Сазонова Нина Афанасьевна

Сазонова Нина Афанасьевна (25 декабрь 1916 йыл (7 ғинуар 1917 йыл) — 1 март 2004 йыл[комм. 1], Мәскәү, Рәсәй) — СССР һәм Рәсәй театры һәм кино актёры, йырсы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1977).

Сазонова Нина Афанасьевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Рәсәй
 РСФСР
Тыуған көнө 25 декабрь 1916 (7 ғинуар 1917)
Тыуған урыны Владимир губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1 март 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Һөнәр төрө актёр, йырсы
Уҡыу йорто Faculty of Medicine[d][1]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ленин ордены СССР-ҙың халыҡ артисы IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Дуҫлыҡ ордены РСФСР-ҙың халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
Изображение памятной доски
 Сазонова Нина Афанасьевна Викимилектә

Ғүмеренең күпселек өлөшөн (1938—2002) Совет Армияһының Үҙәк театрында[комм. 2] эшләүгә арнай, унда бик күп ролдәр уйнай. Кинола күп уйнай, айырыуса «Женщины», «Повесть пламенных лет», «Простая история», «Живёт такой парень», «День за днём» (телесериал), «Зигзаг удачи» фильмдарында ролдәре иҫтә ҡала[2].

Биографияһы

үҙгәртергә

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

үҙгәртергә

Нина Афанасьевна Сазонова Владимир губернаһы Александровский өйәҙенең Константиново ауылында (хәҙер — Сергиево-Посадский районы, Мәскәү өлкәһе) тыуған[2]. Афанасий Михайлович һәм Матрена Семенована Сазоновтар ғаиләһендә биш бала — Серафима, Татьяна, Николай, Борис һәм иң кесеһе Нина була. Атаһы гитарала, әсәһе — скрипкала, ағаһы баянда уйнай. Ғаиләлә йыш тамаша-концерт үтә[2][3].

1920 йылдарҙа ғаилә Кимры ҡалаһына Троицкая урамында урынлашҡан коммуналь фатирға күсеп килә[комм. 3]. 1925—1929 йылдарҙа 4-се башланғыс мәктәптә уҡый, 1929—1932 йылдарҙа — урта мәктәптә. Шул йылдарҙа Нинаның актёрлыҡ һәләттәре күренә. Курятникова Анна Михайловна, тәүге уҡытыусыһы, үҙенең уҡыусыһының сәнғәткә әүәҫлеген күрә һәм уның үҫешенә булышлыҡ итә[2]. Һуңынан актриса былай тип хәтерләй: «Парта артында ултырабыҙ, тырышып хәрефтәр яҙабыҙ. Һәм тик арый башлаһаҡ, Анна Михайловнаның: „Әйҙәгеҙ, йырлап алайыҡ“ тигән тауышы ишетелә. Гитараһын ала, партаға ултыра ла: „Шым ғына йырлайыҡ“ тип әйтә. Беҙ уның менән бөтә рус йырҙары һәм романстарын йырлап бөттөк! Бөтә әкиәттәрҙе һәм хайуандарҙы уйнаныҡ. Минең беренсе ролем Ҡабартма булды. Был иҫ киткес роль миңә хаҡлы рәүештә эләгә: сөнки мин мин етеҙ, хәрәкәтсән ҡыҙ инем. Шулай итеп минең тәүге уҡытыусым ижадҡа — юҡ, һыҙланыуҙы еңә алырлыҡ бар тереклеккә, матурлыҡҡа, байрамға һөйөү уятты»[4].

Уҡыуҙан буш ваҡыттарҙа, ә аҙаҡ эштән һуң (1932—1934 йылдарҙа Кимры ҡалаһы ҡулланыусылар йәмғиәтендә хисапсы булып эшләй) Нина апаһы Татьяна менән «Ҡыҙыл йондоҙ» аяҡ кейемдәре фабрикаһы янындағы «Ҡыҙыл аяҡ кейеме» драма түңәрәгенә йөрөйҙәр. Түңәрәк етәксеҙе Д. П. Быченков ҡыҙҙа иҫ киткес һәләт күрә, уның актёрлыҡ оҫталығын камиллаштырып, уның менән күп эшләй.

 
Нина Сазонова иҫтәлегенә Кимры ҡалаһында ул 1920—1930 йылдарҙа йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ

Мәскәү гәзиттәренең береһендә Быченков Ҡыҙыл Армияның Үҙәк театры янындағы студияға өстәмә йыйыу тураһында белдереү уҡып, уға шунда уҡырга инергә тәҡдим итә[4]. Әсәһе ҡаршы булыуға ҡарамаҫтан, Нина 1934 йылда Мәскәүгә сығып китә[2][5].

Студияға инергә теләүселәр бер нисә йөҙ була. Ҡабул итеү комиссияһы уҡыу өсөн бары өс кешене генә ала. Имтиханда ул комиссия ағзаларын пьесаларҙан монологтар һәм рус халыҡ йырҙарын башҡарып, таң ҡалдыра, һәм конкуренцияның юғары булыуына ҡарамаҫтан конкурстан үтә һәм студияға ҡабул ителә[2]. Йәш актрисаның остазы А. Д. Попов була. Әҙәби тәнҡитсе Н. Д. Старосельская һүҙҙәре буйнса ул Поповтың ысын уҡыусыһы була: педагогтың актёр эше тураһында бөтә һөйләгәнен һеңдерә"[6].

