Сәйедмәммәдова Зөләйхә Мирғәбиб ҡыҙы

Сәйедмәммәдова Зөләйхә Мирғәбиб ҡыҙы (әзерб. Züleyxa Mirhəbib qızı Seyidməmmədova; 22 март 1919 йыл1999 йыл) — совет лётчик-истребителе, капитан, 586-сы истребитель авиация полкының штурманы, парашют спорты инструкторы, Әзербайжан ССР-ының Социаль тәьминәт министры (1951—1974). Әзербайжан ҡатын-ҡыҙҙарынан тәүге осоусы.

Зөләйхә Сәйедмәммәдова
әзерб. Züleyxa Mirhəbib qızı Seyidməmmədova
Тыуған ваҡыты

22 март 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны

Әзербайжан Халыҡ Республикаһы, Баҡы

Үлгән ваҡыты

1999({{padleft:1999|4|0}})

Вафат урыны

Әзербайжан, Баҡы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

Хәрби-Һауа көстәре

Хеҙмәт итеү йылдары

19411945

Хәрби звание Капитан
Капитан ВВС СССР
Капитан ВВС СССР
Часть

586-сы истребитель авиация полкы

Командалыҡ итеү

586-сы истребитель авиация полкы командирының урынбаҫары

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Почёт Билдәһе» ордены
Отставкала

Әзербайжан ССР-ының Социаль тәьминәт министры

Тышҡы рәсемдәр
Һуғыш осоро фотографияһы
Әзербайжандың почта маркаһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Зөләйхә Мирғәбиб ҡыҙы Сәйедмәммәдова 1919 йылдың 22 мартында Баҡыла тыуған. Мәктәптә уғыған осорҙа авиация спорты менән ҡыҙыҡһына.

Мәктәпте тамамлағандан һуң Әзербайжан индустриаль институтына уҡырға инә. 1934 йылдың яҙында Баҡы аэроклубына йөрөй башлай һәм шул уҡ йылдың октябрендә аэроклуб пилоты булып китә. 1935 йылдың авгусында Мәскәүҙә 1-се Бөтә Союз парашютистар слетында уға инструктор-парашютист квалификацияһы бирелә. 1936 йылдың 21 ғинуарында Кремлдә Әзербайжанда совет власының урынлаштырыуының 15 йыллығына бәйле тантаналы сара уҙа, бында Зөләйхә Сәйедмәммәдова «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә. 1936 йылдан Баҡы аэроклубының осоусы-инструкторы булып китә. 1938 йылда Әзербайжан индустриаль институтын тамамлай һәм инженер-геолог һөнәрен ала.

1938 йылда Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһының штурман факультетына уҡырға инә. 1939 йылдың декабрендә Мәскәү советы депутаты итеп һайлана. 1940 йылдың 23 февралендә кесе лейтенант званиеһы бирелә.

1941 йылдың майында академияны тамамлай һәм академия ҡарамағындағы уҡыу авиаполкы эскадрильяһының штурманы итеп тәғәйенләнә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул хеҙмәт иткән полк хәрби тип үҙгәртелә һәм Мәскәүҙе обороналау системаһына индерелә. 1941 йылдың аҙағында яңы ойошторолған 586-сы ҡатын-ҡыҙҙар истребитель авиация полкының штурманы итеп тәғәйенләнә. Был полк составында Сталинград алышында, Курск дуғаһы алышында, Корсунь-Шевченко операцияларында ҡатнаша. 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Һуғыш осоронда үҙенең Як-9 самолет-истребителендә 500-ән ашыу хәрби осош яһай һәм 40-тан ашыу һауа алыштарына инә. Еңеүҙе 586-сы истребитель авиация полкы командирының урынбаҫары булараҡ Бухарест ҡалаһында ҡаршылай.

Демобилизацияланғас Баҡыға ҡайта, бындабашта Баҡы ҡала партия комитеты инструкторы булып эшләй. 1946 йылдың сентябрендә Әзербайжан ВЛКСМ Үҙәк комитетытының сәркәтибе итеп һайлана һәм был вазифаны 1951 йылға ҡәҙәр башҡара. 1947 йылда Әзербайжан ССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. 1951—1974 йылдарҙа — Әзербайжан ССР-ының социаль тәьминәт министры вазифаһын үтәй. Шулай уҡ Әзербайжан Сит илдәр менән дуҫлыҡ мәҙәни бәйләнештәр йәмғиәте президиумы рәйесенең урынбаҫары булып эшләй.

Хеҙмәттә күренекле ҡаҙаныштары һәм уңышлы йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Ленин ордены менән бүләкләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Ете орден һәм бер нисә миҙал менән бүләкләнгән:

  • Ленин ордены
  • ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • ике «Почёт Билдәһе» ордены
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Алдан килеүсе:
'
Әзербайжан ССР-ының Социаль тәьминәт министры
19511974
Һуңынан килеүсе:
'