Сурина Сәрүәр Рәшит ҡыҙы
Сурина Сәрүәр Рәшит ҡыҙы (псевдонимы Кинйә Мәзит; 8 декабрь 1957 йыл) — драматург, журналист, тәржемәсе, сценарист, балалар яҙыусыһы, шағир. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар (2000) һәм Журналистар (1982) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2007). Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы (2001), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге (2007), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2012) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2019) премиялар лауреаты. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитетының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнгән (2017).
Сурина Сәрүәр Рәшит ҡыҙы | |
![]() | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Йүнәлеше: |
тележурналист |
БиографияһыҮҙгәртергә
Сәрүәр Рәшит ҡыҙы Сурина (ҡыҙ фамилияһы Искәндәрова) 1957 йылдың 8 декабрендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылында тыуған.
1975 йылда Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) тамамлай һәм Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә.
1980 йылда Башҡортостан дәүләт радио һәм телевидение комитетында эш башлай.
Сәрүәр Суринаның хеҙмәт юлы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн телевизион тапшырыуҙар ойоштороуҙан башлана. Йәш быуында илһөйәрлек хисен үҫтереүгә арналған «Йәйғор», «Әкиәт йомғағы», «Күңелле станциялар», «Яҙыусылар — балаларға», «Фронт хаттары», «Туған яҡ биҙәктәре», «Туған моңдар», «Йырлайбыҙ ҙа уйнайбыҙ» кеүек телевизион теҙмәләр халыҡ ижады рухы менән һуғарыла. «Минең әкиәтем», «Тыуған яҡ легендалары», «Тыуған моңдар», «Әкиәт йомғағы» телевизион бәйгеләре тамашасы һөйөүен яулай.
Башҡорт халыҡ әкиәттәре, легендалары, йыр тарихтары буйынса әҙерләгән «Ҡаҙҙы кем ашаған?», «Балта һурпаһы», «Аҡыллы ҡыҙ», «Кем көслө?», «Ҡырлай урманында осрашыуҙар», «Батыр ҡуян» һ.б. телеспектаклдәре телевидение фондында һаҡлана.
1992 йылдан «Башҡортостан» Дәүләт телерадиокомпанияһының «Хазина» ижади берекмәһе мөхәррире.
2010 йылдан «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» ның комментатор-мөхәррире, 2018 йылға тиклем Башҡортостан юлдаш телевидениеһында өҙлөкһөҙ эшләй һәм хеҙмәт ветераны статусына лайыҡ була.
Ижади эшмәкәрлегеҮҙгәртергә
Сәрүәр Сурина мәктәп йылдарында уҡ шиғыр һәм хикәйәләр яҙа башлай. Башҡорт дәүләт университетында уҡыған осорҙа «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә. Уның балалар һәм өлкәндәр өсөн пьесаларҙан, сценарийҙарҙан, шиғырҙарҙан, әкиәттәрҙән торған биш китабы донъя күргән, әҙәби әҫәрҙәре ваҡытлы матбуғатта баҫылып тора. Журналист булараҡ, республикабыҙҙың гәзит һәм журналдарында халыҡ ижадына һәм шөғөлдәренә арналған мәҡәләләре, ижади портреттар, очерктар менән даими сығыш яһай.
ТележурналистҮҙгәртергә
Сәрүәр Сурина Юлай Ғәйнетдинов, Әнүәр Нурмөхәмәтов, Әлфиә Асылбаева-Батталова менән бергә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының (БСТ) «Хазина» ижад берекмәһен ойоштороусыларҙың береһе. "Хазина" ижад берекмәһе 1992-2010 йылдарҙа эшләй, меңәрләгән телевизион тапшырыуҙар, фильмдар, репортаждарҙың төп темаһы: башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады, әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте, һөнәрҙәре һәм кәсептәре, йырҙары һәм бейеүҙәре, халыҡ театрҙары һәм йола байрамдары - ошо уникаль хазинаны һаҡлаусы һәм артабан үҫтереүсе шәхестәр.
Сәрүәр Сурина "Хазина" беремәһендә эшләү дәүерендә, республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында, Рәсәйҙең милләттәштәребеҙ көн иткән күп төбәктәрендә булып, башҡорт халҡының күп яҡлы ижад өлгөләрен табыуға, уларҙы киләсәк быуындар өсөн һаҡлауға һәм пропагандалауға тос өлөш индерә. Ул ижад иткән телевизион тапшырыуҙарҙың бер өлөшөн - 800-гә яҡын видеояҙманы Ютуб каналында "Сарвар Сурина" сайтында ҡарарға була.
Ул халыҡ ижадының аҫыл үрнәктәрен сағылдырыусы айырым ижадсылар һәм фольлор коллективтары тураһында «Тыуған яҡ байрамдары», «Халыҡ оҫталары», «Туған тел дәрестәре» исемле тапшырыуҙар циклдарын әҙерләй. Уларҙа ижадсының тормошҡа киң һәм заманса ҡарашы, туған телгә, халҡыбыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә, ауыҙ-тел ижадына һәм әҙәбиәтенә ихтирамлы һәм һаҡсыл тойғолары сағыла. Бер үк ваҡытта был тапшырыуҙарҙа журналистың йор тасуирлы теле, бай лексикаһы ярылып ята.
«Уҙаман», «Заң», «Шәхес» тигән баш аҫтында С. Р. Сурина үҙенең авторлыҡ программаларын эфирға сығара. Тапшырыуҙарҙа башҡорт халҡының арҙаҡлы ул-ҡыҙҙарының эшмәкәрлеге, уларҙың ғибрәтле-фәһемле яҙмыштары, оло ваҡиғалар шаңдауы һәм бөгөнгө заман проблемалары күрһәтелә. Был рубрикалар аҫтында Жәлил Кейекбаев, Рамаҙан Өмөтбаев, Зәйнәб Биишева, Фатима Мостафина, Салауат Дәүләтбаев, Земфира Сәхипова, Камил Әхиәров, Суфиян Поварисов, Хәлимә Ҡорбанаева, Әкрәм Бейешев, Рим Йәнғужин, Сәлимә Түлебаева, Фуат Биишев, Ғөбәйҙулла Илишев, Вәли Псәнчин, Флүрә Аҙнабаева, Ғайса Хөсәйенов, Нәжибә Мәҡсүтова, Азат Айытҡолов, Хәнифә Әбүбәкерова, Миҙхәт Байрамғолов, Вәсилә Садиҡова, Әсмә Усманова, Дамир Вәлиев һәм башҡалар хаҡында телевизион портреттар әҙерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты БРГИ-1 (2018)
- «Ал да нур сәс халҡыңа» — Бөтөн донъя башҡорттары башҡарма комитеты миҙалы (2017)
- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2013)
- Рәсәй Федерацияһы Журналистар Союзы Почёт грамотаһы (2011)
- Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (2007)[1]
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2007)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005)
- Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы лауреаты (2001)
Шағир, яҙыусы һәм драматургҮҙгәртергә
- «Алтын балта» (Йәш тамашасы театры, 1992, режиссеры Йәмилә Әбсәләмова),
- «Заятүләк менән Һыуһылыу» (Башакадемтеатр, 1999, режиссеры Раушания Назарова),
- «Янһарының тылсымлы санаһы»(Ҡурсаҡ театры, 2001, режиссеры Гөлнара Вәлитова),
- «Ҡаҙ батшаһы» (Ҡурсаҡ театры, 2003, режиссеры Гөлнара Вәлитова),
- «Аҫыл йөрәк» (Башакадемтеатр, 2003, режиссеры Рөстәм Хәкимов),
- «Һыуһылыу әкиәте» (Милли йәштәр театры, 2005, режиссеры Илнур Муллабаев).
- «Эҫе ҡар», Динис Бүләков повесы буйынса (Сибай «Сулпан» балалар театры, 2001, режиссеры Гөлнара Вәлитова),
- «Тылсымлы сана» (Сибай башҡорт драма театры, 2016).
- «Урал легендалары. Торатау менән Ағиҙелһылыу», мюзикл (Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе, 2019, режиссеры Лира Фәйзуллина).
