Таймыр ҡурсаулығы

Таймыр дәүләт тәбиғәт биосфераһы ҡурсаулығы (рус. Госуда́рственный приро́дный биосфе́рный запове́дник «Таймы́рский») — Рәсәйҙә иң ҙур ҡурсаулыҡтарҙың береһе. Красноярск крайының төньяғында, Таймыр ярымутрауында урынлашҡан. 1979 йылдың 23 февралендә ойошторола.

Таймыр ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны1781928 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты23 февраль 1979 йыл 
Урынлашыуы
74°06′ с. ш. 98°00′ в. д.HGЯO

zapovedsever.ru/index.php
Рәсәй
Точка
Таймыр ҡурсаулығы
 Таймыр ҡурсаулығы Викимилектә

Таймыр ҡурсаулығы кластер характерына эйә һәм 4 биләмәнән тора. «Бикада» һаҡланыусы зонаһы һәм Арктика бүлексәһе ҡурсаулыҡҡа 1994 йылда ҡушыла. Быға тиклем «Бикада» зонаһы округ буйһоноуындағы заказнигы була, ул һарыҡ-үгеҙ популяцияһын һаҡлау өсөн тәғәйенләнә; ә Арктика филиалы Ҙур Арктика ҡурсаулығы участкаһы булараҡ проектлана. 2013 йылдың 20 мартынан Таймыр ҡурсаулығы үҙ аллы учреждение булыуҙан туҡтай һәм Путоран һәм Ҙур Арктика ҡурсаулығы менән бергә «Таймыр ҡурсаулыҡтары» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы составына инә[1].

1995 йылда ЮНЕСКО ҡарары менән Таймыр ҡурсаулығы биосфера ҡурсаулығы статусын ала.

Тәбиғәте

үҙгәртергә

Бында һауа торошо йылы түгел: июлдә лә ҡырау төшә һәм ҡар яуа. Ҡышын һыу ятҡылыҡтарында ҡалынлығы яҡынса 2 метр булған боҙ барлыҡҡа килә. Ҡурсаулыҡтың бөтә территорияһы тотош күп йыллыҡ туңлыҡ зонаһында урынлашҡан.

Ҡурсаулыҡ территорияһында һыу ятҡылыҡтары күп, улар иҫәбендә оҙонлоғо 570 саҡрым самаһы булған Үрге Таймыр йылғаһы. Ә көньяҡ-көнбайышта арктик күл — Таймыр урынлашҡан. Улар тундра ландшафын төрлөләндерәләр һәм һыу үҫемлектәренең һәм хайуандарҙың йәшәүе өсөн шарттар тыуҙыралар[2].

Ҡурсаулыҡ территорияһында ҡатмарлы төҙөлөшлө көпшәле үҫемлектәрҙең 430 төрө, мүктәрҙең 223 төрө һәм лишайниктарҙың 265 төрө үҫә. Таймыр ҡурсаулығының йөҙөн тундралар билдәләй. Төрлө сығышлы һаҙлыҡтары күп. Урман тундраһының ике участкаһы бар: Ары-Мас һәм Лукун урманы. Унда Даурия ҡарағастары үҫә. Ары-Мастағы ағастар 10 метрға етә[2].

 
Таймыр ҡурсаулығында этала ҡаҙ

Ҡурсаулыҡта һөтимәрҙәрҙең 21 төрө бар. Донъяла иң ҙур ҡырағай болан көтөүе бар. XX быуаттың 70-се йылдарҙа Таймыр тундраһына һарыҡ-үгеҙҙәрҙе күсенереү буйынса тәжрибә үткәрә башлайҙар. Хәҙер көнсығыш Таймырҙа ошо хайуандарҙың 8000-гә яҡыны төпләнгән, уларҙың тәүгеләре Канаданан һәм АҠШ-тан килтерелгән.

116 төр ҡош осраған, шуларҙың 74-е оя ҡора, йылға һәм күлдәрҙә 15-тән ашыу төр балыҡ бар. Ҡурсаулыҡта һыу ҡоштары күп. Йылғаларҙың текә ярында йыртҡыс ҡоштар (ыласын, һар, аҡ ябалаҡ) оя ҡора[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Объединили. Дата обращения: 14 сентябрь 2013. Архивировано 23 март 2013 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 Дежкин В. В. В мире заповедной природы. — М.: Сов. Россия, 1989. — 256 с.: ил. — С. 179—180.

Һылтанмалар

үҙгәртергә