Черток Юрий Владимирович
Черток Юрий Владимирович (31 ғинуар 1957 йыл, Нукус, Ҡарағалпаҡ АССР-ы, Үзбәк ССР-ы) — СССР һәм Рәсәй спортсыһы һәм тренеры, шашкасы (халыҡ-ара шашка). АҠШ (2009)[1], РСФСР (1989) һәм ике тарҡыр (1973, 1975) Ҡаҙаҡ ССР-ы чемпионы. Лондонда үткән Бөтә донъя интеллектуаль олимпиадаһының көмөш призеры (1999). Халыҡ-ара шашка буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, (1978), халыҡ-ара мастер (1998). Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1998), Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2001), «Ишембай районы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән иң беренсе бүләкләнеүсе (2012). «Башнефть» шашка клубы рәйесе һәм төп тренеры, республикаһы һәм Рәсәй йыйылма командаларының баш тренеры (стажы 25 йылдан ашыу), Халыҡ-ара шашканың төбәк-ара федерацияһы башҡарма директоры һәм Европа шашка конфедерацияһында Рәсәй вәкиле.
Черток Юрий Владимирович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Спортта ил өсөн сығыш яһай |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 31 ғинуар 1957 (67 йәш) |
Тыуған урыны | Нуҡус, Үзбәк ССР-ы[d], СССР |
Һөнәр төрө | тренер, шашкасы |
Спорт төрө | шашки[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Европа клубтары системаһын булдырыу инициаторҙарының береһе, Рәсәйҙә ярыштар үткәреүҙең клубы системаһына нигеҙ һалыусы (Рәсәйҙәге тәүге профессиональ шашка клубы төҙөлә — «Нефтсе», Ишембай (хәҙер — «Башнефть», Өфө), 1999 йыл). Рәсәй халыҡ-ара шашка федерацияһы (ФМШР) нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Башҡортостанда «Шашка яратыусыларға» тип аталған беренсе шашка китабы авторы (1988).
Белеме
үҙгәртергә- 1964—1974 63-сө урта мәктәп, Ҡарағанда
- 1974—1979 йылдарҙа Ҡарағанда политехник институты, инженер-геофизик.
Һөнәри эшмәкәрлеге
үҙгәртергәБиш йәшендә шашка уйнай башлай. 13 йәшендә Ҡарағанда Пионерҙар йортоноң шашка секцияһына яҙыла[2]. Беренсе тренеры — Борис Маркович Гинзбург — икенсе разрядлы шашкасы, «мине нимәгәлер өйрәтеүе мөмкин түгел ине, шуға күрә бер нисә дәреслек биреп, мин үҙ аллы шөғөлләндем» (интервьюнан).
14 йәшендә, күнекмәләр ала башлауҙан бер йыл үткәс, Ҡарағанда өлкәһе чемпионатында өлкәндәр араһында өсөнсө урын яулай[2]. 16 йәшендә — Ҡаҙағстан буйынса өлкәндәр араһында чемпион, 18 йәшендә — рус һәм халыҡ-ара шашка буйынса республика чемпионаты еңеүсеһе[3].
1979 йылда Ҡарағанда политехник институтын тамалғандан һуң, йүнәлтмә буйынса Ишембайға килә. тресының Ишембай промысла-геофизика контораһында, 1979—1981 йылдарҙа инженер-геофизик булып эшләй. Интервьюһында: «Мин Башҡортостанға килеүем — осраҡлы хәл. Себергә эшкә барырға теләгән курсташыма ярҙам ғына иттем. Уға үҙе урынына башҡортостанға барырға теләүсене табырға кәрәк ине. Мин ризалаштым», — ти[2].
Ошо ике йылдан спорт карьераһы туҡталып ҡала. Интервьюһында: «Ярыштарға теләкһеҙ генә ебәрәләр ине. Тиҙерәк Ҡаҙағстанға ҡайтып, үҙемде яратҡан уйыныма бағышлауымды түҙемһеҙлек менән көттөм», — ти[2].