- «Ҡанифа юлы» (Сибай, «Сулпан» балалар театры, 2019, режиссеры Зиннур Сөләймәнов).
- «Донъя бабай» (Сибай, «Сулпан» балалар театры, 2020, режиссеры Рөстәм Хәкимов).
- «Абау, яусы килә!» (Салауат башҡорт драма театры, 2020, режиссеры Зиннур Сөләймәнов).
- «Мамытбатыр менән Дәлеү Ғәйшә», Ҡашҡар ауылы тарихы (Сибай филармонияһы, 2021, режиссеры Сулпан Асҡарова);
Халыҡ театрҙары сәхнәһендәҮҙгәртергә
- «Алтын балта» (Учалы районы Ҡорама өлгөлө балалар театры, 2000, режиссеры Ғаяз Ибраһимов).
- «Тылсымлы хыял» (Дүртөйлө халыҡ театры, 2005),
- «Аласабыр менеп кил, йәнем!» (Сәйетбаба халыҡ театры, 2005, режиссеры Зәйтүнә Зәйнышева),
- «Сыңрау торна ҡаурыйы» (Ғафури халыҡ театры, 2005, режиссеры Кәримә Кайдалова),
- «Гөлбәзир» (Балтас халыҡ театры, 2006, режиссеры Байрас Ибраһимов).
- «Аҫыл йөрәк» (Ейәнсура өлгөлө балалар театры, 2016, режиссеры …).
ТәржемәсеҮҙгәртергә
- А.Островский («Глумов хатаһы йәки Дүрт аяҡлы аттың һөрөнгәне», 1998),
- В.Шекспир («Лир король» , 2001),
- К.Гольдони («Ике байға бер шомбай», 2002),
- Ф.Бүләков («Саҡ-Суҡ ҡиссаһы» 2005; «Эх, күгәрсенкәйҙәрем!», 2008),
- Н .Абдыкадыров («Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге», 2005; «Тылсымлы сәңгелдәк», 2006).
- Назим Хикмәт («Йүләркәй», 2009),
- Владимир Ольшанский («Ун өсөнсө йондоҙ», 2011),
- Вл. Гуркин («Саня, Ваня һәм дә Римас», 2010).
Сәрүәр Сурина театр терминдарының башҡорт теленә ярашлы ҡулланышын эҙләй.
Актёрлыҡ оҫталығы хаҡында «Ғәмәл» әсбабын (Таңсулпан Бабичева, 2000) тәржемә итә һәм русса-башҡортса сәхнә терминдары һүҙлеген төҙөй.
Башҡорт академия драма театрының 85 йыллыҡ тарихын сағылдырған «Театр юлы» китабын (Суфия Күсемова, 2005) тәржемә итә.
Башҡорт академия драма театрының 100 йыллығына ҡарата «Башҡорт театры» (Айһылыу Сәғитова, Гөлсәсәк Саламатова, 2019) китабын руссанан башҡортсаға тәржемә итә. Башҡортостан театр белгестәре Айһылыу Сәғитова, Һөйөндөк Сәйетов, Рида Буранова, Ирина Шәмсетдинова, Элвира Дәүләтбирҙина, Әлиә Мәмбәтова, Элвира Әбдрәҡиповаларҙың башҡорт театры тарихы, билдәле режиссерҙары һәм актерҙары хаҡында яҙмаларынан тупланған баҫма 2020 йылда «Рәсәйҙә иң яҡшы театр тураһында китап» исеменә лайыҡ була.
СценаристҮҙгәртергә
- Республика мәҙәни-фольклор байрамдары
- «Салауат йыйыны» («Салауаттың үлемһеҙлеге», 2004, Салауат районы, режиссеры Алмира Ҡыуатова);
- «Салауат йыйыны» («Ҡот тәңкәһе беҙҙә, Салауат!», 2005, Салауат районы, режиссёры Альмира Ҡыуатова);
- «Салауат йыйыны» («Салауат доғаһы», 2008, Салауат ҡалаһы, режиссёры Азат Йыһаншин);
- «Салауат йыйыны» («Батыр тыуған көн», 2009, Өфө ҡалаһы, режиссёры Рөстәм Хәкимов);
- "Аҡмулланың аҡ юлдары" ("Светлые дороги Акмуллы") - мәғрифәтсенең тыуыуына 175 йыл, режиссеры Кәримә Кайдалова (2006);
- «Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген асыу һәм Шәжәрә байрамы», режиссеры Кәримә Кайдалова (2004);
- «Ғафури ҡойоһо» («Мәжит Ғафуриҙең тыуыуына 125 йыл», режиссеры Кәримә Кайдалова, 2006);
- "Сәләмәт бул, Сәйетбаба!" - "Шэжэрэ села Саитбаба" - 300 йыллығы, режиссеры Кәримә Кайдалова, 2004);
- «Ғафури ҡойоһо» («Мәжит Ғафуриҙең тыуыуына 125 йыл», 2006, режиссеры Кәримә Кайдалова);
- «Йәш тауыштар» (әҙәби китап фестивале, 2006, 2007);
- Оло шәхестәрҙең юбилей һәм хәтер кисәләре
- «Динис Бүләков» («Хәтер кисәһе», 2001, режиссеры Азат Нәҙерғолов);
- «Мостай Кәрим, 80 йәш» («Шағир инанған тик мәңгелеккә», 2004, режиссеры Азат Нәҙерғолов);
- «Мәжит Ғафури, тыуыуына 125 йыл» («Сыңрау торна ҡаурыйы», 2006, режиссеры Кәримә Кайдалова);
- «Зәйнәб Биишева, тыуыуына 100 йыл» («Йырҙарға тиң ил ҡыҙы», 2008, режиссеры Салауат Итбаев);
- «Зәйнәб Биишева, тыуыуына 100 йыл» («Бейеш быуаты», 2008, режиссеры Алмира Ҡыуатова);
- «Арыҫлан Мөбәрәков, тыуыуына 100 йыл» («Башҡорт сәхнәһе арыҫланы», 2008, режиссеры Гөлли Мөбәрәкова);
- «Ишмулла Дилмөхәмәтов, тыуыуына 90 йыл» («Яңғырасы. йырым!», 2008, режиссеры Алмира Ҡыуатова);
- «Мостай Кәрим, тыуыуына 85 йыл» («Әйләнә донъя күсәре», 2009, режиссеры Таңсулпан Бабичева);
- «Рәйес Низаметдинов, 50 йәшенә ижад кисәһе» («Ирәмәл бүләге», 2015, режиссеры Алмира Ҡыуатова);
- «Артур Туҡтағолов, 50 йәшенә ижад кисәһе» («Һаҡмар моңо», 2016);
- «Роберт Заһретдинов, тыуыуына 80 йыл» («Сың», 2016, режиссеры Айһылыу Заһретдинова);
- «Рәүеф Ғәзиз улы Кәримов» СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры, Салауат Юлаев ордены кавалеры, физкультура уҡытыусыһы, 60 йәшенә юбилей кисәһе («Атай ҙа булдың һин беҙгә», 2008, режиссеры Алмира Ҡыуатова);
- «1-се мәктәп-интернат», 60 йыллығы тантанаһы («Интернатым — пар ҡанатым», 2008, режиссеры Алмира Ҡыуатова);
- «Ауаз» (Илеш районында көнбайыш, төньяҡ төбәктәрҙәге башҡорт фольклор коллективтары фестивале, 2014);
- «Уйын» (Ҡырмыҫҡалы районында башҡорт милли уйындарының республика байрамы, 2016, режиссеры Рәйес Низаметдинов);
- «Сәсән» (Өфөнөң Киров районы йәштәре кисәһе, 2016);
- «Ғаилә ҡото» (Өлгөлө Башҡорт ғаиләләре йыйыны, башҡорт ғаиләһе көнө — 1 март, 2017, режиссеры Алмира Ҡыуатова);
- «Хәйбулла яғы батырҙары» (100-летие Республики Башкортостан — Историко-культурный марафон — Хайбуллинский район), 2018);
- «Рәми Ғарипов», тыуыуына 90 йыл («Уҡ осошо — шағир ғүмере», БРГИ-1 театр студияһы, 2022, режиссеры Алмира Ҡыуатова);
Башҡортостан телевидениеһы фондында һаҡланған фильмдарҮҙгәртергә
- «Халҡым өмөттәрен һаҡлаған йорт» - «Дом, где хранятся надежды моего народа» (1994, хр. 1 сәғәт ) видеояҙмаһы Башҡортостан телевидениеһының алтын фондына ингән. 1-се мәктәп-интернаттың тарихы, уҡытыусылары һәм уҡыусылары тураһында С.Р.Сурина өс тиҫтәнән ашыу репортаждар, очерктар, фильмдар әҙерләй.