Актриса 1938 йылда беренсе тапҡыр С. А. Герасимовтың «Уҡытыусы» спектаклендә Манька Лагутина ролендә сығыш яһай. Кимрынан Ҡыҙыл Армияның Үҙәк театрына спектаклгә әсәһе һәм Нинаның беренсе уҡытыусыһы Курятникова Анна килә[2]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Нина Афанасьевнаның беренсе роле булып «Лев Гурыч Синичкин» водевилендә Маша роле тора[4].

Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң 1941 йылдың йәйге бер көндә театрҙа сираттағы репетиция бара. Ҡапыл А. Д. Попов килеп сыға һәм артистарға тиҙ арала фронтҡа мобилизацияланған оҙатыуҙар үткән Белоруссия вокзалына барырға ҡуша. Сәхнәлә баян аккомпанементы аҫтында ҙур булмаған концерт үтә[7].

Бер аҙҙан театр бригадаһы менән актриса үҙе лә фронтҡа китә. Театр актёрҙары менән хәрби подразделениелар алдында, госпиталдәрҙә, алғы һыҙыҡта сығыш яһай. Мәскәү өсөн алыштар ваҡытында ҡатнаша, алғы частарҙа сығыш яһай[8].

Ҡышҡы көндәрҙең береһендә Эн подразделениеһының алғы һыҙығында сығыш яһай. Актёрҙар артынан хәрби килә, ул артистарҙы урман аша икенсе частҡа алып барырға тейеш була. Юл миналанған булыу сәбәпле, артистар «эҙгә эҙ баҫып» барырға тейеш була. Сазонова уртала бара, әммә күпмелер ваҡытта яңылыш артҡа сигенә һәм танкҡа ҡаршы мина өҫтөнә баҫа. Хәрби бойора: «Тор, ҡыбырлама!». Ул артистарҙы алға ебәрә, ә Нинаға былай тип әйтә: «Иҫән ҡалырга теләйһең икән — урыныңдан китмә. Беҙгә тағы ун биш минут барырға кәрәк. Бригаданы алып китәм һәм сапер менән әйләнәм». Актриса сапер килгәнсе бер сәғәт тирәһе минала баҫып тора[9]

1942 йылдың йәйендә Ҡыҙыл Армия театрының концерт бригадаһы Харьков янында ҡамауға эләгә. Немецтар менән бәрелешеү һөҙөмтәһендә күптәр һәләк була, Сазонова һәм бригаданан РККА полковнигына бесән кәбәне аҫтында дошмандарҙан ҡасып ҡала. Немец һалдаттары һәм кәбәнде һәнәк менән тикшерәләр, Нина Афаенасьевна менән полковник йәшеренгән кәбәнде лә урап үтмәйҙәр. Офицерҙы күбә эсенән тартып сығаралар, ләкин Нинаны һиҙмәйҙәр. Икенсе көн иртәнсәк ул кәбәндән сыға, бер аҙҙан урындағы ҡатынды осрата. Ауыл әбейе ҡыҙҙы һыйындыра, ауыл кейеме һәм сыбыҡ бирә һәм әйтә: «Һыйыр юғалды тип әйтерһең». Юлда осраған немецтар уға теймәй. Арыған һәм йонсоған актрисаны совет разведчиктары таба, улар менән фронт һыҙығын аша сыға һәм дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәрҙәренең ҡулына эләгә, улар унан һорауҙар ала. Был бөтәһе лә актрисаның психик сәләмәтлегенә ныҡ тәьҫир итә — һуңынан уға «шизофрения» тигән диагноз ҡуйыла[4][10].

Актрисаның үҙенең хәтирәләре буйынса, ул Мәскәүгә кайткас, үҙ театрына килгән, ҡарауылсы уны танымаған һәм индермәгән — һуғышта үткән йылдар уның ҡиәфәтен ныҡ үҙгәрткән[2]. Әммә күпмелер ваҡыттан һуң ул фронтҡа китергә мәжбүр була[11][12].

Һуғыштан һуң

үҙгәртергә

Һуғыш тамамланғандан һуң Совет Армияһы театрында эшләүен дауам итә, ә 1950 йылдар аҙағында кинола әүҙем төшә башлай[5].

1951 йылда Мәскәү ВКП (б) ҡала комитетының марксизм-ленинизм университетын тамамлай (СССР сәнғәт хеҙмәткәрҙәренең Үҙәк йорто янындағы филиал)[5].

1958 йылда А. П. Довженко актрисаға фронтта ете улын юғалтҡан һалдат әсәһе Степанида ролен тәҡдим итә («Поэма о море» фильмы). Режиссёр, актриса үҙ көсөнә шикләнеүенә ҡарамаҫтан, картинала төшөүен күндерә, унда «әсәй күҙҙәре» тип әйтә. «Поэма» фильмында роле уның кинола беренсе роле була[13].

