Мәскәү университетының физика-математика факультеты
Мәскәү университетының физика-математика факультеты (1804—1933) — Мәскәү Император университетының һәм Мәскәү дәүләт университеты факультеттарының береһе, 1933 йылға тиклем була.
Мәскәү университетының физика-математика факультеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1804[1] |
---|---|
Эшмәкәрлек төрө | физика, математика һәм тәбиғи фәндәр |
Дәүләт |
Рәсәй империяһы Рәсәй республикаһы Совет Рәсәйе СССР |
Тамамланыу датаһы | 1933[1][2] |
Тарихы
үҙгәртергәУниверситетҡа нигеҙ һалынғанда өс факультет: философия, медицина һәм юридик факультеттары була.
Тәбиғи фәндәрҙе өйрәнеү философия факультетында тормошҡа ашырыла. Айырым математика факультеты (1761 йылға тиклем математика һәм тел буйынса лекцияларҙы А.А.Барсов уҡый[3], һуңынан С. Аничковты, В. К. Аршеневский), һәм шулай уҡ физика факультеты ла 1804 йылға тиклем булмай
Физика һәм математика фәндәре бүлеге (факультеты)
үҙгәртергә1804 йылда яңынан ҡабул ителгән Университет Уставында 3 йыл уҡыу ваҡыты менән физика һәм математика фәндәр бүлеге (факультет) барлыҡҡа килә.
Кафедра бүлеге индерелә:
- Тәжрибә һәм теоретик физика (элегерәк фәлсәфәнең факультеты составына инә)
- Математика
- Ғәмәли математика
- Күҙәтеү астрономияһы
- Химия (элек медицина факультеты составына инә)
- Ботаника
- Минералогия һәм ауыл йорт эштәре
- Сауҙа һәм фабрикаға ҡараған технология һәм фәндәр
- Тәбиғи тарих («Демидовтар» кафедраһы, уны аҫрау Мәскәү университеты файҙаһына фәндәр хәйриәтсеһе Павел Григорьевич Демидов килтергән капиталдан ингән керемдәрҙең бер өлөшөндә башкарыла).
Факультет янында физика кабинеты, Астрономия обсерваторияһы, химия лабораторияһы, ботаника баҡсаһы, минералогия һәм Тәбиғи (Тәбиғи) тарих кабинеты була
1826 йылдың 8 декабрендә Д.М. Перевощиков дәресе менән 1811 йылда Астрономия кафедраһында уны университетта даими уҡытыу башлана. Шул ук вакытта астрономия буйынса беренсе рус дәреслеге лә баҫылып сыға.
1827 йылда университеттың физика-математика бүлегендә 80 кеше белем ала: үҫ иҫәбенә уҡыусы 48 студент, 12 тыңлаусы һәм 20 ҡаҙна иҫәбенә уҡыусы студент[4].
1830 йылдың июнендә Д.М. Перевощиков инициативаһы менән Пресня заставаһында, «Өс тауҙа» астрономик обсерватория төҙөлә
Философия факультетының 2 -се (физика-математика) бүлеге
үҙгәртергәИмператор Мәскәү университетының 1835 йылдың 26 июлендәге уставы буйынса философия факультетының 2-се бүлеге (физика-математика) ойошторола (уҡыу ваҡыты-4 йыл), ул түбәндәге кафедраларҙы үҙ эсенә ала:
- Ғәмәли һәм саф математика
- Астрономия
- Физик география һәм физика
- Химия
- Минералогия һәм геогнозия
- Ботаника
- Зоология
- Технологиялар, ауыл хужалығы, архитектура һәм урмансылыҡ.
Факультет эргәһендә — физика кабинеты, обсерватория, химия лабораторияһы, ботаника баҡсаһы, зоология кабинеты, минералогия кабинеты, тәбиғи тарих музейы, технология кабинеты.