- «Толпар атым — уң ҡанатым» (1986) һәм «Яугир ат Керчь» (2000) телеҡиссалары - Миәкә районындағы «Большевик» колхозының (Илсеғол ауылы) 112-се Башҡорт атлы дивизияһы составында Дондан Эльбаға тиклем һуғыш юлы үтеп, Башҡортостанға кире әйләнеп ҡайтҡан «Керчь» ҡушаматлы ат тураһында ;
- «Пеликандарҙың төньяҡ баш ҡалаһы Берҡаҙан» (2000) экологик фильмы - Дәүләкән районындағы ҡасандыр берғаҙандар (пеликандар) төйәк иткән «Берҡаҙан» һаҙлығы яҙмышына арнала;
- "Ырғыҙ ҡыҙы" - "Дочь Иргиза" - Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина тураһында (2001);
- "Илдә ҡалды яҡтыһы" - "Свет на земле" - Зәйнәб Биишева яҙмышы хаҡында (2001);
- «Миәкә йәйғоро — аҫалы балаҫ» (2001) этнографик фильмы - Миәкә районы туҡыу-һуғыу һөнәре оҫталары хаҡында;
- «Башҡортостан аҫалары» телерепортаждары (2014, 2016) - балаҫ һуғыусыларҙың республика фестивалдәре Әлшәй районында;
- «Уралдың тамбурлы сигеү оҫталары» (2005) телевизион фильмдары төньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ башҡорт төбәге хазинаһы;
- «Аҡмулланың аҡ көндәре» - Миәкә районында мәғрифәтсе-шағир Аҡмулла көндәре (2006, 2008);
- «Башҡорт һүҙлеген төҙөүселәр»(2000) - тел ғалимы, тарих фәндәре кандидаты Әкрәм Бейеш етәкселегендә БР-ның Тарих, Тел, Әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре төркөмө;
- «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе мәктәп уҡыусыларының республика бәйгеләре хаҡында (1998-2018йй., 40-тан ашыу тапшырыу),
- «Донъяның аҡ кейеҙе» - башҡорт кейеҙен баҫыусыларҙың Әбйәлил районындағы семинарҙары, 30-лап тапшырыу (2000—2010);
- «Тамға» республика байрамы" - башҡорт художестволы кейеҙ картина оҫталары ижады (2001-2016 йй.),
- «Мәңгелек наҙ — башҡорт шәле» - дебет шәл бәйләүсе оҫталарҙың республика фестивалдәре, 10 тапшырыу, 2005, 2009);
- «Йыһан көмбәҙе — башҡорт тирмәһе» - "Салауат йыйыны"нда республика тирмәләр бәйгеһе, 6 тапшырыу (2006—2010);
- «Башҡорт китабы — Ҡояштан үрнәк» - Башҡорт китап нәшриәте бүлектәре, мөхәррирҙәре, нәшриәттең 90 йыллығы — (2009);
- «Китабеннас» - «Инеш», «Башинформ», «Ғилем» нәшриәттәре эше, боронғо ҡулъяҙмалар яҙмышы, 15 тапшырыу (1999—2003);
- «Алтын тирмә яҡтыһы» (Свет «Золотой юрты» - Башҡортостандағы 120 халыҡ театрының ижады, 30 тапшырыу, (1998—2009);
- «Алтын һуҡмаҡ» - Башҡортостан мәғрифәтселәре мираҫы хаҡында телеочерктар (2009, 2010);
- «Шағирҙың күңел баҡсаһы» - "Цветущий сад души поэта" - башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич хаҡында телеспектаклдәр (2006);
- «Кинйә абыҙ васыяты» - «Завещание Кинзи-абыза» - башҡорт батыры Кинйә Арсланов хаҡында телефильм (2007);
- «Бейеш быуаты» - «Век Бииша» - Зәйнәб Биишева ижады тураһында телефильмдар (2007);
- «Туған тел тылсымы» - «Волшебство родного слога» - Фуат Биишев тураһында (2010);
- башҡорт фольклор ансамблдәренең бөтә Рәсәй фестивалдәренән репортаждар теҙмәһе — «Ашҡаҙар таңдары» (2006, 2008, 2011);
- «Бер ауылдың тарихы» - "История одного села" - телевизион рубрикаһында (2010-2012) Сурина республиканың көнбайыш төбәгендәге башҡорт ауылдары халҡы һәм уларҙың тарихи хәтере һаман да саф, төплө булып, башҡорт тамырҙарын онотмауы хаҡында утыҙҙан ашыу тапшырыуҙар теҙмәһе әҙерләй. 18-се быуатта Башҡортостанға припущенник булып күсеп килергә мәжбүр булған сарайлы-мең ырыуы башҡортары Миәкә районының Шатмантамаҡ, Елдәр, Сатый, Баязит, Кәркәле, Ҡасыған ауылдарына нигеҙ һалған, шулай уҡ Бишбүләк районы Айыт, Елбулаҡтамаҡ, Мораҙым, Дүсән, Исекәй, Ҡасҡын ауылдары тарихы буйынса тапшырыуҙар әҙерләй. Балтас районы Сәйтәк, Ҡарыш, Иҫке Балтас, Маты, Тушҡыр ауылдары тарихы яҡтыртыла, «Они видели Победу» телеҡиссалары әҙерләнә (2010—2012 йй.);
- 2011—2016 йылдарҙа «Орнамент» телепроекты аша халыҡ һөнәрмәндәре, йолалары, фольклор йыйындары, шәжәрәселәр һәм шәжәрә байрамдары, һәләтле ижади төркөмдәр тураһында йөҙ илле фильм һәм махсус репортаждар аҙна һайын эфирға сыға. Ошо ысынбарлыҡ-рухиәт бәйләнешен сағылдырған телевизион ҡиссалар тамашасыларҙың оло ҡыҙыҡһыныуын уята. Башҡорт халҡының бай рухи мәҙәниәтен төрлө яҡлы итеп күрһәтеүе менән киләсәк быуындар өсөн оло әһәмиәткә эйә.
Баҫылған китаптарҮҙгәртергә
- "Кем кеҫәлде тәмлерәк бешерә?" Балалар өсөн әкиәттәр йыйынтығы. — Өфө: Китап, 1994. — 26 бит.
- «Сыйырсыҡ тәсбихе». Балалар өсөн пьесалар, шиғырҙар, әкиәттәр йыйынтығы. — Өфө: Китап, 2001. — 176 бит.
- «Аҫыл йөрәк». Пьесалар, сценарийҙар. — Өфө: Китап, 2007. — 480 бит.
- «Талисман счастья» — «Ҡот тәңкәһе». Пьесы, драматические композиции, сценарии литературных вечеров и фольклорных праздников. Уфа, «Китап», 2009, - 450 с.
- «Волшебный узелок» — «Тылсымлы төйөнсөк». Пьесы, сказки, стихи. Уфа, 2015 г. 165с.
- «Моң көмбәҙе» — «Купола мелодий». Сборник сценариев для республиканских народных праздников. «Самрау». Уфа, 2017, 240с.
- «Биҙәктәрҙе кем яһаған?». Әкиәттәр. Китап. Өфө, 2018, 75 б. — «Кто создал узоры?». Сказки. Уфа, 2018, 75с.
- «Хоҙайҙан маҡтау» — «Хвала от Бога». Очерки, рассказы, сценарии фильмов о мастерах народных промыслов. Уфа, 2018, 210с.
Сәрүәр Сурина төҙөгән һәм ойошторған китап баҫмалары:Үҙгәртергә
- «Ырғыҙ ҡыҙы». Мәғариф министры Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина (1913—1998) тураһында иҫтәлектәр (42 авторҙан интервью), фотографиялар. Өфө, «Педкнига», 2013 й.2, 263 б.
