Собинов Леонид Витальевич

Собинов Леонид Витальевич (26 май (7 июнь1872 год, Ярославль[8]14 октябрь 1934, Рига) — урыҫ опера йырсыһы (лирик тенор), РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1923), урыҫ классик вокал мәктәбенең иң эре вәкиле. Сергей Витальевич Волгиндың ҡустыһы.

Собинов Леонид Витальевич
рус. Леони́д Со́бинов
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 РСФСР
 СССР
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 26 май (7 июнь) 1872[2][3]
Тыуған урыны Ярославль, Рәсәй империяһы[4][5][6][…]
Вафат булған көнө 14 октябрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[5][2][7][…] (62 йәш)
Вафат булған урыны Рига, Латвийская Республика[d][4][6]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Бер туғандары Волгин, Сергей Витальевич[d]
Балалары Собинов, Борис Леонидович[d]
Һөнәр төрө опера йырсыһы, адвокат
Уҡыу йорто юридический факультет МГУ[d][3]
Музыкально-драматическое училище Московского филармонического общества[d][3]
Йырсы тауышы лирический тенор[d][3]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың халыҡ артисы
 Собинов Леонид Витальевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Собинов Ленский ролендә
 
Поручик Л.В.Собинов, 1916 йыл.

Леонид Витальевич Собинов сауҙа хеҙмәткәре, мещан Виталий Васильевич Собинов ғаиләһендә тыуған.

1881 йылда гимназияла уҡый. Ул гимназия хорында йырларға өйрәнә башлай. 1888 йылда хәйриә кисәһендә уның тәүге уңышлы сығышы үтә (Вильбоаның «Наташа, или Волжские разбойники» операһында хорҙа соло партияһын башҡара).

1890 йылда гимназияны көмөш миҙал менән тамамлағандан һуң, Л.В.Собинов Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инә. Университетта уҡыған ваҡытта студенттар хорында ҡатнаша. 1892 йылдың көҙөнән П. А. Шостаковский саҡырыуы буйынса Музыкаль-драматик училищеға (буласаҡ ГИТИС) уҡырға инә, унда 1897 йылға тиклем А. М. Додонов һәм А. А. Сантагано-Горчаковала вокал менән шөғөлләнә). Ошо уҡ йылдарҙа итальян опера труппаһында сығыш яһай

1893 йылда йырсы был училищела ҡыған Мария Каржавинаға өйләнә (1898 йылда ҡатыны менән айырылыша).

Училищела уҡыу менән бер рәттән Собинов университетта уҡыуын да дауам итә. 1894 йылда университеттың юридик факультетын уңышлы тамамлай, һуңынан Мәскәү пехота училищеһында бер йыл юнкер булып хеҙмәт итә. Шунан һуң билдәле адвокат Федор Никифорович Плеваконың присяжный ярҙамсыһы булып эшләй.

1897 йылда училищела имтиханда Ҙур театр дирижеры Ипполит Альтани ҡатнашаь, ул Собиновты Ҙур театрға тыңларға саҡыра. Шул уҡ 1897 йылда ул Ҙур театрҙың солисы була. Собинов Ҙур театр сәхнәһендә Антон Рубинштейндың «Демон» операһында сығыш яһай. Ҙур театрҙа эшләгән осоронда йырсының 35 роле була, сәхнәлә 623 тапҡыр йырлай[9].

1899 йылдың көҙөндә Собинов адвокат практикаһын ҡалдыра һәм үҙен тулыһынса музыкаға бағышлай. Собинов үҙе тураһында былай тип һөйләй: «Юристар араһында иң яҡшы йырсы йәки йырсылар араһында иң яҡшы юрист»[9].

1900 йылдарҙа Собинов күп гастролдәрҙә була. Милан «Ла Скала» театрында (1904—1906), унда традицион итальян репертуарында йырлай, Монте-Карло, Мадрид, Лондон, Берлин, Парижда сығыш яһай (1909), Рәсәй буйынса күп йөрөй.

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында шәфҡәтлелек концерттары ярҙамында яралыларға һәм хәйриә ихтыяждарына 200 мең һумдан ашыу аҡса йыя.

