Юрғаш (йылға)
Юрғаш — Ишембай районының Скворчиха ауыл советы (Ишембай районы) биләмәһендәге йылға. Скворчиха (Ҡолан) ауылынан 4 км көньяҡтараҡ башлана, көньяҡ- көнсығыштан көньяҡ- көнбайышҡа табан аға. Йылғаның оҙонлоғо — 15 км, Ағиҙел йылғаһы башланған урындан 796 км алыҫлыҡта Ергәнтауҙан төньяҡтараҡ Ағиҙелгә барып ҡушыла. Йылғаның тауҙан түбән өлөшө ҡайһы бер йылдарҙа ҡорой.
Юрғаш | |
Ҡайҙа ҡоя | Ағиҙел |
---|---|
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Оҙонлоҡ | 13 km |
Йылға буйында Ишембай районының Кинйәкәй һәм Юлдаш (Ишембай районы) ауылдары урынлашҡан.
1906 йылда Юрғаш йылғаһы буйында А. Дербенев, А. Комендантов, М. Ершовтарҙың һыу тирмәне булған.
Йылға тирә-яғында һоро урман тупрағында уҫаҡ урмандары үҫә.
Юрғаш атамаһын башҡортса «юрға» (иноходец) һүҙе менән бәйләп аңлаталар[1].
Юлдаш ауылы халҡы йылғаны Ҡурғашлы тип атай (ҡурғаш- рус."свинец").
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестры буйынса Кама һыу бассейны округына инә, Кама йылғаһы бассейны, Ағиҙел йылғаһы ярымбассейны, башынан алып Арский ташы һыу кимәлен үлсәү посына тиклем Ағиҙел һыу хужалығы биләмәһенә ҡарай.
Ҡушылдыҡтары
үҙгәртергә- уң ҡушылдыҡтары- Юрғабаш, Ҡолан һәм башҡа,
- һул яҡ ҡушылдыҡтары-Иҫкыҙма, Ямамбуййылға.
Йылғаның ағышында ҙур булмаған быуа бар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан//Ф. Г. Хисамитдинова, З. А. Сиразитдинов и др. Уфа, 2005