Төп менюны асырға

Өфө ҡалаһының Аксаков исемендәге премияһы

Өфө ҡалаһының С. Т. Аксаков исемендәге премияһыБашҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы тарафынан 1992 йылда булдырылған премия. Ул юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарының көндөҙгө бүлек студентарына һәм уҡыусыларына Сергей Аксаков мираҫын өйрәнеүгә бағышланып, үҙҙәрендәге яңылыҡ һәм үҙенсәлек менән айырылып торған иң талантлы ижади эштәр өсөн конкурс нигеҙендә бирелә[1].

Өфө ҡалаһының

С. Т. Аксаков исемендәге

премияһы
Ил

Башҡортостан Башҡортостан

Награда төрө

маҡтаулы исем

Кемгә бирелә

юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарының көндөҙгө бүлек студентарына һәм уҡыусыларына[1]

Награда тапшырыла

С. Т. Аксаков мираҫын өйрәнеүгә бағышланып яңылыҡ һәм үҙенсәлеге менән айырылған иң талантлы ижади эштәр өсөн[1]

Статус

ғәмәлдә

Статистика
Раҫланған ваҡыты

1992

Беренсе бүләкләү

1992

ТарихыҮҙгәртергә

Өфө ҡала Советының С. Т. Аксаков исемендәге премияһыһы 1992 йылда булдырыла. Башта ул юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарының көндөҙгө бүлек студентарына һәм уҡыусыларына стипендия булараҡ тапшырыла. 2006 йылдан уға тулыһынса «премия» статусы бирелә[2]. Премияның раҫланған ҡағиҙәһенә ярашлы, ул йылына бер тапҡып С. Т. Аксаковтың тыуған көнө алдынан 1 октябрҙән дә һуңға ҡалмай тапшырыла. Уның күләме ҡала Советы ҡарары менән үҙгәртелеүе мөмкин.

Премия түбәндәге өс номинацияла бирелә[2]:

  1. Иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эше өсөн.
  2. Ғәмәли характерҙағы иң яҡшы эш өсөн.
  3. Сергей Тимофеевич Аксаковтың ижады һәм уның ғаиләһе менән бәйләнешле иң яҡшы мәғрифәтселек эше өсөн.

ЛауреаттарҮҙгәртергә

2015 йыл[3]Үҙгәртергә

2014 йыл[4]Үҙгәртергә

2013 йыл[5]Үҙгәртергә

  • «Иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эше өсөн» номинацияһында
    • Даяна Аҡбашева, Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының 3 курс студенты: «Сергей Аксаков – Мольер менән Буалоның тәржемәсеһе» исемле эше өсөн. Ғилми етәксеһе филология фәндәре докторы Светлана Салова.
    • Елена Артюкова, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филологик белем һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар институтының 3 курс студенты: «Сказка Сергея Аксакова и ее фольклорно-мифологические и литературные параллели» тигән тикшеренеүе өсөн. Ғилми етәксеһе филология фәндәре кандидаты Гүзәл Хажиева.
  • «Ғәмәли характерҙағы иң яҡшы эш өсөн» номинацияһы
    • Алина Мустаева, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы театр факультетының хореография бүлексәһе 3 курс студенты: «Цветочек аленький. Фантазии на тему сказки Сергея Аксакова «Аленький цветочек» пластик перформанс өсөн. Етәксеһе филология фәндәре кандидаты Элеонора Фәйзуллина.
    • Анастасия Дорофеева һәм Людмила Савельева, М. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалының 6 һәм 2 курс студенттары: Сергей Аксаковт һунарсы хикәйәләре мотивтары буйынса эшләнгән буяу-китапсалары һәм лото өсөн. Ғилми етәкселәре фән кандидаттары Элеонора Фәйзуллина менән Екатерина Савельева.
    • Милослава Дымша, Өфө сәнғәт училищеһы сәнғәт бүлексәһенең 1 курс уҡыусыһы: Сергей Аксаковтың «Багров ейәненең баласаҡ йылдары» повесына яһалған иллюстрациялар өсөн. Етәксеһе филология фәндәре кандидаты Элеонора Фәйзуллина.

2012 йыл[2]Үҙгәртергә

  • «Иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эше өсөн» номинацияһында
    • Три премии в номинации «За лучшую научно-исследовательскую работу» получили студентка Башкирского государственного университета Венера Надршина за работу «Языковой мир природы в поэтических произведениях Сергея Тимофеевича Аксакова», студентка Башкирского государственного университета Гульшат Уметбаева за работу «Образ здоровья в творчестве Сергея Тимофеевича Аксакова», курсанты Уфимского юридического института МВД России Фидан и Финат Сибагатуллины за работу «Хроника жизни Ивана Сергеевича Аксакова в 1861-м году».
  • «Ғәмәли характерҙағы иң яҡшы эш өсөн» номинацияһы
    • коллектив студентов Башкирского института социальных технологий Екатерина Данилова, Юлия Калимуллина, Лилия Кинзябаева и Регина Рафикова за работу Музейный сувенир».
  • «Сергей Тимофеевич Аксаковтың ижады һәм уның ғаиләһе менән бәйләнешле иң яҡшы мәғрифәтселек эше өсөн» номинацияһы
    • студентке Башкирского государственного педагогического университета имени Мифтахетдина Акмуллы Юлии Абдуллиной, представившей на конкурс литературную экскурсию по городу Уфе «Уфа Аксакова и Нестерова. По следам детства…».

2011 йыл[6]Үҙгәртергә

  • «Ғәмәли характерҙағы иң яҡшы эш өсөн» номинацияһы
    • Шуватова Екатерина Владимировна, Башҡорт физик культура институтының сервис һәм туризм факультетының 5 курс студенты: «Башҡортостан Ресупубликаһында музей туризмы (С.Т. Аксаковтың Өфөләге Мемориаль йот-музейы миҫалында» исемле эше өсөн. Ғилми етәксеһе – педагогия фәндәре кандидаты доцент Әминева Л.Я.;
    • Гумерова Венера Наил ҡыҙы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы сәнғәт факультетының 5 курс студенты: «Кукольная сценка по пьесе Августа Коцебу «Ненависть к людям и раскаяние» для настольного театрика»» эше өсөн. Ғилми етәксеһе – профессор Арсланов Р.М.
  • «Сергей Тимофеевич Аксаковтың ижады һәм уның ғаиләһе менән бәйләнешле иң яҡшы мәғрифәтселек эше өсөн» номинацияһы
    • Сәғәҙиева Ильвира Наил ҡыҙы, Онищенко Александр Тарасович, Гәрәева Маргарит Айрат ҡыҙы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих факультеты студенттары: «Научно-популярный видеоф ильм «Провинциальная усадьба в 1812 году: Аксаковы и культурная среда дворянства Уфимского уезда» тигән эш өсөн. Ғилми етәксеһе – тарих фәндәре кандидаты доцент Леонова Т.А.

СығанаҡтарҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә