Спангенберг Евгений Павлович

Евгений Павлович Спангенберг (25 февраль 1898 йыл — 25 июль 1968 йыл) — СССР орнитологы, яҙыусы-натуралист, биология фәндәре кандидаты, Сталин премияһы лауреаты (1952).

Спангенберг Евгений Павлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 25 февраль 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1]
Тыуған урыны Байкал аръяғы өлкәһе[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 25 июль 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем төрө Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим, орнитолог
Эшмәкәрлек төрө орнитология
Эш урыны Зоологический музей Московского государственного университета[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре кандидаты[d]
Кемдә уҡыған Борис Михайлович Житков[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Сталин премияһы
 Спангенберг Евгений Павлович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Евгений Спангенберг 1898 йылдың 25 февралендә Андриановка станцияһында (хәҙер Чита өлкәһе) тыуған. Һуңыраҡ Спангенбергтар Петербургтан Түбәнге Волга буйы далаларындағы бәләкәй генә тимер юл ҡасабаһы Аҡтүбәгә күсенә. Йорт янында ҙур баҡса була, ә эргәһендә дала, бында бик күп ҡоштар осрай (мәҫәлән, бер ваҡыт баҡсала ғына Евгений ҡурпысыҡ тота). Былар барыһы ла Евгений Спангенбергта тәбиғәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Был ҡыҙыҡһыныуҙың нығыныуына һунар менән мауығыусы атаһы ла булышлыҡ итә.

1919—1921 йылдарҙа Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәт итә. 1922 йылда Евгений Спангенберг уҡырға инә. Мәскәү университетының физика-математика факультетының тәбиғи фәндәр бүлегенә уҡырға инә һәм уны 1930 йылда тамамлай.

1931 йылдан Евгений Павлович һунарсылыҡ хужалығы, кейекселек һәм болансылыҡ Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре була, 1944 йылдан ул М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының биология факультеты доценты. Биология фәндәре кандидаты (1945). 1946 йылдан Евгений Спангенберг Мәскәү дәүләт университетының зоология музейында эшләй, тәүҙә герпетология бүлеге мөдире, ә һуңғараҡ, 1950 йылда — орнитология бүлегендә. Бында ул ғүмер аҙағына тиклем 18 йыл эшләп өлкән фәнни хеҙмәткәр була.

1924 йылдан алып 1950-се йылдар аҙағына тиклем экспедицияларҙа әүҙем ҡатнаша. Һуңынан сәләмәтлеге оҙайлы экспедицияларҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирмәй.1968 йылдың 25 июлендә Евгений Спангенберг үҙ-үҙенә ҡул һала, реанимацияла вафат була. Ваганьково зыяратында ерләнгән.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Евгений Спангенберг 26 йәшенән экспедицияларға йөрөй башлай. Уның беренсе экспедицияһы Урта Азияға, Һырдаръяның түбәнге ағымындағы яҡтарға була. Киләһе дүрт йылда Спангенберг был райондарҙы өйрәнеү менән шөғөлләнә. Һуңыраҡ ул Ҡараҡом сүллектәрендә, Арал диңгеҙе яр буйында эшләй. Бер нисә тапҡыр Көньяҡ Ҡаҙағстанға әйләнеп ҡайта, Ҡыҙылҡом сүллектәрендә эшләй. Туғыҙ йыл тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә алынған күҙәтеүҙәре Түбәнге Һырдаръя һәм яҡын ятҡан райондарҙың ҡоштарын һүрәтләүгә арналған монографияһының нигеҙендә ята.

Был эштәр менән бер рәттән, Спангенберг Кавказ аръяғына экспедициялар циклы яһай. Был эштәр һөҙөмтәләре буйынса «Әзербайжандың хайуандар донъяһы» китабын нәшер итә, ул хәҙер ҙә әзербайжан ҡоштары буйынса иң тулы хеҙмәт булып ҡала.

Евгений Спангенберг шулай уҡ «Ете утрау» ҡурсаулығында, Ырымбур өлкәһендә, Ҡырғыҙстанда , Ҡырғыҙстандың Һары-Селек күлендә эшләй. Һуғыштан һуң, 1946 йылда Төркмәнстанда эшләй. Күп тапҡыр Ҡырымда була.

Спангенберг ҡош йомортҡаларынан ҙур коллекция йыя, фәнни коллекция йыйыу ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәй (уларҙың иң мөһиме — йомортҡаһын ҡош төрө аныҡ билдәле булған осраҡта ғына алырға)[2]. Шул уҡ ваҡытта ҡомарлы һунарсы була, Мәскәү дәүләт университетының Зоология музейына ун мең данаға яҡын түшкә тапшыра[3].

Әҙәби эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Евгений Спангенберг үҙенең эше тураһында бер нисә китап яҙа. Уның иң билдәле китабы «Записки натуралиста», ул 15 тапҡыр ҡабатлап баҫтырыла.

Наградалары һәм премиялары

үҙгәртергә
  • Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1952) — 5 томлыҡ «Птицы Советского Союза» ғилми хеҙмәте өсөн (1951)

Библиография

үҙгәртергә
  • Записки натуралиста.
  • Встречи с животными.
  • Из жизни натуралиста.
  • Среди природы.
  • Птицы, зайцы, лисицы и прочие… : Рассказы натуралиста (1962, 1973).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Джусупов Т. Счастливый человек. Материалы к биографии Е. П. Спангенберга // Охота и охотничье хозяйство. 2019. № 11.

Һылтанмалар

үҙгәртергә