- «Первый Президент Республики Башкортостан Муртаза Губайдуллович Рахимов. Библиографический указатель.» Уфа, 2014, 170 с. Сост. С. Р. Бишева и С. Р. Сурина.
- «Жизнь вопреки». "Элиза Мугафаровна Ахмерова. Воспоминания, фотовкладыши. Уфа, «Педкнига», 2014 г., 226 с.
- «Иҫтә, һаман да иҫтә Оло Эйек буйҙары». Роза Арғынбаева иҫтәлектәре, документаль фотолар. Өфө, «Педкнига». 2017 й.
- «Бөрйән йөрәге». Детдом яҙмалары. Беренсе китап. Керамика рәссамы, скульптор Фәүзиә Усманова (1942) яҙмышнамә. Өфө, «Самрау», 2015, 156 б.
- «Бөрйән йөрәге» «Киске Өфө» һабаҡтары. Гәзит мәҡәләләре, фотографиялар. Өфө, «Самрау», 2015, 220 б.
- «Тайсын хикмәттәре». Рәмилә Тайсынова (1962) йыйған һәм башҡортсаға тәржемә иткән ғибрәтле хикәйәттәр, көләмәстәр йыйынтығы. Өфө. «Самрау», 2018 й., 260 б.
- «Северное сияние». Ветеран труда Аниса Иншакова. Рассказы о вахтовиках на Севере. Уфа, «Самрау», 2017. 240 с.
- «Йырлы йөрәк». Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Шәрип Фатихов (1926—2018). Шиғырҙар, иҫтәлектәр, фотолар.Өфө, «Самрау», 2018, 232 б.
- «Колосья моего поля». Салихьян Шарипов. "Стихи и авторские фотографии. Уфа, «Инеш», 2018, 150 с.
- «Хәтер ҡуҙҙары». Мәйсәрә Кучаева «Туҡ буйында ниҙәр юҡ» серияһынан 1-се китап. Иҫтәлектәр, документаль фотолар. Өфө, «Педкнига», 2017 й., 230 б.
- «Юлдашым — оло юл башым». Мәйсәрә Кучаева «Туҡ буйында ниҙәр юҡ» серияһынан 2-се китап. Иҫтәлектәр, документаль фотолар. Өфө, «Самрау», 2018 й., 260 б.
- «Йәшәү ҡәҙере». Мәйсәрә Кучаева «Туҡ буйында ниҙәр юҡ» серияһынан 3-сө китап. Иҫтәлектәр, документаль фотолар. Өфө, «Самрау», 2019 й., 232 б.
- «Рәмил Мәжитов хаҡында һүҙ». Хәтернамә. Иҫтәлектәр, шиғырҙар, фотолар, мәҡәләләр. Өфө, «Инеш» 2021 й., 294 б.
- «Яугирҙың ҡуйын дәфтәре». Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Зәйнулла Сәлимов. Шиғырҙар, мәҡәләләр. Өфө, «Самрау», 2022 й, 172 б.
- «Һөйөү вәғәҙәһе», Юрик Салдыев, Ҡәнифә Салдыева. Шиғырҙар, иҫтәлектәр. Өфө, «Самрау», 2022 й., 202 б.
Телефильмдәрҙең видеояҙмаларыҮҙгәртергә
- .«Берҡаҙан» һаҙлығы (Асылыкүл, Дәүләкән, реж.Вилюра Иҫәндәүләтова, БСТ, хр.22 мин., 2000).
- «Толпар атым — уң ҡанатым» (Керчь, Миәкә, реж.Вилюра Иҫәндәүләтова, БСТ, хр. 20 мин., 2001).
- «Миәкә йәйғоро — аҫалы балаҫ» (Мастерицы тканых паласов, реж. Вилюра Иҫәндәүләтова, БСТ, хр. 32 мин., 2001).
- "Тамбур ҡайыуы" - ""Вышитая песня" (Тамбурное шитье башкир на северо-востоке, реж.Наиль Хамитов, хр.26 мин., 2003).
- «Тамға» кейеҙ байрамы (Семинар мастеров башкирского войлока, Абзелил, реж. Наиль Хамитов, БСТ, хр. 1 ч., 2008).
- «Башҡорт шәле» (Мастера башкирской шали, фестивали, Уфа, реж. Наиль Хамитов, БСТ, хр. 1 час, 2010).
- "Кинйә абыҙ васыяты" https://youtu.be/MDvjS4igSF4 (Кинйә Арыҫланов. реж.Әнүәр Нурмөхәмәтов, БСТ, хр. 1 час. 2008).
- "Билән йыйыны" (Өфө йылғаһы буйы башҡорттары, 2014 - 2 бүлектә, 2016 - 2 бүлектә, 2018 - "Орнамент" циклында. Реж.Н.Хамитов).
- «Все будет хорошо» (Флорида Хусаиновна Кудашева. Цикл «Автограф» БСТ, хр. 26 мин. 2017).
- «Добро возвращается» (Лиза Киямовна Агадуллина, цикл «Автограф» БСТ, хр. 26 мин. 2021).
Гәзит һәм журналдарҙағы мәҡәләләреҮҙгәртергә
- "Ағиҙел", "Шоңҡар" журналы:
- «Илаһи ихласлыҡ» (Зәйнәб Биишева — тыуыуына 115 йыл). «Ағиҙел», 2023, № 1, 58-70-се биттәр.
- «Сабата, бишмәт, тупый, ҡалпаҡ, сеңләү…» (Сания Усманова, Балаҡатай), «Шоңҡар», 2017, № 10, 22-27-се биттәр, фото.
- «Башҡорт аҫалы балаҫы» (төрҙәре, фестиваль). «Шоңҡар», 2018, № 1, 43-47-се биттәр, фото.
- «Аҡ кейеҙем аҡ бәхеттәр юрай…». «Шоңҡар», 2018, № 7, 43-49-сы биттәр, фото.
- «Башҡорт шәле тигән мөғжизә». «Шоңҡар», 2018, № 4, 39-51-се биттәр, фото.
- «Башҡортостан ҡыҙы» журналы:
- «Башҡорт аҫалы балаҫы». «Башҡортостан ҡыҙы», 2018, № 7, 318-19-сы биттәр (1-се бүлек), фото.
- «Башҡорт аҫалы балаҫы». «Башҡортостан ҡыҙы», 2018, № 8, 326-27-се биттәр (2-се бүлек), фото.
- «Аҫалы балаҫ — донъя йәме». «Башҡортостан ҡыҙы», 2018, № 9, 26-27-се биттәр (3-сө бүлек), фото.
- «Башҡорт шәле тигән мөғжизә». «Башҡортостан ҡыҙы», 2018, № 10, 30-31-се биттәр (1-се бүлек), фото.
- «Башҡорт шәле тигән мөғжизә». «Башҡортостан ҡыҙы», 2018, № 11, 22-23-сө биттәр (2-се бүлек), фото.
- «Башҡорт шәле тигән мөғжизә». «Башҡортостан ҡыҙы», 2018, № 12, 28-29-сы биттәр (3-сө бүлек), фото.
- «Һуҡма шәл». «Башҡортостан ҡыҙы», 2019, № 1, 28-29-сы биттәр (4-се бүлек), фото.
- «Башҡорт шәле тигән мөғжизә». «Башҡортостан ҡыҙы», 2019, № 2, 28-30-сы биттәр (5-се бүлек), фото.
- «Түңгәүер моңо» (Фәриҙә Күҙәшева, Баймаҡ, Әбделкәрим). «Башҡортостан ҡыҙы», 2019, № 6, 28-29-сы биттәр, фото.
- «Туҡ тулҡына йөрәктәрҙә» (Гөлназ Гәрәева, Ырымбур өлк., Иҫке Юлдаш а.). «Башҡортостан ҡыҙы», 2019, № 7, 12-13-сө биттәр, фото.
- «Ауыл ҡото — Мөслимә» (Мәсәлимова, Әбйәлил)."Башҡортостан ҡыҙы", 2019, № 8, 12-13-сө биттәр, фото.