1836 йылдың 22 февралендә философия факультетының физика һәм математика фәндәре бүлеге деканы итеп профессор Д. М. Перевощиков һайлана.
Философия факультетының физика-математика бүлегендә "1836 йылда Мәскәү университетының торошы һәм ғәмәлдәре тураһында хисап" нигеҙендә 46 кеше белем алған.
1837 йылдың ғинуарында Н. Е. Зернов тарафынан Рәсәйҙә юғары математика буйынса «Рассуждение об интеграции уравнений с частными дифференциалами» темаһына беренсе махсуслаштырылған докторлык диссертацияһы яҡлана[5].
1848 йыл башында физика-математика бүлегенә 223 кеше уҡый.1848 йылдың 26 майында философия факультетының физика-математика бүлегендә декан булып (ректор булып киткән Перевощиков урынына[6]) геология профессоры Г.Е. Щуровский раҫлана. 1850 йылдың 11 ғинуарында бүлек деканы булып ботаника профессоры А. Г. Фишер фон Вальдгейм тора
Физика-математика факультеты
үҙгәртергә1850 йылдың 26 ғинуарында физика-математика факультеты ойошторола
1853 йылдан физика-математика факультеты деканы итеп М.Ф. Спасский, 1859 йылдың 5 майында яңынан А. Г. Фишер фон Вальдгейм һайлана, уны 1860 йылдың 20 майында Г. Е. Щуровский алмаштыра.
Александр II хөкүмәтенең либераль реформалары барышында 1863 йылғы яңы Университет уставы раҫлана1863 йылғы Уставтан выписка [7]:
§ 2. Университтеар Уставына ингән факультеттар, асылда: тарих-филология, физика-математика, юридик һәм медицина.
§ 7. Факультеттар Факультет Советы һәм Халыҡ Сәғарифы Министры раҫлауы менән бүлектәргә бүленергә мөмкин.
§ 8. Декан үҙ факультетының йыйылышында өс йыл ваҡытҡа һайлана Мәскәү университетының физика-математика факультеты, тәбиғи фәндәр һәм математика бүлеге бүленә.
- Факультет кафедралары
Физика-математика факультеты студенттарына француз һәм немец телдәре өйрәтелә
- Саф математика
- Механика (аналитик һәм практик)
- Астрономия һәм геодезия
- Физика
- Химия (тәжрибә һәм теория)
- Минералогия
- Физик география
- Геогнозия һәм палеонтология (һуңғараҡ Геология)
- Ботаника (үҫемлектәрморфология и систематикаһы, анатомия һәм үҫемлектәр физиологияһы)
- Зоология (сағыштырма анатомия һәм хайуандар систематикаһы, кеше анатомияһы һәм хауйандар физиологияһы)
- Техник һәм агрономик химия.
1865 йылда факультетта 346 кеше уҡый.
1873 йылдың 18 майында физика-математика факультетының деканы булып профессор Ф. А. Бредихин һайлана.
1876 йылдың 15 июнендә физика-математика факультетының деканы булып профессор В. Я Цингер һайлана; 1878 йылдың 13 февралендә — профессор А.Ю.. Давидов; 1880 йылдың 8 июнендә — яңынан В. Я Цингер;
1884 йылдың авгусында яңы университет уставы раҫлана, уның буйынса факультетта 2 бүлек ҡала, тик кафедра составы бер аҙ үҙгәрә: физика һәм физик география кафедралары берләштерелә; агрономия кафедраһы үҙ аллы булып китә; палеонтология һәм геогнозия кафедраһы бөтөрөлә.Физика-математика факультетында антропология, теоретик химия, тарих, математика, химия микроскопияһы һәм микроскопия; француз, инглиз, немец телдәре уҡытыла. Барыһы факультетта 497 студент уҡый.
