Политеизм
Политеи́зм (грек. πολύς, «күп һанлы» + грек. θεός, «алла» — «күп аллалыҡ»[1]) — бер нисә аллағы ышаныуға нигеҙләнгән донъяға дини ҡараш, ғәҙәттә аллалар пантеонға йыйылған була; күп аллаға ышаныусылыҡ[2].
Политеизм | |
Ҡапма-ҡаршыһы | монотеизм |
---|---|
Политеизм Викимилектә |
Политеизм дини система һәм теизм тибы булып тора, политеизм монотеизмға — бер аллаға ышаныуға, һәм атеизмға — алланың булыуын инҡар итеүгә ҡаршы тора.
Политеизм христиан, буддизм, ислам диндәрендә мәжүсилек(язычество) тип ҡабул ителә.
Терминдың килеп сығышы
үҙгәртергәБыл термин грек. πολύς («күп») һәм грек. θεός («илаһ») тигән һүҙҙәрҙән алынған, һәм тәүге булып уны йәһүд яҙыусыһы Александриянан Филон гректар менән дини бәхәс ваҡытында ҡуллана. Урта диңгеҙ һәм Европала христиан дине таралыу менән был термин урынына «мәжүсилек» терминын ҡуллана башлайҙар. Был терминды француз сәйәсмәне һәм философы Жан Боден «Гептапломерес» йәки «Ете ҡатнашыусы һөйләшеүе» тигән хеҙмәтендә яңынан ҡуллана, шунан башлап, ул тарала башлай.
Библияла политеизм
үҙгәртергәБиблияла политеизм мәжүсилек тип атала, йәһүд халҡы әленән-әле дусар булған Аллаға хыянат тип аңлатыла. Сөләймән батша һәм артабанғы батшалар заманында изге тауҙар, изге сауҡауыҡтар кеүек мәжүси илаһтарға табыныу законлы рәүештә булған. Ваал, Дагон, Молох, Астаре, Хамос кеүек илаһтарҙың культы Урта диңгеҙ буйына һәм Алғы Азияға таралған булған. Иҫке Ғәһед буйынса, нәҡ Израил бер аллаға табыныу юлынан тайпалған өсөн Алла йәһүдтәрҙе мәжүси халыҡтарҙан баҫып алдырып язалаған. Ассирия Төньяҡ Израиль батшалығын ҡоллоҡҡа алған, ә һуңынан Бабил Йәһүҙиә батшалығын яулап алған һәм йәһүдтәрҙе әсирлеккә төшөргән.
Ҡөръәндә политеизм
үҙгәртергәҠөръәндә политеизм ширҡ (ғәр. شرك «шарик» — товарищ), йәғни Аллаһы тәғәләгә тиң тотоу йәки Аллаһы тәғәләнән башҡаға табыныу, күп Аллаға ышаныу тип бирелә. Күп аллаға ышаныусылыҡ йыш ҡына мәжүселек тип бирелә.
Политеизмдың килеп сығыу теорияһы
үҙгәртергәОҙаҡ ваҡыт политеизмдың килеп сығышы һәм уның монотеизм менән бәйләнеше антропологтар, дин белгестәре, дин белгестәре һәм тарихсылары араһында бәхәс темаһы булып тора. Фекер алышыу нигеҙендә монотеизмға ҡарата политеизм өҫтөнлөрәк булыуын таныу йәки инҡар итеү ята. Шулай итеп, христиан традицияларында монотеизм беренсел, политеизм икенсел тип һанала. Был контекста политеизм бер Алланың бөлгөнлөккә төшөүе һәм дегадация, кешелектең дөйөм рухи-әхлаҡи тарҡалыуы, һәм быны кешелек еңеп сығырға тейеш тип ҡарала.
Политеизмды өйрәнеүҙә яңы алымдар Яңырыу дәүерендә барлыҡҡа килә, әммә ун һигеҙенсе быуатҡа тиклем Европа аҡыл эйәләре башлыса боронғо мифологияға иғтибарын йүнәлтә.
Әммә хәҙерге заманда уҡ динде өйрәнеүҙе секуляризациялау менән бәйле, политеизмды кешелектең төп хәле тип һанаған теориялар барлыҡҡа килә. Бындай фекерҙе тәүгеләрҙән булып шотланд философы, иҡтисадсыһы һәм тарихсыһы Давид Юм (1711—1776) әйтә, ул политеизмды «көндәлек эштәр, өмөттәр һәм ҡурҡыуҙар тураһында хәстәр» һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән «наҙан кешелектең тәүтормош дине» тип атай. Шуға ярашлы, кеше аҡылының артабанғы үҫеше һәм тәбиғәттең барлыҡҡа килеүе тураһында уйланыу ғына кешелекте монотеизмға алып килә. Бындай ҡараш шул заман әҙәбиәтендә лә сағылыш таба. Шотланд шағиры Джеймс Макферсон (1736—1796), немец яҙыусыһы һәм философы Иоганн Хердер (1744—1803) һәм башҡалар мифологияны шиғри образдарҙа яҙылған халыҡ аҡылының сағылышы тип аңлата.
