Атака́ма сүле (исп. Desierto de Atacama) — Көньяҡ Американың көнбайыш яр буйында Чили территорияһында (көньяҡ киңлектең 22° һәм 27° араһында) урынлашҡан сүл. Майҙаны — 105 000 км2[1]. Тымыҡ океан һуғышына (1879—1883) тиклем Боливия составында булған.

Атакама
исп. Desierto de Atacama
Координаты: пропущена долгота
Ил
Типҡомло, ташлы 
Майҙаны105 000 км²
Климат
Ғинуарҙа уртаса температура19—20  °C
Июлдә уртаса температура13—14  °C
Йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары50-нән кәм  мм
Чили
Красная точка
Атакама
 Atacama Desert Викимилектә

Тасуирлама

үҙгәртергә

Перу ағымы атмосфераның түбәнге ҡатламдарын һыуыта һәм яуым-төшөм (йылына 50 миллиметрҙан кәм) яуырға ҡамасаулаған температура инверсияһын барлыҡҡа килтерә. Ерҙең иң ҡоролоҡло урындарҙың береһе (һуңғы дүрт быуат дауамында бында ҙур күләмле яуым-төшөмдәр күҙәтелмәгән). Селитра, бура, иод, аш тоҙо, баҡыр ятҡылыҡтары бар.

Яр буйында ғинуарҙың уртаса температураһы 19—20 °C, июлдә — 13—14 °C. Ҡышын сүлдең ҡайһы бер төбәктәрендә йыш ҡына томандар, юғары дымлылыҡ күҙәтелә.

Үҫемлектәр бик һирәк осрай йәки бөтөнләй юҡ: урыны менән катустар һәм ҡыуаҡлыҡтар осрай. Фауна аҙ һанлы, ләкин яр буйы ҡаяларында балыҡ менән туҡланыусы ҡоштар колонияһы бар.

Сүл сигендә Тымыҡ океан яр буйында — Арика һәм Икике ҡалалары урынлашҡан.

 
Көньяҡ Америка территорияһнда урынлашыуы. Һары төҫ менән сүл күрһәтелгән, ҡыҙғылт-һары төҫ менән сүлгә яҡын ятҡан ҡоролоҡло райондар күрһәтелгән, уларҙ ҡайһы саҡта Атакама сүленә индереләр.

Ерҙең иң ҡоро сүле. Атакама Көньяҡ Американың көнбайыш яр буйында Чилиның төньяғында урынлашҡан һәм көнбайышта Тымыҡ океан, төньяҡта — Перу, көнсығышта — Боливия һәм Аргентина менән сиктәш.

Сүлдең ҡайһы бер урындарында бер нисә тиҫтә йыл эсендә ямғыр бер тапҡыр яуа. Чилиның Антофагаста өлкәһендә уртаса йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары 1 мм тәшкил итә. Атакаманың ҡайһы бер метеостанциялары бер ҡасанда ямғыр яуыуын теркәмәгән. Атакамала 1570 йылдан 1971 йылға ҡәҙәр ҙур яуым-төшөмдәр булмауы хаҡында дәлилдәр бар[2]. Был сүлдә иң түбән һауа дымлылығы теркәлгән: 0%[3].

Панорамный снимок вблизи Паранальской обсерватории, высота около 2600 метров над уровнем моря
Закат над обсерваторией Ла-Силья (южная часть пустыни Атакама)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Wright, John W., ed. (2006). The New York Times Almanac. — 2007. — New York: Penguin Books, 2006. — P. 456. — ISBN 978-0-14-303820-7.
  2. Wright John W. (ed.). The New York Times Almanac. — 2007. — New York, New York: Penguin Books, 2006. — P. 456. — ISBN ISBN 0-14-303820-6.
  3. Boehm Richard G. The World and Its People. — 2005. — Columbus, Ohio: Glencoe, 2006. — P. 276. — ISBN ISBN 0-07-860977-1.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Пустыни мира