Семендяев Константин Адольфович
Семендяев Константин Адольфович (9 декабрь 1908 йыл — 15 ноябрь 1988 йыл) — ғалим-математик, совет атом проекты өсөн математик иҫәпләүҙәр етәкселәренең береһе. Физика-математика фәндәре докторы, профессор. Ленин премияһы лауреаты.
Семендяев Константин Адольфович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 9 декабрь 1908 |
Тыуған урыны | Симферополь, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 15 ноябрь 1988 (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | математик, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | ғәмәли математика[d][1] |
Эш урыны | РФА-ның математика институты[d] |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәКонстантин Адольфович Семендяев 1908 йылдың 9 декабрендә Симферополь ҡалаһында мещандар ғаиләһендә тыуған, ата-әсәһе хеҙмәткәрҙәр була.
Симферополдә урта мәктәпте тамамлағас, 1925 йылда Симферополь педагогия институтына уҡырға инә, бер йылдан һуң ул Мәскәү дәүләт университетына күсә.
1929 йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетын тамамлай. 1929 йылдан, студент булған саҡта уҡ, урта мәктәптә уҡыта башлай, 1931 йылдан Мәскәүҙә төрлө юғары уҡыу йорттарында уҡыта.
1931 йылдан 1936 йылға тиклем — Мәскәү дәүләт университетының Математика һәм механика институты хеҙмәткәре.
1936 йылдан СССР Фәндәр академияһының В. А. Стеклов исемендәге математика институтында (МИАН) математик приборҙар кабинеты мөдире. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында институт менән бергә Ҡазанға эвакуацияла була.
1946 йылдан 1953 йылға тиклем — МИАН иҫәпләү бюроһы мөдире. МИАН-да ғәмәли математика бүлеге асылыу менән (1953) бюро «Газодинамика» бүлеге итеп үҙгәртелә[2]. Семендяев етәкселеге аҫтында баллистик иҫәпләүҙәр методикалары эшләнә, астрономик һәм башҡа иҫәпләүҙәр машинизациялана һәм практикаға индерелә.
1961 йылдың авгусынан — СССР Фәндәр академияһының ғәмәли математика институтының фән буйынса директор урынбаҫары.
1963 йылдың сентябрендә СССР гидрометүҙәгенә эшкә күсә, гидрометеорология мәсьәләләрен программалау лабораторияһы начальнигы.
«Журнал вычислительной математики и математической физики» журналының сыға башлаған көнөнән алып редколлегия ағзаһы (1961).
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары
үҙгәртергәБер үлсәмле газ динамикаһы мәсьәләләрен иҫәпләү өсөн характеристикалар ысулы авторҙарының береһе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Өс Ленин ордены (1956,1955, 29.10.1949);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (19.09.1953);
- «Владимир Ильич Лениндың тыуыуының 100 йыллығы айҡанлы» миҙалы;
- башҡа миҙалдар;
- Ленин премияһы;
- Беренсе дәрәжә Сталин премияһы «РДС-6с һәм РДС-5 эшләнмәләре буйынса иҫәпләмә-теоретик хеҙмәттәре өсөн» (31.12.1953);
- Беренсе дәрәжә Сталин премияһы «атом энергияһын файҙаланыу өлкәһендә ҙур ғилми хеҙмәттәре, яңы төрҙәге РДС эшләнмәләре булдырғаны[3], плутоний һәм уран-235 етештереү өлкәһендә ҡаҙаныштары өсөн ..» (6.12.1951);
- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы «атом энергияһын файҙаланыу буйынса фәнни асыштары һәм техник ҡаҙаныштары өсөн» (29.10.1949);
Библиография
үҙгәртергәСправочник по математике для инженеров и учащихся втузов (соавтор: И. Н. Бронштейн) 2009, 608 с.
Семендяев К. А. Счётная линейка. — 11-е изд. — М.: Физматгиз, 1960. — 48 с.
Ҡыҙыҡ осраҡтар
үҙгәртергәЦифрҙарҙың ҙур таблицаһына ҡарап, Константин Адольфович шунда уҡ: «Бына бында хата. Яңынан Һанарға кәрәк» тип әйтә алған.[4]
Ҡатмарлы алгебраик үҙгәртеүҙәрҙе өс төрлө иҫәпләүсе башҡара, әммә һөҙөмтә көтөлгәнгә тап килмәй. Я. B. Зельдович яңы эффект алынған тип ҡарар итә, әммә К. А. Семендяев шунда уҡ был хата тип белдерә. И. M. Гельфанд иҫәпләү авторҙарынан бер-береһенән күсереүҙәрен таныуҙы талап итә, әммә өсөһө лә бер урында үҙ аллы хаталар яһағаны асыҡлана[4].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Константин Адольфович Семендяев (некролог) // Журнал вычислительной математики и математической физики. — 1989. — Т. 29, № 3. — С. 474—475.
- Биография
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Отдел газодинамики (заведующий кандидат физико-математических наук Константин Адольфович Семендяев)
- ↑ „Реактивный двигатель специальный“ — зашифрованное обозначение советских атомных бомб
- ↑ 4,0 4,1 М. В. Келдыш и его институт. Первое двадцатилетие. М.: ИПМ имени М. В. Келдыша. 2001