Тарихи Сүриә (Шам) төбәге (ғәр. ٱلشَّام‎ - әш-Шам, иероглифлы лувий теле : сура / и ; грек. Συρία; хәҙерге әҙәбиәттә шулай уҡ Бөйөк Сүриә, Сүриә-Фәләстин төбәге йәки Левант) — Урта диңгеҙҙән көнсығышҡа табан урынлашҡан территория.

Сүриә
ғәр. ٱلشَّام
ғәр. Ash-Shām
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Азия
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Левантийское море[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Бәрәкәтле ярымай
Иң юғары нөктә Курнет-эс-Сауда[d]
Урынлашыу картаһы
Карта
 Сүриә Викимилектә

Этимологияһы

үҙгәртергә

«Сүриә» атамаһының иң боронғо яҙмаһы иероглифлы лувий телендә һәм финикия телдәрендә беҙҙең эраға тиклем VIII быуатҡа ҡарай. Был яҙыуҙа лувийса Sura/i һүҙе финикия теленә «Ассирия» тип тәржемә ителгән.

Беҙҙең эраға тиклем V быуатта Геродот өсөн Сүриә төньяҡҡа Галисҡа тиклем (хәҙерге Ҡыҙылырмаҡ йылғаһы) һәм көньяҡҡа Ғәрәбстанға һәм Мысырға тиклем һуҙылған.

Тарих дауамында төбәк бик күп төрлө халыҡтар контроле аҫтында була, шул иҫәптән арамейҙар, боронғо мысырҙар, ханаанейҙар, Ассирия, Бабилия (Вавилония), Әһәмәниҙәр дәүләте, боронғо гректар, әрмәндәр, Рим империяһы, Византия империяһы, Хаҡ хәлифәт, Өмәүиҙәр хәлифәлеге, Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге, Фатимиҙар хәлифәлеге, тәре йөрөтөүселәр, Әйүбиҙәр династияһы, Мәмлүктәр солтанлығы, Ғосман империяһы, (Бөйөк Британия)Берләшкән Короллек һәм Өсөнсө Француз республикаһы.

Төбәк сиге тарих дауамында үҙгәрә һәм һуңғы тапҡыр беҙҙең көндәрҙә оҙаҡҡа һуҙылмаған Сүриә ғәрәп короллеге һәм артабан Франция менән Бөйөк Британия килешеүендә билдәләнә.

Беренсе донъя һуғышынан һуң биләмә Франция һәм Бөйөк Британия мандаттарына бирелә һәм Оло Ливанға, Сирия мандаты аҫтында төрлө дәүләттәргә, Түбәнге Палестинаға һәм Трансиордания Әмирлегенә бүленә. Сүриә мандаты аҫтындағы дәүләттәр яйлап Сүриә дәүләтенә берләштерелә һәм, ниһайәт, 1946 йылда бойондороҡһоҙ Сүриәгә әүерелә. Ошо осорҙа пансүриә милләтселәре Бөйөк Сүриә төҙөү өсөн сығыш яһай.

Дини әһәмиәте

үҙгәртергә

Төбәктә ибраһими диндәр өсөн мөһим урындар бар[1] :

Урыны Тасуирламаһы Һүрәт
Акра Аккола Баһаулланың ҡәбере бар, ул баһаиҙар өсөн иң изге урын булып тора[2][3].
 
Алеппо Алеппола Бөйөк мәсет урынлашҡан, унда Зәкәрийә ерләнгән тип иҫәпләнә[4], христианлыҡта ла, исламда ла иҫтәлекле урын[5][6].
 
Вифлеем Вифлеемда йәһүдтәр, христиандар һәм мосолмандар өсөн мөһим урындар бар. Шуларҙың береһе — Рахиль (Рәхилә) Төрбәһе, уны бөтә өс конфессия вәкилдәре лә хөрмәт итә. Икенсеһе — христиандар хөрмәт иткән Раштыуа сиркәүе (Ғайса) һәм яҡында мосолмандар хөрмәт иткән Ғүмәр мәсете[7].
 
Дамаск Иҫке ҡалала Өмәүиҙәр мәсете бар[8], ул Өмәүиҙәр дәүерендәге иң ҙур һәм иң яҡшы һаҡланған мәсеттәрҙең береһе тип һанала. Унда Зәкәриәнең улы Сумдырыусы Яхъяның мәйете ята тип иҫәпләнә[9] ул христианлыҡта һәм исламда атаһы кеүек үк хөрмәт ителгән зат[6]. Башҡа мөһим урындар: Баб әс-Сәғир[10][11] Һәм Сәйед Руҡайя мәсете[12][13].
 
