Йәннәт менән һөйөнсөләнгән унау

Йәннәт менән һөйөнсөләнгән унау (ғәр. العشرة المبشرون بالجنة‎ — әл-ғәшара әл-мүбәшширун би-л-джәннәт‎, рус. Десять обрадованных раем) — сөнниҙәр инанысы буйынса — ислам пәйғәмбәре Мөхәммәттең (с.ғ.с) үҙе иҫән сағында йәннәт менән һөйөнсөләгән иң яҡын ун көрәштәше. Улар: Әбү Бәкер, Ғүмәр ибн әл-Хәттаб, Усман ибн Әффан, Али ибн Әбү Талип, Әбү Ғүбәйдәт ибн әл-Жәрәх, Сәғд ибн Әби Үәҡҡас, Ғәбдеррәхмән ибне Ғауф,Зөбәйер ибн әл-Ғәүүәм, Талха ибн Ғөбәйдулла, Сәғит ибн Зәйет[1]. Улар сөнниҙәр тарафынан таныла, ә шиғыйҙар уларҙы кире ҡаға.

Йәннәт менән һөйөнсөләнгән унау
Рәсем
 Йәннәт менән һөйөнсөләнгән унау Викимилектә

Хәҙис үҙгәртергә

Алты абруйлы хәҙистәр йыйынтығынан йәннәт менән һөйөнсөләгән унау тураһында хәҙис әт-Тирмизи, Әбү Дауыт һәм Ибн Мажа йыйынтыҡтарында килтерелә[2]. Сөнниҙәр фекеренсә, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең көрәштәштәре ун ике төркөмгә бүленгән һәм әлеге ғәшара әл-мүбашшәра беренсе урында тора[3]

Исемлек үҙгәртергә

Исем Ғәрәпсә Йәшәгән йылдары Иҫкәрмә
1 Әбү Бәкер әс-Сиддиҡ أبو بكر الصديق 573—634 беренсе хаҡ хәлиф
2 Ғүмәр ибн әл-Хәттаб عمر بن الخطاب 585—644 икенсе хаҡ хәлиф
3 Усман ибн Әффан عثمان بن عفان 574—656 өсөнсө хаҡ хәлиф
4 Али ибн Әбү Талип علي بن أبي طالب 599—661 дүртенсе хаҡ хәлиф, шиғый-имамсыларҙың тәүге имамы
5 Әбү Ғүбәйдәт أبو عبيدة بن الجراح 582—639 Леванттың наибы (наместнигы) (634—638)
6 Сәғд سعد بن أبي وقاص 595—664 өсөнсө хәлифлеккә кандидат
7 Ғәбдеррәхмән عبد الرحمن بن عوف 580—652 өсөнсө хәлифлеккә кандидат
8 әз-Зөбәйер الزبير بن العوام 594—656 өсөнсө хәлифлеккә кандидат, Дөйә һуғышында һәләк була
9 Талха طلحة بن عبيدالله 595—656 өсөнсө хәлифлеккә кандидат, Дөйә һуғышында һәләк була
10 Сәғит سعيد بن زيد 593—673 Дамаск наибы (наместнигы) (с 634 г.)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Али-заде, 2007
  2. Muqaddimah Ibn al-Salah, pg. 160 Dar al-Ma’aarif edition; al-Tirmithi, under #3748; al-Tirmithi, Volume 5, Page 605, Hadith 3748; Abu Daoud, #4649 and #4650
  3. Twelve Ranks of the Companions 2011 йыл 23 апрель архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Али-заде, А. А. [121 Ашара мубашшара] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • al-ʿAs̲h̲ara al-Mubas̲h̲s̲h̲ara / Wensinck A. J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)