Сәғит ибн Зәйет

(Сайет ибн Зәйет битенән йүнәлтелде)

Сәғит ибн Зәйд әл-Ҡорайши (ғәр.. سعيد بن زيد; рус. Са‘ид ибн Зейд аль-Кураши — ? — һ. 51/671 йыл) — Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең сәхәбәһе, иҫән сағында уҡ йәннәт менән һөйөнсөләнгән ун сәхәбәнең береһе.

Сәғит ибн Зәйет
араб. سعيد بن زيد
Портрет
Дамасктың наибы (наместнигы)
с 634 йылдан
Алдан эшләүсе:

должность учреждена

Дауам итеүсе:

?


Шәхси мәғлүмәт
Тыуған ваҡыттағы исеме:

Абу аль-Аавар

Тыуған көнө:

593

Тыуған ере:

Мәккә, Хижәз

Үлем көнө:

671

Үлгән ере:

Мәҙинә, Өмәүиҙәр хәлифәлеге

Ил:

 Хаҡ хәлифәт

Дине:
Ағымы:


Атаһы:

Зейд ибн Амр ибн Нуфайл

Ҡатыны

Фатима бинт аль-Хаттаб[d]

Бәрелештәр:

Өхүд һуғышы һәм Ур һуғышы

Ваҡиғалар:

Һижрәт

 Сәғит ибн Зәйет Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Уның атаһы — Зәйет ибн Әмр ибн Туфайл Мөхәммәт ғәләйһисссәләм пәйғәмбәрлегенә тиклем үк күп аллалыҡтан баш тартып, бер аллалыҡта була. Ул бер аллалыҡты дин (Ибраһим динен) эҙләп Шам еренә бара һәм унда монахтан тыуған ере — Мәккәлә яңы пәйғәмбәр килеп сығасағын белеп, кире ҡайтырға сыға, ләкин юлда уны бәҙәүи ғәрәптәр үлтерә. Әммә уның улы — Сәғит беренселәрҙән булып яңы пәйғәмбәргә эйәрә. Был ваҡытта уға 20 тулмаған була әле. Уның менән бергә ҡатыны — әл-Хәттаб ҡыҙы Фатима ла ислам ҡабул итә. Улар Ғүмәр ибн әл-Хәттабтың ислам ҡабул итеүенә лә сәбәп булып тора.

Исламдың барлыҡҡа килеүенең тәүге йылдарында мосолмандар, шул иҫәптән Сәғит ибн Зәйет тә, ҡаты эҙәрлекләүҙәргә дусар була, һөҙөмтәлә уларға Мәҙинәгә күсенергә, йәғни, Һижрәт ҡылырға тура килә [1].

Хәрби һәм сәйәси эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Бәҙер һуғышынан башҡа бөтә тиерлек мосолман яуҙарында ҡатнаша. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң, Сәғит Хәлифәттең Иран һәм Византияға ҡаршы һуғышында ҡатнаша. Дамаскты яулағандан һуң, Әбү Ғүбәйдәт ибн әл-Жәрәх уны әлеге ҡала башлығы итеп билдәләй.[1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Али-заде, А. А. [684 Саид ибн Зейд] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).

Һылтанмалар

үҙгәртергә