Солтанов Абдулла Афзал улы
Солтанов Абдулла Афзал улы (25 сентябрь 1928 йыл) — үҙешмәкәр башҡорт йырсыһы, ҡурайсы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996).
Абдулла Солтанов | |||
Исеме |
Абдулла Афзал улы Солтанов | ||
---|---|---|---|
Тыуған |
25 сентябрь 1928 (94 йәш) | ||
Тыуған урыны | |||
Ил | |||
Һөнәрҙәре |
йырсы | ||
Инструменттар | |||
Наградалар |
| ||
БиографияһыҮҙгәртергә
Абдулла Афзал улы Солтанов 1928 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ҡобағош ауылында тыуған. Хеҙмәт йылдары тулыһынса тыуған ауылында үтә, ул башта Ленин исемендәге колхозда, аҙаҡтан «Байрамғол» совхозында малсы (йылҡы һәм һарыҡ көтөүсеһе) булып эшләй.
Ижади эшмәкәрлегеҮҙгәртергә
Ғәжәйеп матур тауышлы, моңло йырлай, йәш сағынан төрлө кимәлдәге үҙешмәкәр концерттарҙа әүҙем ҡатнаша.
Абдулла Солтановтың репертуарында 60-тан ашыу оҙон көйлө тарихи башҡорт халыҡ йыры: «Урал», «Буранбай», «Йәмәлекәй тауы», «Уйыл», «Сибай», «Ғайса ахун», «Илсе ғайса», «Бейеш», «Әрме», «Ҡаһым түрә», «Шәүрә», «Сәлимәкәй», «Томан», «Ғилмияза» һәм башҡалар бар. Һамар, Ульяновск һәм Мәскәү сәхнәләрендә, Германия, Португалия һәм яҡын сит илдәрҙең ҡалаларында сығыш яһаған. Солтанов башҡарған күп кенә башҡорт халыҡ йырҙарының яҙмалары «Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы», Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор кабинеты, Өфө дәүләт сәнғәт институты, ҡайһы берҙәре шулай уҡ «Останкино» Телерадиокомпанияһы һәм Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка педагогия институтының фондтарында һаҡлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- Үҙешмәкәр йырсыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996)
- Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986)
- Учалы районының почётлы гражданы (2016)[2][3]
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы
- ↑ Муниципальный район Учалинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт администрации. Главная / Район / Почетные граждане. Султанов Габдулла Афзалович(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 октябрь 2016)
- ↑ район Учалинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт администрации. Главная / Пресс-центр / Новости: В канун Дня Республики в Учалах состоялся праздничный концерт, 2016, 10 октября(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 октябрь 2016)
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Солтанов Абдулла Афзал улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2021)
- Феноменальный певец. Бельские просторы. 2011. № 4