Алыҫ Көнсығыш федераль округы

Алыҫ Көнсығыш федераль округы (рус. Дальневосточный федеральный округ) — 2000 йылдың 13 майында Рәсәй Федерацияһының президенты указы менән барлыҡҡа килгән административ ойошма.

Алыҫ Көнсығыш федераль округы
Файл:Map of Russia - Far Eastern Federal District 2018.svg
ФО үҙәгеВладивосток ҡ.
Майҙаны6 215 900 км²
(36,4 % РФ-нан)
Халҡы6 194 969[1] кеше (1 ғинуар 2016)
Халыҡ тығыҙлығы1,04 кеше/км²
Субъекттар һаны9
Ҡалалар һаны68
Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкилеЮрий Трутнев
Рәсми сайтwww.dfo.gov.ru

Хоҡуҡи-административ торошо

үҙгәртергә

Федераль округ Рәсәй Федерацияһының административ берәмеге булып иҫәпләнмәй, йәғни Рәсәй Федерацияһының субъекты түгел[2].

Халҡы һәм милли составы

үҙгәртергә

2002 йылдағы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәтенә ҡарағанда 2002 йылдың 9 октябренә ҡарата Алыҫ Көнсығыш федераль округында 6 692 865 кеше, проценттар менән күрһәкәндә дөйөм Рәсәй халҡының 4,61%-ын тәшкил итә.

Милли состав:

үҙгәртергә
  1. Урыҫтар — 4 964 107 (78,88 %)
  2. Сахалар — 469 897 (7,47 %)
  3. Украиндар — 154 954 (2,46 %)
  4. Корей халҡы — 56 973 (0,91 %)
  5. Татарҙар — 40 003 (0,64 %)
  6. Эвенкиҙар — 27 030 (0,43 %)
  7. Белорустар — 24 502 (0,39 %)
  8. Эвендар (ламуттар) — 22 172 (0,35 %)
  9. Үзбәктәр — 19 561 (0,31 %)
  10. Әрмәндәр — 19 157 (0,30 %)
  11. Әзербайжандар — 16 150 (0,26 %)
  12. Башҡорттар — 6 784 (0,11 %)

2010 йылдағы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәтенә[3] ҡарағанда, ошо округта 6 293 129 кеше йәшәгән. Шулай итеп, һигеҙ йыл эсендә Алыҫ Көнсығыш федераль округы халҡы 400 000 кешегә кәмегән.

Иң ҙур ҡалалары

үҙгәртергә

Округ составы

үҙгәртергә
Алыҫ Көнсығыш федераль округы
Алыҫ Көнсығыш федераль округы
Флаг Федерация субъекты Административ үҙәк Майҙаны (км²) Халҡы (кеше) ТТП (млрд. һум.) ТТП (кешеҙә, һум.)
1   Амур өлкәһе Благовещен 361 913 805 689[1] 136,784 167 441
2   Йәһүд автономиялы өлкәһе Биробиджан 36 266 166 120[1] 26,695 154 600
3   Камчатка крайы Петропавловск-Камчатский 464 275 316 116[1] 78,248 244 106
4   Магадан өлкәһе Магадан 462 464 146 345[1] 41,948 275 325
5   Приморье крайы Владивосток 164 673 1 929 008[1] 319,359 164 004
6   Саха (Яҡутстан) Республикаһы Яҡутск 3 083 523 959 689[1] 304,986 319 163
7   Сахалин өлкәһе Южно-Сахалинск 87 101 487 293[1] 335,878 681 015
8   Хабаровск крайы Хабаровск 787 633 1 334 552[1] 273,212 203 573
9   Чукот автономиялы округы Анадырь 721 481 50 157[1] 30,699 604 549
10   Байкал аръяғы крайы Чита
11   Бүрәт Республикаһы Улан-Удэ

Тасурилама

үҙгәртергә

Алыҫ Көнсығыш федераль округтың майҙаны 6 215 900 километр квадрат, ул бөтә Рәсәйҙең 36% майҙанын тәшкил итә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 Оценка численности постоянного населения на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год. Дата обращения: 27 март 2016. Архивировано 27 март 2016 года.
  2. Российская Федерация состоит из республик, краев, областей, городов федерального значения, автономной области, автономных округов — равноправных субъектов Российской Федерации (Конституция РФ, ст.5, п.1)
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Официальные итоги с расширенными перечнями по национальному составу населения и по регионам. 2021 йыл 9 декабрь архивланған.: см. 2012 йыл 18 октябрь архивланған.