Граждандар һуғышы бәйете
Граждандар һуғышы бәйете йәки (Ике туған) — фажиғәлеккә нигеҙләнгән көйлө бәйет.
Граждандар һуғышы бәйете | |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1981 |
---|
Информанттары
үҙгәртергә1964 йылда Әлшәй районы Ташлы ауылы 80 йәшлек Шоңҡаров Миңнеәхмәт Шәйәхмәт улының ҡулъяҙмаһынан Н. Д. Шоңҡаров күсереп алған[1].
2008 йылда нәшер ителгән «Дәүләкән ынйылары» фольклор йыйынтығына «Ике туған» исеме менән ингән варианты китап авторҙары тарафынан Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылында йәшәүсе Мәжитова Хөсниямал Әхмәҙи ҡыҙынан (1924 йылғы) яҙып алына[2].
Сюжеты
үҙгәртергәОктябрь түңкәрелеше арҡаһында донъяның буталсыҡ төҫ алыуын сағылдыра. Бәйетсе бының өсөн миҫалдар килтереп тормай, бары ошо түңкәрелештең, социаль проблемаларҙан тыш, әхләҡи-мораль проблемаларҙы ла ҡатмарлаштырыуына иғтибар иттерә. Революция синыфтарҙы ғына түгел, бер туған ағай-эне лә ҡапма-ҡаршы ҡуя: береһе — ҡыҙылдар, икенсеһе — аҡтар яҡлы ике ағай атыша[1].
Варианттары
үҙгәртергә«Ике туған» [2]
Ҡайҙалыр шунда, ауыл ситендә
Ярлы ғаиләлә тыуҙым мин.
Абыйҙар менән, апалар менән
Туғыҙ йәштән эшкә тотондом.
Рәхәт ине йәйге көндәрҙә
Тейәлешеп, эшкә китеүе.
Абыйҙар менән, апалар менән
Бергәләшеп, ғүмер итеүе.
Рәхәт көндәрем күпкә барманы
Тиҙҙән ҡанлы көрәш башланды.
Ҡырҡ йәшәрлек ғәзиз атабыҙ
Китеп, ут эсенә ташланды.
Оло абый китте ҡыҙылдар менән
Дошмандарҙан илде һаҡларға.
Бәләкәй абый үҙ ирке менән
Мылтыҡ алып китте аҡтарға.
Көндәрҙән бер көн ҡара урманда
Ишетелә мылтыҡ тауышы.
Оло абый менән бәләкәй абый
Атышалар ҡапма-ҡарышы.
— Атма, туғаным, ҡуй мылтығыңды,
Туған ағаң булам мин һинең!
— Юҡ инде, абый, бөгөнгө көндө
Туған энең түгел мин һинең!
– Тиеп әйтте лә, ул мылтығының
Затворын тартырға ҡыйманы.
Ул өлгөргәнсе бәләкәй абый
Илтеп күкрәгенә ҡаҙаны.
сәскәләр бөгөлөп төштөләр
Ҡояш ҡыҙыуында болонда.
Ҡарғалар менән ҡоҙғондар ғына
Ҡалды абыйымдың ҡырында.
Граждандар һуғышы бәйете [1]
Ҡайҙалыр шунда, шәһәр ситендә,
Эшсе ғаиләһендә тыуҙым мин.
Ун биш йәшемдә ҡайғы башымда,
Кирбес заводына керҙем мин.
Күңелле ине алһыу таңдарҙа
Бергәләшеп эшкә барыуы.
Рәхот ине, ҡояш батҡанда,
Йырлай-йырлай әштән ҡайтыуы.
Был рәхәттәр күпкә барманы,
Тиҙҙән ҡанлы һуғыш башланды.
Ҡырҡ йәшендә ғәзиз атайым
Уттың эсенә илтеп ташланды.
Оло ағайым мылтығын алып
Китте илдең ҡырын һаҡларға.
Бәләкәй ағайым мылтығын алып
Уҙ ирке менән китте аҡтарға.
Күмер күрмәгән тимер арбалар
Урамдарҙан үтә-һүтәләр.
Ғәзиз әсәмде ишек алдында
Аҡтар атып йығып киттеләр.
Берҙән-бер көндө ҡара урмандарҙа
Ишетелә мылтыҡ тауышы.
Оло ағай менән бәләкәй ағай
Атышалар, ти, ҡара-ҡаршы.
— Атма, туғаным, атма, туғаным,
Мин бит һинең туған ағайың!
Һин беләһеңме ошо айҙарҙы,
Ошо бит минең тыуған айым.
Шулай тине лә оло ағайым
Затворҙарын шаҡ-шоҡ килтерҙе.
Ул өлгөргәнсе бәләкәй ағай
Күкрәгенә илтеп ҡаҙаны.
Ошо хәлдәрҙе бәләкәй ағай
Үҙе беҙгә ҡайтып һөйләне.
Сығып китте лә шул көндән бирле
Өйгә ҡабат ҡайтып кермәне.
Ҡайҙалыр шунда, шәһәр ситендә
Эшсе ғаиләлә тыуҙым мин.
Ун биш йәшемдә, ҡайғы башымда,
Бәхетһеҙ ҙә етем булдым мин.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- А.М.Хәкимйәнова, Р.Ғ.Мөхәмәтғәлин. «Дәүләкән ынйылары». — Өфө: «Эшлекле династия», 2008 й. — С. 256—257-се б.б..
- Әхмәт Сөләймәнов. «Аҡмулланы биргән мең ҡәүеме фольклоры» I том. — Өфө: «Аэрокосмос и ноосфера», 2006 й. — С. 71; 91—92-се б.б..