1981 йылдың декабрендә Юрий Черток Суздалдә социалистик илдәр араһындағы халыҡ-ара турнирҙың бронза призеры була. Был хаҡта СССР-ҙың төп — "Правда"ла мәҡәлә баҫыла. Уны КПСС ҡала комитеты секретары, спорт хәрәкәтенә актив ярҙам итеүсе Юрий Уткин күреп ҡала һәм Чертокка балалар менән эшләргә тәҡдим итә. 1982 йылда Юрий Черток ҡала Пионерҙар һарайында түңәрәккә төркөм йыя. 1982—1999 йылдарҙа Пионерҙар һарайында шашка түңәрәге етәксеһе, «Уңыш» ДСО-һының шашка буйынса ДЮСШ тренер-уҡытыусыһы, Ишембай ҡалаһының ВДФСО Профсоюздарының шашка буйынса балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең өлкән тренеры була.
Иң беренсе түңәрәктә Гөлнара Ваһапова (хәҙер тренер, спорт мастерҙары, Сафина), Игорь Федоров (хәҙер тренер, спорт мастеры), Ольга Кувайцева (тренер, спорт мастеры Беллер), Елена Демочкина (тренер, гроссмейстер Мильшина), Анатолий Татаренко (спорт мастеры), Александр Мельников (тренерҙары, спорт мастеры) шөғөлләнә. Саҡ ҡына һуңыраҡ Виталий Штумпф (спорт мастеры), Гүзәл Ишморатова (хәҙер гроссмейстер Георгиева), Ринат Ишембаев (халыҡ-ара мастер), Фидан Ишморатов (тренер, спорт мастеры) килә.
1986 йылда Ишембай ҡалаһында шашка клубы асыла, ул ҡаланың шашка тормошо үҙәгенә әйләнә. Шул уҡ йылда Ишембайҙа беренсе тапҡыр РСФСР чемпионаты үткәрелә, ә 1988 йылда — ҡатын-ҡыҙҙар араһында СССР чемпионаты. Шул ваҡыттан алып Ишембайҙа Рәсәй беренселектәре һәм чемпионаттары үткәреү йолаға әүерелә. 1989 йылда шашка буйынса балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (һуңынан — СДСЮШОР)асыла.
Ишембай ҡалаһының Рәсәй шашка спорты үҙәктәренең береһенә әйләнә, шуға күрә бында 1994 йылда Яр Саллынан — һуңыраҡ күп тапҡыр донъя чемпиондары булған Тамара Танһыҡҡужина, ә 1996 йылда гроссмейстер Владимир Мильшин (Харьков ҡалаһы) һәм Александр Георгиев (Санкт-Петербург) күсеп килә.
1999 йылдан Юрий Черток Рәсәйҙә беренсе «Нефтяник» профессиональ шашка клубы рәйесе һәм төп тренеры була, 2002 йылдан «„Башнефть“ профессиональ шашка клубы» АНО-һының рәйесе һәм баш тренеры. 2002 йылда Өфө ҡалаһына күсенә һәм уның артынан көслө уҡыусылары һәм тренерҙары ла эйәрә, «Башнефть» клубы ла урынын алмаштыра. Юрий Черток РФ Шашка федерацияһының вице-президенты һәм РФ йыйылма командаһының баг тренеры булып китә.
Юрий Чертоктың тәрбиәләнеүселәре — утыҙҙан ашыу спорт мастеры. Улар араһында донъя һәм Европа чемпионаттары еңеүселәре, призерҙары (классика, блиц, тиҙ уйын, команда зачеты) — Тамара Танһыҡҡужина, Александр Георгиев, Муродулло Амриллаев, Айнур Шәйбәков, Олеся Абдуллина, юниоркалар араһында донъя чемпионы Елена Демочкина (Мильшина), Тамара Танһыҡҡужина, Гүзәл,Георгиева Олеся Абдуллина.
Библиография
үҙгәртергә- Черток Ю.В. Любителю шашек. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1988. — 96 с.
- Черток Ю.В., Зубов Е.В. Любителю шашек. — 2-е изд. — М.: Графпресс, 2015. — 128 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Юрий Черток — чемпион США по шашкам | башинформ.рф
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Мухамадеев И. Шашки — наголо! (интервью) // Истоки : Газета. — 2010. — № 34.
- ↑ Главному шашисту Башкортостана и России Юрию Чертоку — 50 лет | башинформ.рф