Ике тапҡыр Ҙур театр директоры була — 1917—1918 йылдарҙа һәм 1921 йылда. 1917 йылдың октябренән — Мәскәү советы театры комиссары; 1919 йылда Ҙур театр Директорияһы ағзаһы итеп һайлана.

1920 йылдың ноябрендә халыҡ мәғариф Севастополь бүлегендә сәнғәт бүлексәһе мөдире була. 1921 йылдың апрелендә Севастополдә консерватория булдырыуҙә тәҡдим итә[10]..

Мәскәүҙә, Камергер тыҡрығында 5/7 йорттоң 23-сө фатирында йәшәй (йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған). Собинов ғүмер буйы камера вокаль репертуарында даими сығыш яһай. Корней Чуковский үҙ хәтирәләрендә Собиновтың шәфҡәтлелек менән күп шөғөлләнеүен, атап әйткәндә, студенттарға, шул иҫәптән буласаҡ яҙыусы Андреев Леонидҡа ярҙам итеүен әйтә, мохтаж йәмғиәттәргә һәм ойошмаларға төрлө бүләктәр яһай.

Файл:Санкт-Петербург (гостиница, Рига).JPG
Ригала элекке «Санкт-Петербург» ҡунаҡханаһы бинаһы

1933 йылда 60 йәшендә сәхнәне ҡалдыра.

Собинов 1934 йылдың 14 октябрендә Ригала «Санкт-Петербург» ҡунаҡханаһында төндә йөрәк өйәнәгенән вафат була. Кәүҙәһен Мәскәүгә махсус ҡайғы поезында алып киләләр. Новодевичье зыяратында ерләнә. Ҡайһы бер сығанаҡтар уның үлемен бер көн элгәре булған архиепископ Иоанн Рижскийҙың (Поммер) үлеме менән бәйләп, Леонид Собиновтың үлеме шарттарын сәйер булыуын күрһәтә[11].

  • Беренсе никахы (1893) — актриса Коржавина Мария Федоровна (1873—1947), шулай уҡ Мәскәү филармония йәмғиәте ҡарамағындағы Музыкаль-драматик училищела уҡый. Улдары — композитор һәм концертмейстер Собинов Борис Леонидович (1895—1957) һәм Собинов Юрий Леонидович (1897—1920, Граждандар һуғышы ваҡытында һәләк була).
  • Икенсе никахы — Мухина Нина Ивановна (1888—1968, скульптор В.И. Мухинаның ике туған апаһы.
  • Ҡыҙы — Светлана Леонидовна (1920—2002). Яҙыусы Лев Кассилдең ҡатыны. Ейәнсәре — режиссер-аниматор Собинова Ирина Львовна-Кассиль.
  • Улы Борис — пианист, барон Врангель армияһы менән бергә эмиграцияға китә. 1945 йылда Европала Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң оккупацияның Америка зонаһына эләгә, СССР-ға тапшырыла, 10 йыл лагерҙарҙа үткәрә, 1955 йылда азат ителгәндән һуң ҡапыл вафат була.
  • Улы Юрий — Ирекле армия сафында һуғышҡан. 1920 йылдың 8 октябрендә Мелитополдә яраларҙан вафат була.
 
Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында Собинов ҡәбере
 
Л.В. Собинов «Русалка» операһында, 1900 йылдар

1937—1994 йылдарҙа Мәскеәүҙең Кесе Кисловский тыҡырығы уның исемен йөрөтә[12]. Йырсы исеме менән урамдар Иваново, Киев, Минск, Полтава, Харьков, Донецк, Ярославль ҡалаларында, уның тыуған ерендә һәм БДБ. илдәренең башҡа ҡалаларында бар.

Әлеге ваҡытта Собинов исемен һарытау консерваторияһы, Ярославль музыка училищеһы (колледжы) һәм йыл һайын үткәрелгән музыка фестивале йөрөтә. 2007 йылдың 29 декабрендә Ярославлдә Собиновтың һәйкәлен асыу тантанаһы була (Максимов һәмТрефолев урамдары киҫешкән ерҙә).

