- ↑ Тамара Тансыккужина из Башкирии — обладатель Кубка мира по международным шашкам — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 21 октябрь (рус.)
- ↑ Известная башкирская спортсменка Тамара Тансыккужина стала мамой — «Комсомольская правда» гәзите, 2012, 7 декабрь (рус.)
- ↑ «Труд» гәзите, 2001, 5 октябрь
- ↑ «Спорт-Экспресс» гәзите, 2013, 25 октябрь (рус.)
- ↑ «Советский спорт» гәзите, 2015, 12 июль 2016 йыл 5 март архивланған. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Танһыҡҡужина Тамара Михаил ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 май 2021)
- Тansykkuzhina Тамара — Сайт Междунароной Федерации шашек ингл.