1885 йылдың 20 октябрендә факультеты деканы профессор М.А. Толстопятов; 1887 йылдың 29 ғинуарында — профессор Н. В.Бугаев; 1891 йылдың 17 декабренән — профессор А. Ф. Слудский; 1893 йылдың 2 ноябренән — яңынан проф. Н. В.Бугаев; 1894 йылдан — профессор В.А.Тихомиров; 1899 йылдан — профессор А. П. Сабанеев.
1900 йылда физика-математика факультетында профессор Э.Е.Лейст етәкселегендә метеорология кафедраһы ойошторола. 1903 йылда Физика институты асыла[8], ул физика-математика факультеты студенттарының фәнни-тикшеренеү эштәре һәм эксперименталь әҙерләү үҙәге була.
1900 йылда математика бүлегендә 467 кеше һәм тәбиғи бүлектә 626 кеше уҡый. 1905 йылда — ярашлы рәүештә: 739 һәм 1007 кеше.
1905 йылдың сентябрендә факультеттың физика-математика деканы булып К. А. Андреев һайлана
1907 йылда физика-математика факультетында «антропология» һөнәре буйынса уҡытыу ойошторола.
1910 йылда физика-математика факультетында Е.И.Шпитальский етәкселегендә физик химия буйынса даими практикум эшләй башлай, ул Мәскәү университетының физика-химия мәктәбенә башланғыс һала.
1910 йылда математика бүлегендә механика, математика, география, физика, астрономия һөнәрҙәре әҙерләнә; тәбиғи бүлектә — физика-химия, химия, техник, тупраҡ белеме, агрономия химияһы, хайуандар физиологияһы, зоология, үҫемлектәр физиологияһы, геология, география, ботаника һөнәрҙәре[9].
1911 йылда физика-математика факультеты деканы булып профессор Д.Н. Анучин; 1912 йылдан — профессор Л. К. Лахтин тора
1916 йылдың 10 июнендә университет Советы Халык мәғарифе министрлығы алдында физика-математика факультетына тыңлаусылар итеп ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡабул итеү тураһында юллау башлай.
Студенттар сығарылыш таныҡлығын алыу өсөн һигеҙ ярты йыллыҡтың зачеттарын бирергә тейеш була. Имтихандарҙа һынау баһалары өс балл менән билдәләнә[10]: бик ҡәнәғәтләнерлек, ҡәнәғәтләнерлек, ҡәнәғәтләнерлек түгел
1805 йылдан 1917 йылға тиклем декан вазифаһын биләүселәр[11]:Декандары
үҙгәртергә
- 1805—1808 М. И. Панкевич
- 1808—1809 А. А. Прокопович-Антонский
- 1809—1811 П. И. Страхов
- 1811—1812 М. И. Панкевич
- 1812—1813 П. И. Страхов
- 1813—1818 А. А. Прокопович-Антонский
- 1818—1826 И. А. Двигубский
- 1827—1828 Ф. И. Чумаков
- 1828—1829 Г. И. Фишер фон Вальдгейм
- 1829—1831 Ф. И. Чумаков
- 1831—1833 П. С. Щепкин
- 1833—1835 Д. М. Перевощиков
- 1835—1836 А. Л. Ловецкий
- 1836—1848 Д. М. Перевощиков
- 1848—1849 Г. Е. Щуровский
- 1850—1853 А. Г. Фишер фон Вальдгейм
- 1854—1859 М. Ф. Спасский
- 1859—1860 А. Г. Фишер фон Вальдгейм
- 1860—1863 Г. Е. Щуровский
- 1863—1873 А. Ю. Давидов
- 1873—1876 Ф. А. Бредихин
- 1876—1878 В. Я. Цингер
- 1878—1880 А. Ю. Давидов
- 1880—1885 В. Я. Цингер
- 1885—1887 М. А. Толстопятов
- 1887—1891 Н. В. Бугаев
- 1891—1893 Ф. А. Слудский
- 1893—1899 Н. В. Бугаев
- 1899—1905 А. П. Сабанеев
- 1905—1911 К. А. Андреев
- 1911—1912 Д. Н. Анучин
- 1912—1918 Л. К. Лахтин
Факультетты үҙгәртеп ҡороу
үҙгәртергә1917 йыл ваҡиғаларынан һуң физика-математика факультеты 1918—1920 йылдарҙа ҡыҫҡартылған эш менән эшләүен дауам итә.
