Батыев Сәлих Ғилемхан улы

партия һәм дәүләт эшмәкәре
(Сәлих Батыев битенән йүнәлтелде)

Батыев Сәлих Fилемхан улы (24 ноябрь 1911 йыл — 7 декабрь 1985 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1960—1983 йылдарҙа Татар АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе (Татарстан тарихында был яуаплы вазифаны иң оҙаҡ биләгән етәксе), РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы Рәйесе урынбаҫары.

Сәлих Fилемхан улы Батыев
Батыев Сәлих Ғилемхан улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 РСФСР
 СССР
Тыуған көнө 24 ноябрь 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 7 декабрь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Балалары Эльвира Салиховна Батыева[d]
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d] һәм депутат Верховного Совета РСФСР[d]
Уҡыу йорто КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d] һәм КПСС-тың XXI съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Октябрь Революцияһы ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
СССР-ҙың Юғары Советы депутатының билеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәлих Fилемхан улы Батыев 1911 йылдың 11 (24) ноябрендә Рәсәй империяһы Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1] Яңы Дөмәй ауылында башҡорт ғәиләһендә тыуған[2]. Үҫмер йылдарынан уҡ йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, тыуған ауылында тәүге комсомол ячейкаһын ойоштороусыларҙың береһе була.

1930—1931 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡорт АССР-ы Баҡалы район комитетында пропагандист булып эшләй. 1931 йылда Ҡазанда финанс-экономика институтына инә, өсөнсө курста партия саҡырыуына яуап итеп, уҡыуын ҡалдыра һәм комсомол органдарында эш башлай: 1933—1936 йылдарҙа Татар АССР-ының ул саҡтағы Аҡташ районында МТС начальнигының комсомол эштәре буйынса ярҙамсыһы, артабан ВЛКСМ-дың Арса район комитеты секретары була. 1935 йылда партия өлкә комитетының беренсе секретары Лепа тәҡдиме менән 25 йәшлек Сәлих Батыев ВЛКСМ-дың Татарстан өлкә комитетына бүлек мөдире теп үрләтелә.

  • 1937—1943 й. — Ҡазан химия-технология институты уҡытыусыһы
  • 1943—1950 й. — Татар АССР-ы Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары
  • 1950—1951 й. — ВКП(б) Үҙәк Комитеты инструкторы
  • 1951—1957 й. — КПСС-тың Татарстан өлкә комитеты секретары
  • 1957—1960 й. — КПСС-тың Татарстан өлкә комитетының икенсе секретары
  • 1960—1983 й. — Татар АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе, РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы Рәйесе урынбаҫары.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Романов В. Он был достойным сыном двух братских народов (К 105-летию со дня рождения выдающегося государственного деятеля Салиха Батыева). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 11 ноябрь[3].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы
  2. Батыев Салих Гилимханович. Дата обращения: 8 ғинуар 2013.
  3. Он был достойным сыном двух братских народов  , 2016, 11 ноябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 ноябрь 2016)