Әммә артабан Мысыр, Рәсәй, Америка, Һиндостан, Ҡытай кеүек башҡа илдәрҙең тарихы, мәҙәниәте һәм мифологияһы менән танышыу политеизмды өйрәнеүҙең сағыштырма-дини ысулға күсерә һәм мифты «тәүтормош наҙанлығы» тип аңлауҙы кире ҡаға. Шулай итеп, диндең килеп сығышы анимистик теорияһына нигеҙ һалыусы, күренекле британ этнографы, культурологы, дини йолаларҙы һәм йолаларҙы тикшереүсе Эдвард Тейлор (1832—1917) политеизм идеяһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Дарвиндың «Кешенең килеп сығышы» тигән китабы менән бер үк ваҡытта баҫылып сыҡҡан «Тәүтормош мәҙәниәте» тигән китабында тәүтормош кешеһе, хыялдары тураһында уйлап, унда ниндәйҙер рухи субстанция бар тигән һығымтаға килә. Бындай рухи матдәнең булыуын кеше уны уратып алған матди әйберҙәргә һәм тере тәбиғәткә тағы ла нығыраҡ иғтибар иткән. Шулай итеп, Эдвард Тейлор фекеренсә, төрлө рухтарға ышаныу барлыҡҡа килгән, һәм ошо «башланғыс дин» нигеҙендә диндең башҡа төрҙәре лә барлыҡҡа килгән, ә һуңғараҡ бөтәһе лә бер Аллаға ышанған.
Политеизм төрҙәре
үҙгәртергәПолитеизмдың бер нисә төрө бар[3]:
- анимизм — әйберҙәрҙе йәнле тип ышаныу (культ), уны ниндәйҙер рухтар һәм иблистәрҙең кешеләр эшенә ҡыҫылыуы менән бәйләйҙәр;
- Дини фетишизм — ҡайһы-бер әйберҙәрҙе, предметтарҙы ғәҙәттән тыш көскә әйә тип ышаныу ;
- тотемизм — берәй ырыуҙың ниндәйҙер йәнлек, үҫемлек, йәки тәбиғәт күренеше менән туған булыуына ышаныу ;
- зоолатрия — хайуандарға табыныу;
- сабеизм — йондоҙҙар, планеталар һәм башҡа күк есемдәрен илаһ күреп табыныу, магия һәм астрология менән бәйле культ.
- хтоника илаһтары (хтоник йән эйәләре) — ер һәм тәбиәғәттең ҡөҙрәтенә ышаныуға, уларҙан ҡурҡыуға бәйле культ.
- ҡанбабалар культы — политеизмдың архаик формаларына хас культ, ҡанбабалар үҙ вариҫтары тормошонда тылсымлы рәүештә ҡатнаша тип ышаныу. Был тәүтормош кешеләренең дини ҡараштары бер-береһе менән тығыҙ бәйләнеп йәшәгән.
Политеизм Викимилектә |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Новая иллюстрированная энциклопедия. Кн. 14. Пе — Пр. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2002. — С.166. ISBN 5-85270-206-4 (Кн.14), ISBN 5-85270-218-8
- ↑ Русско-башкирский словарь общественно-политических терминов. (Г. К. Кунафина, Т. Д. Ишкина, 2001)
- ↑ Политеизм — ЭСБЭ
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- И. Мананников «Политеизм», Католическая энциклопедия. Том 3, Издательство Францисканцев, 2007.
- Юм Д., Малые произведения: Эссе; Естественная история религии; Диалоги о естественной религии, М., 1996.
- Лосев А. Ф., Диалектика мифа, М., 1930.
- Лосев А. Ф., Античная мифология в её историческом развитии, М., 1957.
- Элиаде М., История веры и религиозных идей, т.1.От каменного века до элевсинских мистерий, М., 2002.
- Элиаде М. Космос и история. М., 1987.
- Элиаде М. Очерки сравнительного религиоведения. М., 1999.
- Мень А. В. Том 1. Истоки религии // История религии. В поисках Пути, Истины и Жизни (в 7 томах; Москва, 1991—1992).
- Мень А. В. Том 2. Магизм и Единобожие // История религии. В поисках Пути, Истины и Жизни (в 7 томах; Москва, 1991—1992).
- Мень А. В. Том 3. У врат Молчания. Духовная жизнь Китая и Индии в середине первого тысячелетия до нашей эры // История религии. В поисках Пути, Истины и Жизни (в 7 томах; Москва, 1991—1992).
- Мень А. В. Том 4. Дионис, Логос, Судьба. Греческая религия и философия от эпохи колонизации до Александра // История религии. В поисках Пути, Истины и Жизни (в 7 томах; Москва, 1991—1992).
- Толстой Н. И. Боги в славянской мифологии 2007 йыл 13 октябрь архивланған. // Славянские древности. Т.1., М., 1995, с. 202—204.
Был дин тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.