- «Ватандаш» журналы:
- «Ҡобайырға тереһыу бөркөп…» («Урал батыр» эпосын башҡарыусылар конкурсы тарихы) «Ватандаш», 2017, № 6, 142-154-се биттәр.
- «Башҡорт аҫалы балаҫы». «Ватандаш», 2017, № 8, 162-168-се биттәр, фото.
- «Илгә иман саҡырыусылар ҡоро» (Сибайҙағы мөнәжәтселәр бәйгеһе). «Ватандаш», 2017, № 12, 163-173-сө биттәр.
- «Башҡорт шәле тигән мөғжизә» (эссе). «Ватандаш», 2018, № 4, 164-178-се биттәр, фото.
- «Хранительницы народного искусства» (тамбур). «Ватандаш», 2018, № 7, стр.187-198 (перевод на англ.яз. Ф.Юнусовой), фото.
- «Аҡ кейеҙем…» (Башҡорт халыҡ кәсебен тергеҙеү) «Ватандаш», 2018, № 9, 182-195-се биттәр, фото.
- «Ғүмер — иртәнге төш» (Фәүзиә Усманова). «Ватандаш», № 1, 119-139-сы биттәр, фото.
- «Бөрйән йөрәге» (Фәүзиә Усманова), «Ватандаш» журналы, 2019, № 2., фото.
- «Парень с берегов Сакмары» (Артур Шайхитдинович Сурин). «Ватандаш», 2019, № 4, стр.200-2004. (псевдоним Кинзя Мазитов).
- «Һигеҙ ожмах асҡысы» (Асма Маулембирдеевна Усманова, Хәйбулла). «Ватандаш», 2019, № 5, стр.59-79.
- «Толпар атым — уң ҡанатым» (Керчь тигән ат тарихы, Миәкә). «Ватандаш», 2020, № 5.
- "Башҡортостан" , «Республика Башкортостан», «Вечерняя Уфа» гәзитендә:
- «Телесоратник культпроектов» (Айгуль Багамановна Усманова). «Республика Башкортостан», 23 сентября 2021г., № 110, стр.5.
- «Щедрая яблоня Элизы Мугафаровны» (Элиза Ахмерова). «Вечерняя Уфа», 21 февраля 2020г., № 12, стр.18.
- "Батырҙың таш ҡоймаһы" (Советтар Союзы Геройы Ахмәтғәлин, Учалы). "Башҡортостан" гәзите, 2020, 9 май.
- Киске Өфө" гәзитендә:
- «Вәзәм шәле»."Киске Өфө", 2016. 2016 йылдың 8 март көнөндә архивланған.
- "Халыҡ ижадын өйрәнеүсе һәм яратыусы" С.Сурина менән М.Хабилова әңгәмәһе. "Диалог" рубрикаһы. 2018, №7, 11-12-се б.
- «Урал батыр бөрккән тереһыуға…» (Респ. конкурсына 20 йыл). «Киске Өфө», 2018, № 27, 11-се бит.
- «Моңло ла һуң башҡорт доғаһы!» (Төбәк-ара 6-сы Мөнәжәтселәр конкурсы, Сибай). «Киске Өфө», 2018, № 42, 12-13-сө биттәр.
- «Ҡышбабай таяғы» (яңы йыл тамашаһы өсөн пьеса). «Киске Өфө», 2018, № 48, 10-11-се биттәр.
- "Туған тел тылсымы" (Фуат Биишев тураһында). "Киске Өфө",
- «Фатима инәй». «Киске Өфө» гәзите, 2019, № 2 (836), 12-18 ғинуар.
- «Бөрйән йөрәге. Фәүзиә апай китап яҙҙы». «Киске Өфө», 2019, №13, 12-се бит.
- «Илаһи ихласлыҡ» (Зәйнәб Биишева) «Киске Өфө», 2019, № 17, 11-12-се биттәр.
- «Быуат аръяғынан сәләм, йәки Круковский бөгөн кемде һайлар ине»."Киске Өфө", 2019, № 21, 11-12-се биттәр.
- «Гәләбәштә…» (башҡорт милли кейемен тергеҙеүселәр фестивале, Хәйбулла). «Киске Өфө», 2019, № 26, 12-13-сө биттәр.
- «Көмөш күлдәр илендә» (Силәбе өлкәһе башҡорттары). «Киске Өфө», 2019, № 39, 12-15-се биттәр.
- «Халҡыбыҙ әмәле — үҙ еребеҙ үләне». (Бөйҙә ауылында ағинәйҙәр йыйыны, Учалы). «Киске Өфө», № 40, 11-12-се биттәр.
- «Иҙелбашы — аҡ ниәттәр башы» (Белорет районы ағинәйҙәре йыйыны). «Киске Өфө», 2019, № 41, 11-12-се биттәр.
- «Күперҙәр һәм ҡапҡалар». (М.Кәрим «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» спектакленә рецензия, МЙТ). «Киске Өфө», 2019, № 41, 11-12-се биттәр.
- «Те яҡҡамы, бы яҡҡамы?» (М.Кәрим тураһында иҫтәлектәр). «Киске Өфө», 2019, № 42, 11-12-се биттәр.
- «Ейәнсураның Аҡьегете менән Аҡйондоҙо кем?» (Башҡорт гимназияһы). «Киске Өфө», 2019, № 43, 12-се бит.
- «Тамсыларҙа диңгеҙ сағыла». (Диалог: БРГИ-1 75 йыллығы уңайынан)."Киске Өфө", 2019, № 46, 11-12-се биттәр.
- «Күкрәүҙәрен тойоп замандың. Башҡорт театры тарихынан» (А.Сәғитова мәҡәләһенән тәржемә). «Киске Өфө», 2019, № 47, 12-се б.
- «Һин янмаһаң, мин янмаһам». (Рәйес Түләк т-да Әмир Әминев)."Киске Өфө", 2019, № 49, 11-се бит.
- «Башҡорт шәле» (Төрҙәре, халыҡ клубтары). «Киске Өфө», 2019, № 50, 12-се бит.
- «Аңлы ғүмер артынан» (Гусевка, Ишкилде ауылы, Әбйәлил). «Киске Өфө», 2019, № 50, 13-сө бит.
- «Ҡиссаи-Түләк» (шағир Рәйес Түләк). «Киске Өфө», 2019, № 51, 10-11-се биттәр.
- «Бер күрешеү — бер ғүмер» (Мерәҫ ауылы ағинәйҙәре, Баймаҡ). «Киске Өфө», 2020, № 1, 11-се бит.
- «Түңгәүер хәситәһе» (Хафиза Амантаева, Йылайыр). «Киске Өфө», 2020, № 1, 16-сы бит.
- «Башҡортостан — гөлбостан, тип йырларға...». (БАДТ, Ҡадир Даян пьесаһы б-са спект. рецензия). «Киске Өфө», 2020, № 7, 13-сө бит.
- «Өс тағанға таян» (рәссам-дизайнер Роза Рафиҡ ҡыҙы Юлдашбаева). «Киске Өфө», 2020, № 11, 8-9-сы биттәр.
- «Күҙгә күренмәгән һалдат» (Башдрамтеатр спектакленә рецензия). «Киске Өфө», 2020, № 11, 11-се бит.
- «Булыр илдең балалары Рәми мәктәбендә». (Шағир ис.премия тапшырыу. Кинйә Мәзит). «Киске Өфө», 2020, № 11, 14-се бит.
- Баймаҡ, Иҫке Сибайҙа осрашыу. «Киске Өфө», 2020, № 15, 11-12-се биттәр.
- «Булдыҡлы, егәрленең фекере киң, теле лә бай» (Сания Усманова, Балаҡатай). «Киске Өфө», 2020, № 27, 11-12-се биттәр.
- «Бөрйән сергетышы». (Монасип, Собханғол, Кейекбай ауылдары). «Киске Өфө», 2020, № 29, 11-12-се биттәр.
- «Беҙҙең мәҙәниәт министры» (Әминә Ивнәй ҡыҙы Шафиҡова). «Киске Өфө», 2020, № 33, 8-10-сы биттәр.
- «Сәсән ташы» («Урал батыр» ҡобайырын яҙып алыуға 110 йыл). «Киске Өфө», 2020, № 33, 11-се бит.
