Ҙур Арктика ҡурсаулығы
Ҙур Арктика ҡурсаулығы[lower-alpha 1] (рус. Большой Арктический заповедник) — федераль әһәмиәттәге Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау, ғилми-тикшеренеү һәм экологик белем биреү учреждениеһы. Ҡурсаулыҡтың маҡсаты — тәбиғәт процестарының һәм күренештәренең тәбиғи барышын, үҫемлек һәм хайуандар донъяһының генетик фондын, айырым төрҙәрен һәм үҫемлектәр менән йәнлектәр берләшмәләрен, типик һәм уникаль экологик системаларҙы һаҡлау һәм өйрәнеү. Майҙаны буйынса Евразияла иң ҙур тәбиғәт ҡурсаулығы.
Ҙур Арктика ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 4169222 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 11 май 1993 йыл |
Идара итеүсе ойошма | 663000, Красноярск крайы, Норильск, Ленин проспекты, д. 21, корп. 1. |
Урынлашыуы | |
75°46′39″ с. ш. 98°15′11″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Красноярск крайы |
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]] | Таймыр Долган-Ненец районы |
bigarctic.ru | |
Ҙур Арктика ҡурсаулығы Викимилектә |
XXI быуат башында ҡурсаулыҡ эргәһендә ҙур күмер ятҡылығын үҙләштереү башлана. Экологтар фекеренсә, үҙләштереү ҡурсаулыҡтың маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килмәй().
Тарихы
үҙгәртергәТаймыр автономиялы округы хакимиәте тәҡдиме буйынса Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1993 йылдың 11 майындағы 431-се ҡарары менән ойошторола[lower-alpha 2]. Бынан тыш, округ хакимиәте дөйөм майҙаны 3020 гектар булған «Медуза ҡултығы» һәм дөйөм майҙаны 6530 гектар булған «Ефремов ҡултығы» һаҡланыусы зоналар булдыра.
2013 йылдың 20 мартынан ҡурсаулыҡ Таймыр һәм Путоран ҡурсаулыҡтары менән бергә «Таймур ҡурсаулыҡтары» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы составына инә[1].
- Һаҡланыу зонаһын ҡыҫҡартыу
2019 йылдың июлендә Тәбиғәт ресурстары министрлығы ҡарары менән ҡурсаулыҡтың һаҡлау зонаһы майҙаны 3 мең гектарҙан 1150 мең гектарға тиклем ҡыҫҡартыла[lower-alpha 3] . Ҡыҫҡартыу кокслы күмер ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм һуңғыһын Һиндостанға экспортлау пландары менән бәйле башҡарыла[2] (шулай уҡ аҫта ).
Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ҡарары ҡурсаулыҡ сигенән «Медуза ҡултығы» кластерының һаҡ зонаһын төшөрөп ҡалдырыуҙы күҙ уңында тота. 2024 йылға «Востокуголь» компанияһына ингән «Арктик тау компанияһы» ошо зонала 19 миллион тонна күмер сығарырға ниәтләй[lower-alpha 4]. Компания шулай уҡ Төньяҡ диңгеҙ юлы буйлап күмер сығарыу өсөн Диксон портында «Чайка» күмер терминалын төҙөргә ниәтләй[4][3].
Территорияһы
үҙгәртергәҠурсаулыҡ биләмәһе, ерҙәрҙең төрлөлөгөн иҫәпкә алып, күп контурлы конфигурациялы һәм кластер характерына эйә. Ҡурсаулыҡ территорияһында икенсе категорияға ҡараған (сәнәғәт ерҙәре) һәм башҡа маҡсатлы тәғәйенләнешле (элек поляр станцияларға бирелгән навигация билдәләре һәм ерҙәр) ер участкалары урынлашҡан.
Ҡурсаулыҡтың ер участкаһы 35 айырым өлөштән (контурҙарҙан) тора. Улар айырым утрауҙар, шулай уҡ утрауҙар төркөмдәре, Кара диңгеҙе акваторияһы менән Таймыр ярымутрауының архипелагтары йәки материк өлөштәренән барлыҡҡа килә[lower-alpha 5].
Ҡурсаулыҡ 7 участкаға бүленгән, улар, үҙ сиратында, 34 айырым кластерҙы үҙ эсенә ала.
Климаты
үҙгәртергәФлора и фаунаһы
үҙгәртергәКүмер сығарыу
үҙгәртергәГлобаль йылыныу һөҙөмтәһендә боҙҙарҙың сигенеүе Рәсәй Арктикаһын үҙләштереү буйынса яңы мөмкинлектәр аса[lower-alpha 6]. Таймыр күмер ятҡылығын үҙләштереү — шундай проекттарҙың береһе[lower-alpha 7]. Шулай уҡ 2024 йылға йөк әйләнешен 17 миллион тоннанан 80 миллион тоннаға тиклем арттырыу тураһындағы Владимир Путиндың 2019 йылдың 7 майындағы указын указын үтәү ҙә ошо пландың уңышына бәйле[4].
Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фондының Рәсәй вәкилдәре Таймырҙа күмер сығарыу планын тәнҡитләй( ). Фонд хеҙмәткәре Алексей Книжников Би-би-сиға интервьюла былай ти:[2]:
Беҙҙең фекеребеҙсә, экологик йәһәттән тиҙ бирешеүсән төбәктә бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыу — аҡылһыҙлыҡ.
Оригинал текст (инг.)Developing new projects in such an ecologically sensitive area is madness, in our view.
Экологтарҙың ҡаршы төшөүенә ҡарамаҫтан, Көнсығыш күмер компанияһы асыҡ ысул менән ятҡылыҡты эшкәртә башлай[5][lower-alpha 8].
Бынан тыш, Таймырҙа Сырадасай күмер ятҡылығын үҙләштереүҙе «Северная Звезда» компанияһы (Норильск Никель компанияһының бүлендек предприятиеһы) планлаштыра[6].
Төбәктең экологияһы өсөн айырыуса Медуза бухтаһы районында (2019 йылдың июленә тиклем ҡурсаулыҡтың буфер зонаһына инә) сәнәғәт эшмәкәрлеге һәм Диксон ҡасабаһы янында «Аҡсарлаҡ» күмер порт терминалын төҙөү ҡурҡыныс тыуҙыра[2].
- Ҡырағай тәбиғәткә янаған хәүеф
Экологтар фекеренсә, күмер сығарыу һәм уны Төньяҡ диңгеҙ юлы буйлап ташыу Таймырҙың ҡырағай тәбиғәтенә етди хәүеф тыуҙыра[2]:
- карьераларҙан һәм порт терминалдарынан күмер туҙаны тундраны һәм диңгеҙ һыуын бысрата, ул күп кенә хайуандар һәм ҡоштарҙың, шул иҫәптән Ҡыҙыл китапҡа индерелгәндәргә хәүеф менән янай.
- ҡурсаулыҡ эргәһендә халыҡтың артыуы браконьерлыҡтың үҫешенә килтерә, был тундрала бөтә тереклектең, тәү сиратта боландарҙың йәшәүенә янай.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәГалерея
үҙгәртергә- Ҡурсаулыҡта оя ҡорған ҡоштарҙың һирәк төрҙәре
- Ҙур хайуандар
- Ҡиммәтле тиреле йәнлектәр
Комментарийҙар
үҙгәртергә- ↑ Федера́льное госуда́рственное учрежде́ние «Государственный приро́дный запове́дник „Большо́й Аркти́ческий“»
- ↑ Постановлением администрации автономного округа в границах земельного участка заповедника выделен биосферный полигон общей площадью 2 007 069 га с режимом ограниченной хозяйственной деятельности.
- ↑ Защитная зона заповедника — территория на которой запрещена добыча полезных ископаемых и сопутствующее строительство инфраструктуры
- ↑ Компания «ВостокУголь» основана в 2012 году. Ключевые лица: Дмитрий Босов и Александр Исаев[3]
- ↑ Весь земельный участок заповедника расположен в границах муниципального образования пгт Диксон.
- ↑ В 2018 году Владимир Путин своим указом распорядился увеличить грузопоток по Северному морскому пути до 80 млн тонн ежегодно[2]
- ↑ В октябре 2019 года на встрече во Владивостоке было подписано стратегическое соглашение между Россией и Индией о поставке коксующегося угля с Таймыра[2].
- ↑ Несмотря на то, что «Востокуголь» получил лицензию только на геолого-разведочные работы, компания начала добычу в районе бухты Медуза и ведет отгрузку угля через построенный вблизи бухты портовый терминал «Чайка». За это нарушение московский суд наложил на компанию штраф в размере 600 млн руб.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Объединили . Дата обращения: 14 сентябрь 2013. Архивировано 23 март 2013 года.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Russia’s Taymyr plan: Arctic coal for India risks pollution 2019 йыл 1 декабрь архивланған., BBC, 31.11.2019
- ↑ 3,0 3,1 «Бухта Медуза» покинула Арктику 2020 йыл 2 ғинуар архивланған., РБК, 19.07.2019
- ↑ 4,0 4,1 Минприроды изменило границы заповедника в Арктике для компании Босова 2019 йыл 20 декабрь архивланған., РБК, 19.07.2019
- ↑ Сайт УК Восток-Уголь . Дата обращения: 1 декабрь 2019. Архивировано 22 ноябрь 2019 года.
- ↑ «Норникель» будет добывать уголь на Таймыре . Дата обращения: 1 декабрь 2019. Архивировано из оригинала 20 апрель 2019 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бартновский В. «На Севере дальнем» //газета «Наш край». Красноярск — 2001. — № 48.
- Гаврилов А. «Заповедные уголки Хатангской тундры». — Красноярск, 2002. — 60 с.
- Прудников С. «Затерянный мир под Полярной звездой» // Имена и лица. — 2008. — № 5.
- Тушева Л. «Самый большой в мире» //газета «Красноярский рабочий». Красноярск — 1997. — 15 ноября.