Салауат (Ислам)

Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең исемен телгә алғандан һуң мосолмандар әйткән фраза
(Салауат (ислам) битенән йүнәлтелде)

Салауат (ғәр. صلوات‎) — саллә- ллаһу ғәләйһи үә сәлләм (ғәр. صلى الله عليه وسلم‎ — башҡортса мәғәнәһе яҡынса «Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға»‎) ғибәрәһен мосолмандар Мөхәммәт Пәйғәмбәр исеменән һуң әйтәләр. Мөхәммәт Пәйғәмбәргә салауат әйтеү тураһында Ҡөрьәндә лә бар

Салауат
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы PBUH, САС һәм SAW
 Салауат Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

« Шик юҡтыр, Аллаһ та, фәрештәләре лә Пәйғәм​бәргә күп салауат әйтерҙәр. Әй, иман килтергән әҙәмдәр, һеҙ ҙә уға салауат әйтегеҙ. Эй, мөьминдәр, һеҙ ҙә хәҙрәти Пәйғәмбәргә салауат әйтегеҙ һәм сәләмдәр күндерегеҙ.
»
Салауат

Салауат әйтеү сауабы

үҙгәртергә

Пәйғәмбәргә салауаттар әйтеүҙең бик сауаплы булыуы хәҙистәрҙә мәғлүм ителгән.

Пәйғәмбәребеҙҙең бер хәҙисендә: « Миңә бер салауат әйткән өсөн, фәрештәләр ун мәртәбә истиғфар итәрҙәр. Шулай булғас теләгән кеше салауатты аҙайтһын, теләгәне күбәйтһен», тип әйтелә.Башҡа бер хәҙистәрендә: «Инсандарҙың миңә иң яҡыны — миңә күп салауат әйткәнелер», «Мин иҫкә алынғанда миңә салауат килтермәгән кеше — иң һаран кешелер», «Миңә йома көндәрендә күп салауат әйтегеҙ», « Ер йөҙөндә әйләнеп йөрөгән фәрештәләр бар, улар өммәтемдең сәләмен миңә еткерерҙәр», тиелгән[1].

Салауаттар

үҙгәртергә
  • Аллаһүммә салли ғәләә сәйидинәә Мүхәммәдин үә Әәдәмә үә Нүүхин үә Ибрааһиимә үә Мүүсә үә Ғыйсә үә мәә бәйнәһүм минән-нәбийиинә үәл мүрсәлиинә саләүәәтүллаһи үә сәләәмүһү ғәләйһим әжмәғыйнә.

Мәғәнәһе: Йә, Аллам! Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә, Әҙәм, Нух, Ибраһим, Ғайса, Муса, ғәләйһис-сәләмдәр үә килеп киткән барса пәйғәмбәрҙәргә рәхмәт, ихсан әйлә.

Берәй кеше ошо салауатты йоҡоға ятыр алдынан уҡыһа, уға бөтөн пәйғәмбәрҙәр шәфәғәт итерҙәр. Ошо салауатты әйткән кешеләр барса пәйғәмбәрҙәр шәфәғәтенә ирешерҙәр, пәйғәмбәрҙәр шәфәғәтенә ирешкән кешенең бара торған урыны — йәннәтер (Ғәйшә р.ғ риүәйәт ҡылды)

  • Аллаһүммә салли үә сәллим ғәләә шәфииғинәә Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә сахбиһи әжмәғыинә.

Мәғәнәһе: Йә, Раббым! Шәфәғәтсебеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә, әһеленә үә сәхәбәләренә, йәмәғәтенә рәхмәттәр үә сәләмдәр әйлә. Был салауатты йома намаҙына тиклем уҡырға кәңәш ителә.

  • Аллаһүммә салли ғәләә сәйидинәә Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсъхәәбиһи әфзалә саләүәәтикә ғәдәдә мәғълүүмәтикә үә бәәрик үә сәллим тәслиимән кәҙәәликә.

Мәғәнәһе: Йә, Раббым! Һинең бөтөн һанауһыҙ ниғмәттәрең менән әфәндебеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә, әһеленә үә сәхәбәләренә, өммәтенә рәхмәттәрендең иң өҫтөнлөгө менән рәхмәт әйлә. Шулай уҡ хәйерле бәрәкәттәр үә сәләм ихсан ит. Аҡшам намаҙында 10-ар мәртәбә һәм иртәнге намаҙҙан һуң 10 мәртәбә уҡыу сауаплы һанала.

  • Аллаһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин үә әнҙилһүл муҡғәдәл муҡаррабә ғиндәкә йәүмәл ҡыйәәмәти.

Мәғәнәһе: Йә, Раббым! Хәбибең Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә салауат әйт үә уны Ҡиәмәт көнөндә Үҙенә яҡын урындан ҡыл. Рәсүл Әкрәм ғәләйһис-сәләм: «Кем ошо салауатты уҡыһа уға шәфәғәтем вәжиб булыр», — тип әйткән. Был салауатты ятлап һәр көн көсө еткәнсә уҡыу сауаплы.

  • Аллаһүммә салли үә сәллим үә бәәрик ғәләә мәй-исмүһү сәййидүнәә.

Мәғәнәһе: «Аллам! Кемдең исеме әфәндебеҙ Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, уға салауаттарыңды, сәләмеңде еткер һәм уға бәрәкәт бир».

  • Саллә- ллааһү ғәләйһи үә сәлләмә үә ғәләә әәлиһиии әджмәғиин. Сәләәтән дәәәъимәтән тәәммәтән иләәә йәүмид-диин. Үәлхәмдү лилләәһи Раббил-ғәләмиин.

Мәғәнәһе: Аллаһ Тәғәлә уға (Пәйғәмбәргә) һәм уның ғаиләһенә Ҡиәмәт көнөнә тиклем һәр саҡ камиллашҡан салауаттар һәм сәләмдәр насип итһен. Ғәләмдәр Раббыһы Аллаға маҡтау.

  • Аллаһүммә салли ғәләә сәйидинә Мүхәммәд үә ғәләә әәлиһи[2].


  • Мәҙинәлә Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡәбере ишеге һәм уның өҫтөнә яҙылған салауаттар

Аббревиатура

үҙгәртергә

Яҙмаларҙа ғәҙәттә салауатты ҡыҫҡартып яҙалар:с.ғ.с, с.а.в., с.г.в., САС, САВС йәки МЕИБ . Ғәрәпсә текстарҙа бер хәрефкә ҡалдыралар «ص (сад)». Аббревиатураны ислам илдәрендә рәсми яҙышыуҙарҙа, ә ҡайһы бер илдәрҙә хатта дәүләт документтарында ла ҡулланалар. Ғөләмәләрҙең ҡайһы берҙәре быны тыя[3].

Юникодта был фразаға махсус символ ҡуйылған U+FDFA Arabic Ligature Sallallahou Alayhe Wasallam[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Аюб Магомедбеков. Из милостей Всевышнего. Assalam.ru. Дата обращения: 11 май 2017.(недоступная ссылка)
  2. Салауат (маҡтау)[1]
  3. Эспозито Дж. Ислам. Почему мусульмане такие — М. : Эксмо, 2011.
  4. Unicode Character 'ARABIC LIGATURE SALLALLAHOU ALAYHE WASALLAM' (U+FDFA)