Ҡорбанаева Хәлимә Абдулла ҡыҙы

педагог
(Хәлимә Ҡорбанаева битенән йүнәлтелде)

Ҡорбанаева Хәлимә Абдулла ҡыҙы (27 декабрь 1900 йыл2 апрель 1972 йыл) — педагог. СССР-ҙың 3‑сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. ВКП(б) ағзаһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949). Ленин ордены кавалеры (1949).

Ҡорбанаева Хәлимә Абдулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 27 декабрь 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1]
Тыуған урыны Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Туйөмбәт ауылы, Мәҡсүт ауыл Советы (Күгәрсен районы), Күгәрсен районы, СССР[1]
Вафат булған көнө 2 апрель 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәлимә Абдулла ҡыҙы Ҡорбанаева 1900 йылдың 27 декабрендә Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе[2] Туйөмбәт ауылында тыуған. Башҡорт АССР-ның халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 8 йәшкә олораҡ бер туған апаһы һәм бала сағындағы биографияһы уныҡы менән бер иш. Ғаиләлә 5 бала булған. Уларҙың ата-әсәһе йәшләй вафат була.

Хәлимә Абдулла ҡыҙы — Зәйнәб Биишеваның киң билдәле «Кәмһетелгәндәр» романындғыа Бибеш образы прототибы.

1939 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған.

1918 йылда Ҡыпсаҡ кантоны, Мораҡ районы мәктәптәрендә хеҙмәт юлын башлай.

1934—55 йылдарҙа Өфө мәктәптәрендә эшләй. 1937 йылдан башлап 9‑сы башҡорт урта мәктәп‑интернатында уҡыта.Был Өфөлә 1937 йылда асылған тәүге башҡорт мәктәбе була. Хәлимә Абдулла ҡыҙы уны ойоштороусылар һәм асыусылар һанында булған. Шуға тиклем Өфөлә тик татар мәктәптәре булған, башҡорт балалары шунда уҡыған [3]

СССР-ҙың 3‑сө саҡырылыш Юғары Советына депутат итеп һайлана.

Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн методик әсбаптар авторы.

1972 йылдың 2 апрелендә Өфөлә вафат була һәм шунда ерләнә.

Ғаиләһе һәм туғандары

үҙгәртергә
  • Ике балаһы булған. Ҡыҙы - медицина фәндәре докторы, БАССР‑ҙың атҡаҙанған табибы, БАССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Ҡорбанаева Флора Шәйхи ҡыҙы

Улы - Ҡорбанаев Урал Шәйхи улы, хирург, 1970 йылдан Ангола халыҡ республикаһында эшләй.

  • Бер туған һеңлеһе Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы — башҡорт прозаигы, шағир, драматург һәм тәржемәсе. Башҡорт АССР-ының халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
  • Ике туған ҡустыһы Бейешев Әкрәм Ғибаҙулла улы — филология фәндәре кандидаты, тел ғалимы, тарихсы, "Башҡорт теленең картотекаһы", "Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген" төҙөүсе.
  • Ике туған ҡустыһы Биишев Фуат Ғибаҙулла улы, күренекле тележурналист, беренсе телесериалдар сценарий авторы, "Кинйә" телефильмының сценарий авторы (Ғәли Ибраһимов романы буйынса).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Ленин ордены (1949).
  • РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы
  3. Живые цветы памяти. 100-летие Халимы Бейешевой-Курбанаевой. 2001г.[1]

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • YouTube сайтында Видео Живые цветы памяти. 100-летие Халимы Биишевой-Курбанаевой. 2001г.