Был ваҡытта факультет декандары:
- 1919-1920 — М. М. Новиков
- 1920 — 1922 август — В В. Стратонов
- 1922 октябрь — 1923 февраль — А Н. Реформатский
- 1923 март — 1924 август — К П. Яковлев
- 1925-1927 ғинуар — Й. Ф. Мирчинк
- 1928-1930 — С. А. Казаков
- 1930 март — август 1930 И. П. Роцен.
1930 йылдың октябрендә физика-механика факультеты ойошторола, уның составына физика-механика, математик һәм астрономия-геодезия бүлектәре инә[12].
1933 йылдың апрелендә, сираттағы үҙгәртеп ҡороуҙан һуң МДУ-ның хәҙерге механика-математика факультеты ойошторола, ул математика, механика һәм астрономия бүлектәренән тора, әммә һуңғы бүлек 1956 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика факультетына беркетелә
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә
- [[Категория:Выпускники физико-математического факультета Московского университета]]
- [[Категория:Выпускники физико-математического факультета МГУ (после 1917)]]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 https://www.msu.ru/en/info/struct/depts/mechmath.html
- ↑ https://www.msu.ru/en/info/struct/depts/phys.html
- ↑ Московский университет // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Данные отчёта по министерству народного просвещения см. — Петров Ф. А. Российские университеты…, Кн. 2, ч. 2, С. 273
- ↑ См. Развитие естествознания в России, С. 151.
- ↑ Руководители Московского университета
- ↑ Университетский устав 1863 год…
- ↑ Императорский Московский университет, 2010, с. 767
- ↑ Отчёт о состоянии и действиях Императорского Московского Университета за 1910 год.
- ↑ Запись студента (экзаменационная книжка) Физико-математический факультет Императорского Московского Университета. 1913. 25 с.
- ↑ Физико-математический факультет, 2010
- ↑ Физика в Московском Университете 1755—1932
Әҙәбиәт
үҙгәртергә
- Развитие естествознания в России (XVIII - начало XX века). — М.: АН СССР, Ин-т истории естествознания и техники, 1977. — 536 с.
- Московский университет за 50 лет Советской власти / И. Г. Петровский. — М.: МГУ, 1967. — 711 с.
- Лёвшин Л. В. Деканы физического факультета Московского университета. — М.: МГУ, 2002. — 274 с. — 500 экз. — ISBN 5-8279-0026-5. Архивная копия от 12 апреля 2011 на Wayback Machine
- Лёвшин Л. В. Физический факультет МГУ. Исторический справочник (персоналии). — М.: МГУ, 2002. — 346 с. — 220 экз. Архивная копия от 12 апреля 2011 на Wayback Machine
- Левшин Л. В. Физический институт // А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков Императорский Московский университет: 1755—1917 : энциклопедический словарь. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 767. — ISBN 978-5-8243-1429-8.
- Андреев А. Ю. Физико-математический факультет // А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков Императорский Московский университет: 1755—1917 : энциклопедический словарь. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 764—766. — ISBN 978-5-8243-1429-8.
Һылтанмалар
үҙгәртергә
- Устав Императорского Московского Университета 5 ноября 1804 г. 2021 йыл 13 апрель архивланған.
- Устав Императорского Московского Университета 26 июля 1835 г. 2020 йыл 15 февраль архивланған.
- История Императорского Московского Университета 2021 йыл 28 февраль архивланған.
- Страница мехмата на официальном сайте МГУ
- Замечательные питомцы Московского университета XVIII—XIX веков
- Алфавитный словарь профессоров Московского университета (1755—1917)