Батыев Сәлих Ғилемхан улы
Батыев Сәлих Fилемхан улы (24 ноябрь 1911 йыл — 7 декабрь 1985 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1960—1983 йылдарҙа Татар АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе (Татарстан тарихында был яуаплы вазифаны иң оҙаҡ биләгән етәксе), РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы Рәйесе урынбаҫары.
Батыев Сәлих Ғилемхан улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы РСФСР СССР |
Тыуған көнө | 24 ноябрь 1911 |
Тыуған урыны | Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 7 декабрь 1985 (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡазан, РСФСР, СССР |
Балалары | Эльвира Салиховна Батыева[d] |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] һәм депутат Верховного Совета РСФСР[d] |
Уҡыу йорто | КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XXII съезы[d] һәм КПСС-тың XXI съезы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСәлих Fилемхан улы Батыев 1911 йылдың 11 (24) ноябрендә Рәсәй империяһы Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1] Яңы Дөмәй ауылында башҡорт ғәиләһендә тыуған[2]. Үҫмер йылдарынан уҡ йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, тыуған ауылында тәүге комсомол ячейкаһын ойоштороусыларҙың береһе була.
1930—1931 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡорт АССР-ы Баҡалы район комитетында пропагандист булып эшләй. 1931 йылда Ҡазанда финанс-экономика институтына инә, өсөнсө курста партия саҡырыуына яуап итеп, уҡыуын ҡалдыра һәм комсомол органдарында эш башлай: 1933—1936 йылдарҙа Татар АССР-ының ул саҡтағы Аҡташ районында МТС начальнигының комсомол эштәре буйынса ярҙамсыһы, артабан ВЛКСМ-дың Арса район комитеты секретары була. 1935 йылда партия өлкә комитетының беренсе секретары Лепа тәҡдиме менән 25 йәшлек Сәлих Батыев ВЛКСМ-дың Татарстан өлкә комитетына бүлек мөдире теп үрләтелә.
- 1937—1943 й. — Ҡазан химия-технология институты уҡытыусыһы
- 1943—1950 й. — Татар АССР-ы Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары
- 1950—1951 й. — ВКП(б) Үҙәк Комитеты инструкторы
- 1951—1957 й. — КПСС-тың Татарстан өлкә комитеты секретары
- 1957—1960 й. — КПСС-тың Татарстан өлкә комитетының икенсе секретары
- 1960—1983 й. — Татар АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе, РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы Рәйесе урынбаҫары.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәХәтер
үҙгәртергә- Романов В. Он был достойным сыном двух братских народов (К 105-летию со дня рождения выдающегося государственного деятеля Салиха Батыева). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 11 ноябрь[3].
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Батыев Салих Галимханович (1911—1985 гг.) 2016 йыл 4 март архивланған.
- Батыев Салих Гилимханович
- 95-летию Салиха Гилимхановича Батыева посвящается(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы
- ↑ Батыев Салих Гилимханович . Дата обращения: 8 ғинуар 2013.
- ↑ Он был достойным сыном двух братских народов , 2016, 11 ноябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 ноябрь 2016)