- «Вәзәм сәкәне» "(Артур Сурин исеменәдге кубок турниры, Хәйбулла). «Киске Өфө», 2020, № 4, 11-се бит.
- «Бәндәбикә рухташтары» (Күгәрсен, Мәҡсүт ағинәйҙәре). «Киске Өфө», 2020, № 6, 11-се бит.
- «Һигеҙ ожмах асҡысы» (Әсмә Усманова, Хәйбулла). «Киске Өфө», 2020, № 13, 12-се бит (1-се бүлек).
- «Һигеҙ ожмах асҡысы» (Әсмә Усманова, Хәйбулла). «Киске Өфө», 2020, № 14, 11-се бит (2-се бүлек).
- «Салы ҡошо һағындырғайны» (Р. Н. Гунтекин «Салы ҡошо», спект. рецензия, Кинйә Мәзит, МЙТ). «Киске Өфө», 2020, №13,13-сө бит.
- «Яугир ат кәрәк!» (Керчҡа һәйкәл. Миәкә)."Киске Өфө", 2020, № 16, 11-се бит.
- «Квантун һалдатын йәлләгән башҡорт егете» (Салихйән Дәүләтбирҙин, Бөрйән). «Киске Өфө», 2020, № 18, 11-12-се биттәр.
- «Селтәр» саң ҡаға. (Диалог: Милли кейем. Әлфиә Әхтәриева, Фатима Хәйретдинова). «Киске Өфө», 2020, № 21, 11-12-се биттәр.
- «Шәүрә Мортазина. Легендар атаһының лайыҡлы ҡыҙы». (Айһылыу Сәғитова мәҡ-нән тәржемә). «Киске Өфө», 2020, № 26, 12-се бит.
- "Туризм беҙгә төҫмө?" (Диалог: Салауат Тагирович Нафиков, РБ Туризм, министр). "Киске Өфө", 2020, № ..., 11-12-се бит.
- «Кем ҡайыған үрәнәген…» («Тамбур», «Ете елән», «Ханымдар», Роза Юлдашбаева, Балаҡатай). 2020, «Киске Өфө», № 40, 11-се бит.
- «Башҡорт кейеме — иң йөкмәткелеһе» (Диалог. Юлай Ғәлиуллин, Сәлимә Усманова). «Киске Өфө», 2020, № 42, 11-12-се биттәр.
- «Ҡиссалар һәм доғалар юлы» (Хөрмәтулла Үтәшев китабы). «Киске Өфө», 2021, № 11, 14-се бит.
- «Беҙ ағартмаһаҡ, кем ағартыр донъяны?» (Икенсе Этҡол, Ниғәмәт ауылы, Баймаҡ). «Киске Өфө», 2021, № 12, 11-12--се бит.
- «Уратауға ҡот ҡайтарыр Салауат» (Салауат Щербаков т-да Г.Батталова фильмына рецензия). «Киске Өфө», 2021, № 13, 11-се бит.
- «Бер һапҡа һапланып» (Балан байрамы, Стәрлетамаҡ). «Киске Өфө», 2021, № 13, 12--се бит.,
- «Димсе диңгеҙ кистерә». (Сәрүәр Сурина «Абау, димсе килә!» спект. рецензия, Динә Бәширова). «Киске Өфө», 2021, № 13, 14-се бит.
- «Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булмаған!». (Визажист Элеонора Ғәлләмова). «Киске Өфө», 2021, № 16, 11-се бит.,
- «Аптыранығыҙмы? Аптыраманыҡ!» (Ишмырҙа-Юкәләр ағинәйҙәре, Баймаҡ). «Киске Өфө», 2021, № 16, 11-12--се бит.,
- "Боронғо Атайсалдың бөгөнгө заңы" "(Иҫке Сибайҙа осрашыу. Баймаҡ)."Киске Өфө", 2021, № 17, 11-12--се бит.
- «Көйөргәҙелә бер ғүмер» (Ағинәйҙәрҙең йола байрамы, Ермолаевка). «Киске Өфө», 2021, № 30, 11-12--се бит.
- «Музыка белгесе ниндәй була?» "Киске Өфө" (Диалог: Гөлназ Салауат ҡыҙы Галина). 2021, № 32, 11-12-се биттәр.
- «Замандаш» экспедицияһы. «Киске Өфө», №
Әҙип тураһындаҮҙгәртергә
- Р. Камалов. «Драматурги — люди с детской душой» — «Драматургтар — бала күңелле кешеләр». «Башкортостан», 1998, 20 февраль.
- Г. Ҡотоева. «Из тысячей чудес состоит мир» — «Мең мөғжизә бит ул донъя». «Башҡортостан ҡыҙы», 2004.
- Т. Лотфуллина. «Могла быть певицей» — «Йырсы була алыр ине». «Аҙна». 2005, 16 сентябрь.
- С. Абузаров. «Потрясающее зрелище»- «Йән тетрәткән тамаша». «Башҡортостан», 2005, 15 сентябрь.
- Э. Халикова. «Обыкновенное чудо». «Ватандаш». 2006-5.
- Л. Абдуллина. «Балаларға рәхмәтле». «Йәшлек», 2008, 21 сентябрь.
- Ә. Үтәбай. "Сәрүәр Сурина: «Ынтылам гел Яҡтыға, ышанам гел Яҡшыға…». «Ағиҙел», 2017, № 12, 138-144-се биттәр.
- Л.Кирәева "Сәрүәр Сурина: «Йылы һүҙ — йән аҙығы, тере һүҙ — тел асҡысы, ихлас һүҙ — йөрәк асҡысы…» «Ағиҙел», 2022, № 12.
«Юлдаш» һәм «Ашҡаҙар» радиоһы фондындағы тапшырыуҙар:
- «Һүҙ ҡәҙере» рубрикаһы (алып барыусыһы Әлфиә Батталова). «Ҡыш һәм ҡар тураһында» Сәрүәр Сурина. 4 тапшырыу. (2009).
- «Илаһи ихласлыҡ» Зәйнәб Биишева тураһында иҫтәлек. С. Сурина уҡый. (2008).
- «Балалар өсөн әкиәттәр». Сәрүәр Сурина уҡый. (2014).
- «Халыҡ моңдары». Сәрүәр Сурина башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара. Алып барыусыһы Зөмәйрә Сафина. (2014).
- «Ике йондоҙ». Алып барыусыһы Әхмәр Үтәбай менән Сәрүәр Сурина «Ашҡаҙар» радиоһында. (2013).
- «Беҙҙең донъя» Алып барыусыһы Фәрзәнә Аҡбулатова менән Сәрүәр Сурина әңгәмәһе. (2014).
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы фильмдарыҮҙгәртергә
- Фильмы ТО «Хазина», ТО ГРПП ГУП ТРК «Башкортостан»
- АСМА МАУЛЕМБЕРДИЕВНА УСМАНОВА (1930-2015)
краевед, ветеран просвещения,
автор коллекции «Башкирский национальный костюм»
руководитель фольклорного ансамбля «Кош юлы»
Хайбуллинского района Республики Башкортостан
1. “Айтыш” республиканский конкурс на сцене Башкирской филармонии. Участники: Асма Усманова, Гульнур Мамлеева, Буранбай Искужин, Рашит Ахтари, Рамиль Кульдавлет, Ахмар Утябай, Раис Туляк, Габидулла Зарипов, Ахмат Сулейманов, Абрар Аргинбаев, Ханифа Абубакирова,ведущая Розалия Султангареева и др. 16.03.1991г., 50 мин. Ю.И.Гайнетдинов, С.Р.Сурина, А.С.Батталова, А.Х Якупов.
https://youtu.be/JeIppsbKFog
2. «Хазина». Участники: Асма Усманова, Гульнур Мамлеева, Зияфат Ахметшина и др., 1997г., 51мин., Ю.И.Гайнетдинов, А.Х.Якупов.
3. «Жемчужины народного творчества. Асма Усманова», 1997г., 14мин. Ю.И.Гайнетдинов, А.Х.Якупов.
