Сүлте
Сүлте (рус. Сюльтино) — Башҡортостан Республикаһының Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 339 кеше булған[1]. Почта индексы — 452269, ОКАТО коды — 80230868001.
Ауыл | |
Сүлте | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Тарихы
үҙгәртергәАғиҙелдең һул ҡушылдығы булған Баҙы йылғаһы үҙәнендәге Сүлте ауылын Ҡыр-Йылан улусына ҡараған Йәлдәк ырыуы башҡорттары рөхсәте менән борондан Байлар ырыуының ерһеҙ башҡорттары (припущенниктар йәки керҙәштәр) төйәк итә. Беренсе булып Каманың уң яғында йәшәгән Солтанғәли (Султы — Сүлте) атлы уҙаман ҡустылары Игелек һәм Ҡорбанғәли менән бергә Байлар улусынан килеп төпләнә. Тәүҙә улар бер аҙ ваҡыт хәҙерге Дүртөйлө районының Солтанбәк ауылынан көнбайыштараҡ ятҡан ҡалҡыулыҡҡа урынлаша. Бер аҙҙан Йәлдәк ырыуы аҫабалары яңы урынға күсенеп ултырғандан һуң Байлар ырыуы башҡорттары мәңгелеккә бында төпләнеп ҡала. 1700 йылда Сүлте ауылы Бурлытау тигән биләмәгә ныҡлап төпләнә[2].
Сүлте башҡорттарының ышаныслы кешеһе Әбделвәхит Ейәнғолов XVII быуат аҙағында төҙөлгән килешеүҙән өҙөмтә килтерә: "Байлар улусынан минең олатайым Сүлтенай Багаев иптәштәре менән Йәлдәк улусында йәшәгән ырыуҙаштары ерендә 1691 йылдың 17 мартында бирелгән яҙмаға ярашлы Баттал умарта урманын һәм Баҙы йылғаһы буйындағы сабынлыҡтарҙы Наҙы йылғаһы үҙәненә тиклем ошо яҙмаға ярашы файҙаланырға хоҡуҡлы..."[3].
Архив документтары буйынса ауылға нигеҙ 1693 йылда һалына, ә легенда буйынса — 1700 йылда. 1858 йылда үткәрелгән рәүиз документтарында ауыл халҡы керҙәштәр (припущенниктар) булараҡ теркәлә, ә 1870 йылда улар башҡорттар тип таныла. Керҙәш башҡорттар типтәрҙәр составын тулыландыра[3].
1834 йылда ауылда тирмән, тимерлек эшләй. Типтәрҙәрҙә 120 солоҡ, ә башҡорттарҙа 55 умарта һәм 30 солоҡ булыуы теркәлә. 1843 йылда 270 башҡортҡа 464 бот ужым һәм 776 бот яҙғы иген сәселә. Никахтар буйынса: 1816 йылда 31 ғаиләнең 6-һында күп ҡатынлылыҡ күҙәтелә. Ә 1834 йылда бындай күренеш 50 ғаиләнең 8-ендә күҙәтелә. XIX быуат уртаһында дүрт, өс һәм 2 ҡатын менән йәшәгән 6 ғаилә билдәләнә[3].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 561 | 268 | 293 | 47,8 | 52,2 |
1959 йыл 15 ғинуар | 411 | 196 | 215 | 47,7 | 52,3 |
1970 йыл 15 ғинуар | 457 | 219 | 238 | 47,9 | 52,1 |
1979 йыл 17 ғинуар | 363 | 160 | 203 | 44,1 | 55,9 |
1989 йыл 12 ғинуар | 347 | 165 | 182 | 47,6 | 52,4 |
2002 йыл 9 октябрь | 367 | 180 | 187 | 49,0 | 51,0 |
2010 йыл 14 октябрь | 339 | 164 | 175 | 48,4 | 51,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй): 20 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 90 км
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Хәйретдинов Ирфад Шәрәфетдин улы (12.02.1927—16.01.1997), хеҙмәт алдынғыһы. 1957—1989 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы электромонтёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1981), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1972)[4].
- Хәсәншин Данил Дәүләтша улы (22.08.1937) — композитор, 1973 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ .
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 271 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2019)
- ↑ Дюртюлинская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Юсупов. — Уфа: Башк. энцикл., 2020. — 572с.: ил., карты. ISBN 978-5-88185-493-5 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2022)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2022)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2022)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сүлте // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2022)
- Сюльтино на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2022)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |