Скворчиха ауыл советы (Ишембай районы)
Скворчиха ауыл советы — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы муниципаль берәмеге.
Скворчиха ауыл советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәк | Скворчиха[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ишембай районы |
Халыҡ һаны |
888 кеше (1 ғинуар 2018)[2], 1002 кеше (2002)[3], 1078 кеше (2009)[3], 986 кеше (2010)[4], 968 кеше (2012)[5], 978 кеше (2013)[6], 972 кеше (2014)[7], 918 кеше (2015)[8], 923 кеше (2016)[9], 894 кеше (2017)[10] |
Рәсми сайт | skvorchiha.ru |
Тарихы
үҙгәртергәСкворчиха ауыл советы БАССР-ҙың Ишембай районы Скворчиха ауыл советы булараҡ ВЦИК-тың 1930 йылдың 20 августағы[11] ҡарары нигеҙендә булдырыла.
2001 йылдың 20 февралендә Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡала советының түбәндәге ҡарары сыға: «Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Алаҡай, Кинйәкәй, Юлдаш, Михайловка ауылдарын, уларға ҡараған биләмәләре һәм „Маяҡ“ ауыл хужалығы производство кооперативы ерҙәре менән бергә Салауат ҡалаһына тапшырыу тураһында»:
Граждандар — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Алаҡай, Кинйәкәй, Юлдаш, Михайловка ауылдарында йәшәүселәр сходының ҡарарын (2001 йылдың 10 февралендәге протоколдар), Башҡортостан Республикуаһы Министрҙар Советының 2001 йылдың 16 февралендәге № 145-р һанлы «Санкт-Петербург ҡалаһы Ҡала төҙөлөшө НИИИП-һының Салауат ҡалаһының Генераль планын раҫлау тураһындағы» күрһәтмәһен иғтибарға алып, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо тураһындағы» Законының 15-се статьяһына ярашлы Салауат ҡала советы түбәндәгене ҡарар итә:
1. Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы Скворчиха ауыл советының Алаҡай, Кинйәкәй, Юлдаш, Михайловка ауылдарын, уларға ҡараған территориялары, ҡайтанан бүлеү фонды, «Маяҡ» СПК-һы ерҙәре һәм башҡа ер файҙаланыусыларҙың ошо хужалыҡ биләмәләренә ингән ерҙәрен Салауат ҡалаһына тапшырыу тураһында Ишембай ҡала советына юллау йүнәлтергә. 2. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайынан был халыҡ йәшәгән ауылдарҙы Салауат ҡалаһына, ҡала составында Кинйәкәй ауыл советын булдырып, тапшырыуын үтенергә. Салауат ҡала советы рәйесе А. Т. Ғәлиев[12][13].
Был ҡарар тормошҡа ашырылманы, сөнки урындағы халыҡ (Алаҡай ауылы) был ҡарарға ҡаршы сыҡты, ерҙәрен һаҡлап ҡалыу теләге менән Урындағы йәмғиәт үҙидаралығы (ТОС) ойошторҙо.
«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» законға ярашлы (Башҡортостан Республикаһының 20.07.2005 й. № 211-З, 21.06.2006 й. № 329-З, 29.12.2006 й. № 404-З һанлы Закондарына ярашлы) Скворчиха ауыл советы ауыл биләмәһе статусына эйә.
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
2002[14] | 2009[14] | 2010[15] | 2012[16] | 2013[17] | 2014[18] | 2015[19] |
1002 | ↗1078 | ↘986 | ↘968 | ↗978 | ↘972 | ↘918 |
Ауыл биләмәһенең составы
үҙгәртергә№ | Ауыл | Төрө | Халҡы |
---|---|---|---|
1 | Скворчиха | село, административный центр | ↘459[15] |
2 | Кинзекеево | село | ↘261[15] |
3 | Алакаево | деревня | ↘119[15] |
4 | Новониколаевка | деревня | ↗67[15] |
5 | Осиповка | деревня | ↘21[15] |
6 | Юлдашево | деревня | ↘16[15] |
7 | Слободка | хутор | →12[15] |
8 | Лесное | деревня | ↗11[15] |
9 | Яшельтау | деревня | 9[15] |
10 | Торгаска | хутор | ↗8[15] |
11 | Михайловка | деревня | ↘3[15] |
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Урындағы үҙидара
үҙгәртергәХакимиәттең адресы: Рәсәй, 453226, Башҡортостан Республикаһы, Ишембай районы, Скворчиха ауылы, Үҙәк урам, 20[20].
Телефон: +7 (34794) 7-41-28. Факс: +7 (34794) 7-41-19.
- Алаҡай ауылы Урындағы йәмәғәт үҙидараһы (Территориальное общественное самоуправление) 2016 йылдан теркәлгән. Ауыл старостаһы — Герасименко Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы.
Иҡтисады
үҙгәртергәАуыл хужалығы
үҙгәртергәАуыл хужалығы предприятиелары:
- «Башаҡ» ЯСЙ-һы — Скворчиха ауылы;
- «Межрегионбизнес-Агро» ЯСЙ-һы — Кинйәкәй ауылы;
- «Колокольчик» КФХ-һы — Осиповка ауылы;
- Яну С. А. КФХ-һы — «Заречный» ауыл хужалығы берләшмәһе районында.
Сауҙа
үҙгәртергә3 кибет һәм 2 киоск халыҡҡа сауҙа хеҙмәте күрһәтә.
Транспорт һәм элемтә
үҙгәртергәСкворчиха ауылында «Рәсәй Почтаһы» бүлексәһе бар.
Мәғариф
үҙгәртергә- Скворчиха урта дөйөм белем биреү мәктәбе (201 йылдан башланғыс мәктәп).
- Кинйәкәй дөйөм белем биреү мәктәбе (201 йылдан башланғыс мәктәп) (филиалы Алаҡай башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе 2015 йылдан эшләмәй).
Һаулыҡ һағы
үҙгәртергәӨс фельдшер-акушер пункты (ФАП): Скворчиха, Кинйәкәй, Алаҡай.
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
үҙгәртергә- Скворчиха ауыл клубы.
- Кинйәкәй Мәҙәниәт йорто.
- Алаҡай ауыл клубы.
- Ике ауыл китапханаһы: Скворчиха һәм Кинйәкәй.
Билдәле кешеләр
үҙгәртергә- Юлдашбаев Билал Хәмит улы — ғалим-тарихсы, тарих фәндәре докторы, XX быуат башы Башҡорт милли хәрәкәт документтарын нәшер итеүсе, ғалим-тарихсы Айһылыу Юнысованың (Юлдашбаева) атаһы, Алаҡай
- Сәйетов Эрнст Миңләхмәт улы — рәссам, Юлдаш
- Дауытов Вилләр Йомағол улы — журналист, Башҡортостан Республикаһының мҙәниәт министры, Башҡортостан масса-күләм сараларын ойоштороусы, Юлдаш
- Әлмөхәмәтова Гөлшат Әмин ҡыҙы — журналист, дәүләт эшмәкәре, Ишембай ҡала мәҙәниәт бүлеге мөдире,Юлдаш
- Әлмөхәмәтов Азамат — журналист, Башҡортостан телерадиокампанияһы директоры, Гөлшат Әлмөхәмәтованың улы, Юлдаш
- Мөлөков Вәсим Ҡасим улы — ауыл хужалығы эшсәне, билдәле комбайнер, Ленин ордены кавалеры, «Ағиҙел» колхозы бригадиры,Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты(1960-сы йылдарҙа), Ишембай районының почетлы гражданы, Алаҡай
- Мәжитова Лена Арыҫланбәк ҡыҙы — табип-терапевт, баш табип В.Умов менән Ишембай район больницаһын 1965 йылда башлап ойоштороусы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Кинйәкәй ауылында 1941 й. тыуған, Алаҡай мәктәбе директоры Арыҫланбәк Ғүмәровтың ҡыҙы
- Ишкинина Сәриә Фәйзулла ҡыҙы, педагог, Салауат ҡала башҡорт гимназияһы директоры, Кинйәкәй
- Шәрипова Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы — Салауат башҡорт драма театры артисы, йырсы, актрисалар Ләйсән менән Миләүшә Шәриповаларҙың әсәһе, Кинйәкәй
- Сөйәрғолова Әнисә Сынбулат ҡыҙы — педагог, публицист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Кинйәкәй
- Моратова Венера Нәжип ҡыҙы — ғалим-тарихсы, БДУ-ның тарих факультеты Башҡортостан тарихы кафедраһы доценты, тормош иптәше- тарихсы Салауат Хәмиҙуллин, ата-әсәһе Юлдаш ауылынан
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Отчет о работе администрации СП Скворчихинский с/с в 2010 году (doc). Официальный сайт администрации муниципального района Ишимбайский район. Дата обращения: 10 ноябрь 2011. Архивировано 4 март 2012 года. 2012 йыл 31 ғинуар архивланған.
- ↑ Решение Салаватского городского Совета РБ от 20 февраля 2001 года «О передаче г. Салавату населённых пунктов д. Алакаево, д. Кинзякаево, д. Юлдашево, д. Михайловку Скворчихинского сельсовета Ишимбайского района Республики Башкортостан с принадлежащими им территориями и земель СПК „Маяк“» . Региональное законодательство. Башкортостан. Дата обращения: 10 ноябрь 2011. Архивировано 4 март 2012 года. 2014 йыл 26 февраль архивланған.
- ↑ Решение Салаватского городского Совета РБ от 20 февраля 2001 года «О передаче г. Салавату населённых пунктов д. Алакаево, д. Кинзякаево, д. Юлдашево, д. Михайловку Скворчихинского сельсовета Ишимбайского района Республики Башкортостан с принадлежащими им территориями и земель СПК „Маяк“» . Правовой портал Башкортостана. Дата обращения: 10 ноябрь 2011. Архивировано 4 март 2012 года.
- ↑ 14,0 14,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ 15,00 15,01 15,02 15,03 15,04 15,05 15,06 15,07 15,08 15,09 15,10 15,11 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Администрация сельского поселения Скворчихинский сельсовет муниципального района Ишимбайский район . Официальный сайт администрации муниципального района Ишимбайский район. Дата обращения: 10 ноябрь 2011. Архивировано 4 март 2012 года. 2012 йыл 4 март архивланған.