4. «Ступая на белый войлок» Интервью А.М.Усмановой, «Кош юлы» в Абзелиловском районе, 30 м., 2001г., С.Р.Сурина. https://youtu.be/6toAQfWqjI8
5. “Китабеннас-8 (12) Кузыйкурпэс и Маянхылыу - башкирский эпос” Конференция по повести Т.Беляева. Интервью с А.М. Усмановой. Сказание о Кузыйкурпяч., 4мин., 2001г., С.Р.Сурина. https://youtu.be/_xBN-RaiN6w
6. «Песнь Уралу -2003», респ.конкурс исполнителей эпоса. Интервью с А.М.Усмановой, хр. 5м., 2003г. С.Р.Сурина. https://youtu.be/f5wob2Z_stc
7. «Хранители древнего войлока. Фатима Бактыбаева, Магинур Тапакова», 2005г., 22 мин. С.Р.Сурина. https://youtu.be/J0awdR-LNas
8. «Мелодии «Кош юлы», часть1-я, 2005г., 34 мин. С.Р.Сурина. (Һарауыс, Фаима Давлетбаева, Алсу Юлдашбаева, Эльвира Такалова и др. https://youtu.be/EQ_rUV0R_M8
9. Хайбулла.Кош юлы. ч.1(2). Легендарный башкирский фольклорный ансамбль. «Мелодии «Кош юлы», часть 2-я, 2005г., 35 мин.40с. С.Р.Сурина. (Зайтуна Юлдашбаева, Марьям Юнысова, Миннеямал Хагынбаева (Бактыбаева), Флюра Аралбаева). https://youtu.be/H6e-0ShO3qw
10. «Мелодии «Кош юлы», часть 3-я, 2007г., 27 мин. С.Р.Сурина. (Акьяр, во дворе музея, Асма Усманова, Рахима Каримова и др.). https://youtu.be/Apu_3DKeeBo
11. «Мелодии «Кош юлы», часть 4-я, 2007г., 29мин.21с. С.Р.Сурина.
(Гильминур Илимбетова, Танзиля Кидрасова), башк.нар.песня “Зиляйлюк”. https://youtu.be/8opeQsnv27o
12. «Легенды гор и степей», часть 1-я, 2008г., 28 м.07с., 15-летие Краеведческого музея Хайбуллинского р-на, директор М.Г.Некрасов, Интервью с А.М.Усмановой, хр. 5 м., https://youtu.be/9Q-L3Ra1nhM
13. «Легенды гор и степей», часть 2-я, 2008г., 28м.09с.,15-летие Краеведческого музея Хайбуллинского р-на, директор М.Г.Некрасов, С.Р.Сурина, Н.Х.Хамитов. https://youtu.be/g6GVnCfMe7A
14. Хайбулла. Национальный костюм башкир. Беседы с Асмой Усмановой, «Һигез ожмах аскысы», часть 1-я, 2008г., 30мин., https://youtu.be/n5-E6OZc2lg
15. Хайбулла. Национальный костюм башкир. Беседы с Асмой Усмановой, «Һигез ожмах аскысы», часть 2-я, 2008г., 32мин., (эфирный вариант). С.Р.Сурина, Н.Х.Хамитов. https://youtu.be/rd377MVIWUc
16. "Ашкадар тандары-2006" Часть 4. Конкурсы. Первый фестиваль в Стерлитамаке. 2006г. Анс. «Кош юлы» - “Сук бэйлэу», «Ситэн урэу», автор сценария А.М.Усманова, 2006г., (эфирный вариант). 14 мин. С.Р.Сурина. https://youtu.be/CbceVp6xLDQ
17. «Ашкадар тандары - 2008», День1. Часть первая. Конкурсы. Стерлитамак. 2008г. Анс. «Кош юлы», сценка “Короклау”, «Песни военных лет. 28-е.», автор сценария А.М.Усманова. 13 мин., (эфирный вариант). Интервью с А.М.Усмановой, хр. 5м., С.Р.Сурина. https://youtu.be/Pc3jw0oZyEo
18. «Ашкадар тандары-2011». 10-сы бүлек. «Ҡош юлы» башҡорт халык фольклор ансамбле, Хәйбулла районы, етәксеһе Миңзифа Ишемғолова. “Беҙ 28-селәр”, автор сценария А.М.Усманова, хр. 15м., (эфирный вариант). С.Р.Сурина. https://youtu.be/DLLsNDhLw0c
19. “Ашҡаҙар тандары-2011”. “28-се йылғылар йыры” – “Песни 1928-х”. https://youtu.be/2eMw5U0i8a4 р”. Полный вариант на сцене, (оригинал до монтажа). Автор сценария Асма Усманова. https://youtu.be/0X1TUFWiWrI
20. «Ашкадар тандары-2011». «Сенляу», Хайбулла. Асма Усманова. Сенляу - плач девушки во время проводов из отцовского дома. 2011г. Исполнение А.М.Усмановой (на сцене и в фойе, полный вариант, (оригинал до монтажа).), хр. 10м., С.Р.Сурина. https://youtu.be/2eMw5U0i8a4
21. «Орнамент» «Перина из гусиного пуха, Хайбуллинская, башкирская.», анс. «Кош юлы» в с.Степное, рук. А.М.Усманова. 13м., 2008, С.Р.Сурина, Г.М.Азаматова. https://youtu.be/PzTZ8bQyip8
Все перечисленные фильмы можно найти в Интернете,
канал ЮТУБ, сайт Сарвар Сурина, плейлисты “Асма Усманова. Хайбулла орнамент”
С уважением С.Сурина.
1990-2022гг.
2. БАШКИРСКАЯ ПУХОВАЯ ШАЛЬ
Фильмы и репортажи по Башкирскому спутниковому телевидению (БСТ), организованные Суриной С.Р. и по ее консультации:
1. «Башкирские шали» 1-й респ. конкурс в Башгосфилармонии. 24м.40с. “Шали Башкирии”. Фильм А.Валеевой. 1992г. А.А.Валеева, Р.А.Исмагилов, С.Р.Сурина https://youtu.be/sXP0ONkAIBs
2. “Чудо башкирской шали” 3-й Респ. конкурс-фестиваль «Шаль вязала» в Стерлибашев. р-не РБ. 33м.30с. 2003г. Сурина С.Р. Сафиуллина Ф.С. Гайсин И. https://youtu.be/GmzelunXCzM
3. Нежность башкирской шали. 4-й Респ. фестиваль в Уфе (ГДК) часть 1. 44м.30 с. 2008г. Сурина С.Р., Хамитов Н.Х., Гайнанов Э.А. https://youtu.be/FqolL6Ohges
4. Нежность башкирской шали. 4-й Респ. фестиваль в Уфе (ГДК) часть 2. 50м. 41с. 2008г. Сурина С.Р., Хамитов Н.Х., Гайнанов Э.А. https://youtu.be/jXcYKdVSAho
5. Вечная нежность башкирской шали. 5-й Респ. фестиваль в Уфе (ГДК). Часть 1(2), 44м.12с. 2009г. Сурина С.Р., Хамитов Н.Х., Гайнанов Э.А. https://youtu.be/YJnYWCMlZos
6. Вечная нежность башкирской шали. 5-й Респ. фестиваль в Уфе (ГДК). Часть 2(2), 37м.37с. 2009г. Сурина С.Р., Хамитов Н.Х., Гайнанов Э.А. https://youtu.be/AnkLX65Hb88
7. Вечная нежность башкирской шали. 6-й Респ. фестиваль в Уфе (ГДК). 1ч.10м. 2010г. Сурина С.Р., Азаматова Г.М., Гайнанов Э.А. https://youtu.be/AnkLX65Hb88
8. Орнамент. Башкирская тканая шаль. Абзелиловский р-н, русск. субтитры, 13мин. 2011г. Сурина С.Р., Хамитов Н.Х., Гайнанов Э.А. https://youtu.be/ZA0Fvgf3MGE
9. Надо знать. Шали. 13мин. 2010г. Саитбатталов И.М.
10. Семь чудес Башкортостана. Шали. 19 мин. 2009г. Абсалямова С., Валеева Р., Магадеева Р. https://youtu.be/RnlA9kMBNyY.