1969—1993 йылдарҙа Мәскәү йылға пароходсылығының сәйәхәт теплоходы уның исемен йөрөткән[13].

Бынан тыш, Собинов исемен совет ( Бөйөк Британияла төҙөлгән) океан турбоходы йөрөткән.

Санкт-Петербург — Петроград — Ленинградта адрестар

үҙгәртергә
 
Санкт-Петербургта йорт (Куракинаның килем йорто), унда Л.В.Собинов 1915 йылдан 1929 йылға тиклем йәшәгән
  • 1901 йылдың феврале — килем йорто — Борсаҡ урамы, 8;
  • 1903—1908 — — Диңгеҙ урамы, 16, 9-сы фатир;
  • 1908-1912 — «Англетер» ҡунаҡханаһы— Вознесенский проспекты, 10;
  • 1912 — 1915 йылдың октябре — «Франция» ҡунаҡханаһы — Диңгеҙ урамы, 6;
  • октябрь 1915 — 1929 йылдар— Куракинаның килем йорто — Сергиевская урамы, 8 (хәҙер Чайковский урамы);
  • 1917 йылдан һуң курорт Сестрорецк ҡалаһы курортында дача бирелә, Оранжерейный урамындағы 3-сө йорт (С .И. Дворжецкий дачаһы).
  • 1932 йыл — «Европа» ҡунаҡханаһы — Раков урамы, 7.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #63028914 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Риман Г. Собинов (урыҫ) // Музыкальный словарь: Перевод с 5-го немецкого издания / под ред. Ю. Д. Энгель, пер. Б. П. ЮргенсонМ.: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1901. — Т. 3. — С. 1198.
  4. 4,0 4,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #134854195 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  5. 5,0 5,1 Собинов Леонид Витальевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  6. 6,0 6,1 Archivio Storico Ricordi — 1808.
  7. Leonid Sobinov // SNAC (ингл.) — 2010.
  8. Биография Леонида Собинова  (рус.), РИА Новости (20120607T1120+0400Z). 14 октябрь 2017 тикшерелгән.
  9. 9,0 9,1 КУЛЬТУРА.РФ
  10. Орлов А.С., Георгиева Н.Г., Георгиев В.А. Исторический словарь. 2-е изд. М., 2012, с. 474. Биографический указатель ХРОНОС, Леонид Витальевич Собинов (2012).
  11. Леонид Собинов: Неразгаданная тайна русского орфея 2014 йыл 25 октябрь архивланған.
  12. Постановление Правительства Москвы № 968-ПП от 25 октября 1994 года
  13. Страница теплохода на портале riverfleet.ru 2017 йыл 11 август архивланған..
  • Леонид Витальевич Собинов. 1898—1923 (25 лет сценической деятельности). Юбилейный сборник под ред. Вл. Немировича-Данченко, М., Госиздат, 1923. — 70 стр., богато иллюстрирован.
  • Л. В. Собинов: Жизнь и творчество: [Сборник] / Отв. ред. Я. О. Боярский. — Москва: Музгиз, 1937 (Ленинград: тип. и цинк. им. Володарского). — 264, [2] с.
  • Воспоминания о Л. В. Собинове. Ярославль: Верхне-Волжское книжное издательство, 1985. — 256 с.
  • Леонид Витальевич Собинов. В 2-х томах. М.: Искусство, 1970.
  • Поплавский Г. В. Собинов в Петербурге — Петрограде — Ленинграде. — Л.: Лениздат, 1990. — 251 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-289-00606-0.
  • Черников О. Рояль и голоса великих. Серия: Музыкальная библиотека. — Издательство: Феникс, 2011. — 224 с. ISBN 978-5-222-17864-5
  • Ермолин Евгений. Смерть Орфея // Углече поле, 2014. №23. — С. 52—59.
  • Горбунова Е. Ю. СОБИНОВ Леонид Витальевич // А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков Императорский Московский университет: 1755—1917 : энциклопедический словарь. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 663—664. — ISBN 978-5-8243-1429-8.

Һылтанмалар

үҙгәртергә