Путоран ҡурсаулығы
Путоран ҡурсаулығы (рус. Путора́нский госуда́рственный приро́дный запове́дник) — ҡурсаулыҡ Путоран яйлаһы сиктәрендә, Үҙәк Себер яҫытаулығының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Таймыр ярымутрауынан көньяҡтараҡ урынлашҡан. Ҡурсаулыҡ майҙаны — 1 887 251 гектар, буфер зонаһы — 1773 300 гектар[1].
Путоран ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 1887 тыс. га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 15 декабрь 1988 йыл |
Урынлашыуы | |
68°52′34″ с. ш. 94°48′36″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Красноярск крайы |
platoputorana.ru | |
Путоран ҡурсаулығы Викимилектә |
Тасуирламаһы
үҙгәртергә1988 йылдың 15 декабрендә нигеҙ һалына, штаты 28 кеше. Ҡурсаулыҡ хакимиәте Норильск ҡалаһында урынлашҡан (Красноярск крайы)[2]. 2013 йылдың 20 мартынан үҙ аллы учреждение булыуҙан туҡтай һәм Таймыр һәм Ҙур Арктика ҡурсаулыҡтары менән бергә «Таймыр ҡурсаулыҡтары» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы составына инә[3].
Ҡурсаулыҡтың тәғәйенләнеше
үҙгәртергәҠурсаулыҡ булдырыуҙың төп маҡсаты:
- тау-тайга ландшафын һаҡлау;
- үҙенсәлекле үҫемлектәрҙе һаҡлау
- һирәк осрай торған төр хайуандар, шул иҫәптән ҡар тәкәһенең путоран төрөн (СССР һәм Рәсәйҙең Ҡыҙыл китаптарына индерелгән) һаҡлау;
- донъялағы иң ҙур ҡырағай төньяҡ боланы популяцияһын һаҡлау, ҡышлау урындары ҡурсаулыҡ биләмәһендә урынлашҡан[2].
Бөтә донъя мираҫы
үҙгәртергә2010 йылдың авгусында ЮНЕСКО ҡурсаулыҡ территорияһын Бөтә донъя мираҫы объекты тип таный[4], сөнки бвнда айырым тау массивында кеше аяғы баҫмаған тайга, урманлы тундра, арктик сүллек кеүек субарктик һәм арктик экосистемалар берләшә. Шулай уҡ тейелмәгән йылға һәм күл системалары бар. Боландарҙың миграцияһы айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр
үҙгәртергә2021 йылдың 8 сентябрендә кинематографист Александр Мельник һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе Евгений Зиничев Ҙур Иркиндин шарлауығында (Китабо-Орон) ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының уҡыу фильмын төшөрөү өсөн урын һайлағанда һәләк була[5][6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Заповедник Путоранский . Архивировано из оригинала 30 сентябрь 2010 года.
- ↑ 2,0 2,1 Заповедник Путоранский . Дата обращения: 1 август 2010. Архивировано из оригинала 30 сентябрь 2010 года.
- ↑ Объединили . Дата обращения: 14 сентябрь 2013. Архивировано 23 март 2013 года.
- ↑ Putorana Plateau — UNESCO World Heritage Centre (ингл.). Дата обращения: 2 август 2010. Архивировано 1 июль 2017 года.
- ↑ Названо место гибели главы МЧС . Дата обращения: 8 сентябрь 2021. Архивировано 9 сентябрь 2021 года.
- ↑ Росбизнесконсалтинг, 8 сентября 2021. Погиб глава МЧС Евгений Зиничев . Дата обращения: 8 сентябрь 2021. Архивировано 9 сентябрь 2021 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Баранова, М, Борода, В. «В горах и тайге в обнимку не ходят» //газета «Вечерний Красноярск». — 2005. — № 42.
- Горшков, В. «Путоранский дневник» // Страна Сибирь. — 2008. — № 3.
- «Затерянный рай» //газета «Вечерний Красноярск». — 2001. — 14 декабря.
- Пестряков, Б. «Заповедный мир Путорана» //газета «Наш край». Красноярск — 2000. — № 24.
- «Природное наследие России». — М.: Совет Гринпис, 2000. — 215 с.
- Чернобылец, А. «Выживание на голом асфальте» // Эксперт-Сибирь. — 2006.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт . www.zapovedsever.ru. Дата обращения: 15 сентябрь 2022.
- Виртуальный тур по плато Путорана и Путоранскому заповеднику . putorana360.ru. Дата обращения: 15 сентябрь 2022.
- Неформальное описание заповедника . Архивировано из оригинала 20 октябрь 2005 года.
- Министерство природных ресурсов РФ (МПР РФ) . www.mnr.gov.ru. Дата обращения: 15 сентябрь 2022.
- Плато Путорана . www.russian-travels.ru. Дата обращения: 15 сентябрь 2022.