11. Орнамент. Вазямские шали. Репетиция и концерт. 24 мин. 2014. Сурина С.Р. https://youtu.be/hT_Wz3L-EMU
12. Орнамент. Вазямские тканые шали. 13 мин. 2014г. Сурина С.Р. https://youtu.be/lJTmyIRSFGA
13. Орнамент. Башкирская шаль Фестиваль в Зианчуре. 13мин. 2015г. https://youtu.be/PmElMbQ8ZLk Сурина С.Р.
14. Шаль вязала. Мелеуз, Аптраковский СДК. ансамбль мастеров шали. 10 мин. 2017г. https://youtu.be/XFZXI-p4KYM
15. «Башкирская шаль» вернулась в Уфу. Пух башкирской козы. 03 мин., 2017г. М.Гафарова, Р.Искужин, “Вся Уфа”. https://youtu.be/wfMKPqt41og
16. Башкирский народный танец с пуховой шалью. Кугарчинский район РБ. 06 мин. 2018г. Сурина С.Р. https://youtu.be/we9cIN6ULbA
с уважением Сурина СР 01.03.2023.
краевед, ветеран просвещения,
автор коллекции «Башкирский национальный костюм»
руководитель фольклорного ансамбля «Кош юлы»
Хайбуллинского района Республики Башкортостан
авторы сценария С.Р. Сурина, Ю.И.Гайнетдинов,
режиссёры А.Х.Якупов, Н.Х.Хамитов, Г.М.Азаматова
1. “Айтыш” республиканский конкурс на сцене Башкирской филармонии. Участники: Асма Усманова, Гульнур Мамлеева, Буранбай Искужин, Рашит Ахтари, Рамиль Кульдавлет, Ахмар Утябай, Раис Туляк, Габидулла Зарипов, Ахмат Сулейманов, Абрар Аргинбаев, Ханифа Абубакирова,ведущая Розалия Султангареева и др. 16.03.1991г., 50 мин. Ю.И.Гайнетдинов, С.Р.Сурина, А.С.Батталова, А.Х Якупов.
https://youtu.be/JeIppsbKFog
2. «Хазина». Участники: Асма Усманова, Гульнур Мамлеева, Зияфат Ахметшина и др., 1997г., 51мин., Ю.И.Гайнетдинов, А.Х.Якупов.
3. «Жемчужины народного творчества. Асма Усманова», 1997г., 14мин. Ю.И.Гайнетдинов, А.Х.Якупов.
4. «Ступая на белый войлок» Интервью А.М.Усмановой, «Кош юлы» в Абзелиловском районе, 30 м., 2001г., С.Р.Сурина. https://youtu.be/6toAQfWqjI8
5. “Китабеннас-8 (12) Кузыйкурпэс и Маянхылыу - башкирский эпос” Конференция по повести Т.Беляева. Интервью с А.М. Усмановой. Сказание о Кузыйкурпяч., 4мин., 2001г., С.Р.Сурина. https://youtu.be/_xBN-RaiN6w
6. «Песнь Уралу -2003», респ.конкурс исполнителей эпоса. Интервью с А.М.Усмановой, хр. 5м., 2003г. С.Р.Сурина. https://youtu.be/f5wob2Z_stc
7. «Хранители древнего войлока. Фатима Бактыбаева, Магинур Тапакова», 2005г., 22 мин. С.Р.Сурина. https://youtu.be/J0awdR-LNas
8. «Мелодии «Кош юлы», часть1-я, 2005г., 34 мин. С.Р.Сурина. (Һарауыс, Фаима Давлетбаева, Алсу Юлдашбаева, Эльвира Такалова и др. https://youtu.be/EQ_rUV0R_M8
9. Хайбулла.Кош юлы. ч.1(2). Легендарный башкирский фольклорный ансамбль. «Мелодии «Кош юлы», часть 2-я, 2005г., 35 мин.40с. С.Р.Сурина. (Зайтуна Юлдашбаева, Марьям Юнысова, Миннеямал Хагынбаева (Бактыбаева), Флюра Аралбаева). https://youtu.be/H6e-0ShO3qw
10. «Мелодии «Кош юлы», часть 3-я, 2007г., 27 мин. С.Р.Сурина. (Акьяр, во дворе музея, Асма Усманова, Рахима Каримова и др.). https://youtu.be/Apu_3DKeeBo
11. «Мелодии «Кош юлы», часть 4-я, 2007г., 29мин.21с. С.Р.Сурина.
(Гильминур Илимбетова, Танзиля Кидрасова), башк.нар.песня “Зиляйлюк”. https://youtu.be/8opeQsnv27o
12. «Легенды гор и степей», часть 1-я, 2008г., 28 м.07с., 15-летие Краеведческого музея Хайбуллинского р-на, директор М.Г.Некрасов, Интервью с А.М.Усмановой, хр. 5 м., https://youtu.be/9Q-L3Ra1nhM
13. «Легенды гор и степей», часть 2-я, 2008г., 28м.09с.,15-летие Краеведческого музея Хайбуллинского р-на, директор М.Г.Некрасов, С.Р.Сурина, Н.Х.Хамитов. https://youtu.be/g6GVnCfMe7A
14. Хайбулла. Национальный костюм башкир. Беседы с Асмой Усмановой, «Һигез ожмах аскысы», часть 1-я, 2008г., 30мин., https://youtu.be/n5-E6OZc2lg
15. Хайбулла. Национальный костюм башкир. Беседы с Асмой Усмановой, «Һигез ожмах аскысы», часть 2-я, 2008г., 32мин., (эфирный вариант). С.Р.Сурина, Н.Х.Хамитов. https://youtu.be/rd377MVIWUc
16. "Ашкадар тандары-2006" Часть 4. Конкурсы. Первый фестиваль в Стерлитамаке. 2006г. Анс. «Кош юлы» - “Сук бэйлэу», «Ситэн урэу», автор сценария А.М.Усманова, 2006г., (эфирный вариант). 14 мин. С.Р.Сурина. https://youtu.be/CbceVp6xLDQ
17. «Ашкадар тандары - 2008», День1. Часть первая. Конкурсы. Стерлитамак. 2008г. Анс. «Кош юлы», сценка “Короклау”, «Песни военных лет. 28-е.», автор сценария А.М.Усманова. 13 мин., (эфирный вариант). Интервью с А.М.Усмановой, хр. 5м., С.Р.Сурина. https://youtu.be/Pc3jw0oZyEo
18. «Ашкадар тандары-2011». 10-сы бүлек. «Ҡош юлы» башҡорт халык фольклор ансамбле, Хәйбулла районы, етәксеһе Миңзифа Ишемғолова. “Беҙ 28-селәр”, автор сценария А.М.Усманова, хр. 15м., (эфирный вариант). С.Р.Сурина. https://youtu.be/DLLsNDhLw0c
19. “Ашҡаҙар тандары-2011”. “28-се йылғылар йыры” – “Песни 1928-х”. https://youtu.be/2eMw5U0i8a4 р”. Полный вариант на сцене, (оригинал до монтажа). Автор сценария Асма Усманова. https://youtu.be/0X1TUFWiWrI
20. «Ашкадар тандары-2011». «Сенляу», Хайбулла. Асма Усманова. Сенляу - плач девушки во время проводов из отцовского дома. 2011г. Исполнение А.М.Усмановой (на сцене и в фойе, полный вариант, (оригинал до монтажа).), хр. 10м., С.Р.Сурина. https://youtu.be/2eMw5U0i8a4
21. «Орнамент» «Перина из гусиного пуха, Хайбуллинская, башкирская.», анс. «Кош юлы» в с.Степное, рук. А.М.Усманова. 13м., 2008, С.Р.Сурина, Г.М.Азаматова. https://youtu.be/PzTZ8bQyip8
Все перечисленные фильмы можно найти в Интернете, канал ЮТУБ, сайт Сарвар Сурина, плейлисты “Асма Усманова. Хайбулла орнамент” С уважением С.Сурина.1990-2022гг.
- Передачи по БСТ о Башкирской шали (подготовленные С.Р.Суриной и с ее участием с1992 по 2020гг.):
{
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 декабрь 2020)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 декабрь 2020)
- Литературная карта Республики Башкортостан (рус.)
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Сурина Сәрүәр Рәшит ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2022)