Саҡ-Суҡ (бәйет)
Саҡ-Суҡ (cыу. Шӑн-Шӑк; татар. Сак-Сок) — башҡорт, сыуаш һәм татар халыҡтарының эпик‑драматик характерҙағы һәм мифологик ҡараштарға нигеҙләнгән бәйете.
Тарихы
үҙгәртергәБашҡорт халыҡ ижадында мифологик йөкмәткеһе менән иғтибарҙы йәлеп иткән «Саҡ—Суҡ» бәйете халыҡ араһында киң билдәле. Халыҡ телендә, шулай уҡ архив фондтарында был әҫәрҙең төрлө йылдарҙа яҙып алынған тиҫтәләрсә варианттары (алтмыштан артыҡ) һаҡланыуы ла шуны раҫлай[1]. Беренсе тапҡыр 1909 йылда Өфөлә башҡорт яҙыусыһы З. Өммәтиҙең «Башҡорт типтәрҙәренең йыр, бәйеттәре» йыйынтығында баҫыла. Башҡорт ғалимдары С.Ә.Галин, Ф. А. Нәҙершина, Р. С. Сөләймәнов, Н. Д. Шоңҡаров һәм башҡалар етәкселегендә 1958—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты башҡорт бүлегенең беренсе-икенсе курс студенттары Башҡортостандың Баймаҡ, Салауат, Дәүләкән, Ейәнсура, Архангел, Бөрйән, Әлшәй, Йылайыр, Әбйәлил, Мәләүез, Күгәрсен, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле, Хәйбулла райондарында, шулай уҡ Баймаҡ, Салауат ҡалаларында фольклор экспедициялары барышында «Саҡ—Суҡ» бәйетенең төрлө варианттарын яҙып алған[1]. Ҡайһы бер варианттары тәүге тапҡыр Шоңҡаров яҙмаһында «Башҡорт халыҡ ижады. Бәйеттәр» (1978) китабында баҫтырыла[2]. Яҙып алынған варианттарҙың ҡырҡ бере- шиғри формала, өс вариант — сәсмә формала теркәлгән. Иң ҙур күләмлеһе (166 юллыҡ) Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында яҙып алынған, иң ҡыҫҡаһы (биш юллыҡ) Миәкә районының Сатай-Бөрйәнбиш ауылында. «Саҡ-Суҡ» бәйетенең ниндәй генә районда яҙылып алыуына ҡарамаҫтан, әсә ҡарғышының күктәрҙе күкрәтер, үҙ балаларын ҡошҡа әйләндерерҙәй зәһәр көскә эйә булғанлығы тураһында әйтелә[1].
Тавил Хажиәхмәтов иллюстрациялары менән беренсе тапҡыр 1990 йылда баҫтырыла.
Татар композиторы Ш. Т. Шәрифуллин 1999 йылда татарса, өлөшләтә сыуашса һәм башҡортса варианттарҙан йыйылған «Баит „Сак-Сок“» китабын урыҫ телендә нашер итә[3]
2002 йылда татар яҙыусыһы Рабит Батулла, бәйеттең 14 вариантын ҡулланып, «Сак-Сок» драмаһын ижад итә.
Сюжеты
үҙгәртергәБәйеттә Саҡ менән Суҡ — ғүмер буйы бер‑береһен эҙләп таба алмаған ҡоштар образында һүрәтләнә. Сюжет нигеҙен ғаилә-көнкүреш драмаһы тәшкил итә. Улдарының бер береһе менән килешә алмай үҙ-ара һуғышыуына асыуы килгән әсә уларҙың ҡошҡа әүерелеүен теләй. Әсәнең ҡарғышы үтәлә, һәм балалар тыуған йорттарын мәңгегә ташлап китә.
Төҙөлөшө
үҙгәртергәБәйет балаларҙың монологы формаһында ҡоролған. «Саҡ-Суҡ» бәйетенең көйө квадрат структуралы, бәләкәй диапазонлы, мелодикаһы моңло, һуҙып-һуҙып һөйләүгә тартым. Лады — мажор пентатоника, көй түбәнәйә барған секвенцияға ҡоролған.
«Саҡ-суҡ» бәйетенең варианты
үҙгәртергә
Ғиззәтуллина Мәрхәбә Сәғит ҡыҙы яҙып ебәргән вариант (Учалы районы Миндәк ҡасабаһы)[4]. |
Экранлаштырыу
үҙгәртергәБәйет сюжеты буйынса кинорежиссёр Айнур Асҡаров тарафынан 2015 йылда «Башҡортостан» киностудияһында «Әсә» фильмы төшөрөлгән.[5]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 «САҠ—СУҠ» БӘЙЕТЕ ВАРИАНТТАРЫ ХАҠЫНДА*(недоступная ссылка)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — «Саҡ-Суҡ»(недоступная ссылка)
- ↑ Шарифуллин Ш. К. Баит «Сак-Сок». Казань: Татарское книжное издательство, 1999. 127 с.
- ↑ Күбәләктәр һаҡлаған мираҫ
- ↑ В Уфе режиссёр Айнур Асҡаров представил свой новый художественный фильм «Пусть ветер унесет мои слова».
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Башҡорт энциклопедияһы — «Саҡ-Суҡ»(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2020)
- «САҠ—СУҠ» БӘЙЕТЕ ВАРИАНТТАРЫ ХАҠЫНДА(недоступная ссылка)
- МОТИВ ПРОКЛЯТИЯ В БАШКИРСКОМ НАРОДНОМ ТВОРЧЕСТВЕ
- Өфөлә режиссёр Айнур Асҡаров «Әсә» фильмын тәҡдим итте
- Күбәләктәр һаҡлаған мираҫ(недоступная ссылка)
- Памятники татарского народного музыкального искусства. Сак-Сок. Казань: Татарское книжное издательство, 1999. 127 с.