Хайфа Хайфала Баб Төрбәһе урынлашҡан. Был Баһаи инаныслылар өсөн изге урын[14]. Яҡында Кармель тауы урынлашҡан. Изге Яҙмалағы Илия фигураһы менән бәйле булғанлыҡтан, ул христиандар, друздар, йәһүдтәр һәм мосолмандар өсөн мөһим.
 
Хеврон Иҫке Ҡалала Патриархтар мәмерйәһе урынлашҡан. Унда Библия персонаждары Ибраһим пәйғәмбәр, уның ҡатыны Сара, уларҙың улы Исхаҡ, уның ҡатыны Ревекка, уларҙың улы Яҡуб һәм ҡатыны Лиә ерләнгән ерләнгән тип фараз ителә, шунлыҡтан улар ибраһими конфессияларына, шул иҫәптән мосолмандарға һәм йәһүдтәргә изге урын тип һанала[15][16].
 
Хиттин Хиттиндан алыҫ түгел Шөғәйеп пәйғәмбәр ерләнгән. Был друздар һәм мосолмандар өсөн изге урын һанала[17][18]..
 
Иерихон / Ән-Нәби Муса Көнбайыш ярҙағы Иерихон ҡалаһы янында Нәби Мусаның (Муса пәйғәмбәр ғибәҙәтханаһы урынлашҡан, уны мосолмандар Муса ерләнгән урын тип иҫәпләй[19] .
 
(Ҡотдос) Иерусалим Бындай иҫтәлекле урындары бар: Храм Гроба Господня[20] Илау диуары һәм Әл-Аҡса мәсете, Иҫке ҡала христианлыҡ, ислам һәм йәһүдиҙәр өсөн изге урындар һанала[1].
 

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Mustafa Abu Sway. The Holy Land, Jerusalem and Al-Aqsa Mosque in the Qur'an, Sunnah and other Islamic Literary Source, Central Conference of American Rabbis. 2011 йыл 28 июль архивланған.
  2. National Spiritual Assembly of the United States (January 1966). «Shrine of Bahá'u'lláh». 418. ISSN 2018-12-26.
  3. UNESCO World Heritage Centre. Baháʼí Holy Places in Haifa and the Western Galilee (8 июль 2008). Дата обращения: 8 июль 2008. Архивировано 3 сентябрь 2011 года.
  4. The Great Mosque of Aleppo | Muslim Heritage (24 март 2005). Дата обращения: 30 июнь 2016. Архивировано 10 март 2018 года.
  5.   19
     
  6. 6,0 6,1 Abdullah Yusuf Ali, The Holy Qur'an: Text, Translation and Commentary, Note. 905: «The third group consists not of men of action, but Preachers of Truth, who led solitary lives. Their epithet is: „the Righteous.“ They form a connected group round Jesus. Zachariah was the father of John the Baptist, who is referenced as „Elias, which was for to come“ (Matt 11:14); and John the Baptist is said to have been present and talked to Jesus at the Transfiguration on the Mount (Matt. 17:3).»
  7. ..
  8. Totah. «Return to the origin: negotiating the modern and unmodern in the old city of Damascus». 1.
  9. Burns, 2005, p.88.
  10. Bab Al-Saghir. Дата обращения: 31 октябрь 2017. Архивировано 12 май 2021 года.
  11. Demeter, D. Damascus – Bab al-Saghir Cemetery (دمـشـق – مـقـبـرة الـبـاب الـصـغـيـر) (24 сентябрь 2014). Дата обращения: 12 март 2018. Архивировано 29 декабрь 2018 года.
  12. 'Summary of the Tragedy of Sayyeda Ruqayya', Booklet at Ruqayya Mosque, 2008
  13. Kramer, H. Bab Al-Saghir Cemetery (12 апрель 2015). Дата обращения: 12 март 2018. Архивировано 5 август 2021 года.
  14. Beauty of restored Shrine set to dazzle visitors and pilgrims, Baháʼí World News Service (12 April 2011). 12 апрель 2011 тикшерелгән.
  15. . — ISBN 978-0-7425-0106-5.
  16. . — ISBN 978-1-5326-6213-3.
  17. . — ISBN 90-04-11251-0.
  18. . — ISBN 978-1-9039-0036-9.
  19. J. M. . — P. 369.
  20. Church of the Holy Sepulchre, Jerusalem. Jerusalem: Sacred-destinations.com (21 февраль 2010). Дата обращения: 7 июль 2012. Архивировано 3 сентябрь 2009 года.