Уның башҡарыуындағы кино героинялары билдәлелек ала[2]. Актриса башлыса ҡатын, әсәй, инәйҙәрҙе уйнай. Н Старосельская һүҙҙәре буйынса, актрисаның амплуаһы шаҡтай баналь билдәләмә артында «вак деталдәрҙән характер ҡойоу һәм уны билдәле, танылған һәм ҡабул ителә торған типҡа тиклем күтәреү» тора[6][14].

Актриса халыҡ араһынан сыҡҡан ябай ҡатын-ҡыҙҙар ролен бик яҡшы башҡарған. Замандаштар һөйләүенсә, Анисья әбей ролен уйнаған «Живёт такой парень» фильмы премьераһынан һуң, картинаның режиссёры В. М. Шукшинға түбәндәге йөкмәткеле хат килә: «Иптәш режиссёр, был Анисья әбей ролен кем уйнай? Әгәр был ауыл әбейе булһа, аңлатығыҙ, уға кем уйнарға өйрәткән. Ә әгәр артист икән, ул һеҙҙең шундай ауыл кешеһеме»[14].

Паша әбей ролен актриса уйнаған «День за днём» картинаһын күрһәткәндән һуң, Мәскәүгә СССР-ҙың төрлө мөйөштәренән меңләгән хат килә, өҫтәүенә ҡайһы берҙәренә тик «Мәскәү. Паша инәйгә» тип кенә яҙыла. Хатта бындай хаттар ҙа адресатҡа барып етә[15].

Актриса һүҙҙәренә ҡарағанда, ул гастролдәргә сығырға ярата. 1970 йылдарҙа СССР-ҙың күп ҡалаларына һәм илдәренә концерттар менән йөрөй. Бер нисә тапҡыр бала сағы һәм үҫмер йылдары үткән Кимры ҡалаһына килә.

1977 йылдың 2 мартында актрисаға СССР-ҙың халыҡ артисы тигән исем бирелә[5].

1980 йылдар аҙағында актрисаның сәләмәтлеге ҡаҡшай, ауырыуына ҡарамаҫтан, ул ижади эшмәкәрлеген туҡтатмай[2]. 1987 йылда ул Совет Армияһы Үҙәк театрының Ҙур залында уның юбилей кисәһе үтә. Илдең күп төбәктәренән уға бүләктәр, шул иҫәптән СССР Фәндәр академияһының Ботаника баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренән гөлләмә бүләк итәләр. Саян-Шушен ГЭС-ы төҙөүселәренән ҡотлау телеграммаһы килә, унда эшселәр актрисаға сығыштары өсөн рәхмәт әйтәләр һәм станцияның буласаҡ асыу тантанаһына саҡыралар[2][16].

Ғүмеренең һуңғы йылдары

үҙгәртергә
Файл:NASazonova Grave Vagan'kovo 2017.jpg
Нина Сазонованың Ваганьков зыяратында ҡәбере

2001 йылдың 31 декабренән 2002 йылдың 1 ғинуарына ҡарай төндә актрисаның улы Михаил иҫерек хәлдә уны туҡмай. Ул аңын юғалта, ә улы йоҡларға китә. Иртән Михаил әсәһен иҙәндә аңһыҙ килеш таба һәм үлтергәнмен тип уйлап, Селезнев урамындағы 11 ҡатлы йорттоң тәҙрәһенән ташлана[2]. Актрисаны ауыр хәлдә Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының госпиталенә реанимацияға килтерәләр[17][18].

Дауахананан һуң актриса ҡапыл ултырҙашы — шәфҡәт туташы Лариса Свиренко килеп сыға, ул үҙен актрисаның ике туғаны тип белдерә. Опекунлыҡ 2002 йылдың март айында Сазонованың «ҡарттар йорто» тип аталған Новозагарьелағы дауаханаға барып эләгеүе менән тамамлана[18], ә уның элекке фатиры бер нисә йөҙ мең долларға һатыла[19], сөнки фатирҙы артистка Свиренко исеменә яңыртып төҙөй[10][20]. Актриса үҙе ултырҙашы тураһында һәйбәт фекерҙә була[18].

Тиҙҙән актрисаның ейәне Евгений актрисаны Кипрга алып китергә маташа, ләкин табип күрһәтмәләре буйынса быны эшләй алмай. Матбуғатта Евгений матди яҡтан ҡыҙыҡһынған, өләсәһенең яҙмышына ҡыҙыҡһынмаған кеше булараҡ күрһәтелә[2], Свиренко һүҙҙәре буйынса, Сазонова ейәненә ҡарата негатив булған[10][18][20]. Ейәне иһә үҙ яғынан Свиренко тырышлығы арҡаһында ул оләсәһе менән аралашыуҙан ситләтелгәнлеге тураһында хәбәр итә[10]. Бер аҙҙан Сазонованың фатирынан ҡиммәтле әйберҙәр юғала башлай, Ленин ордены ла юҡҡа сыға, уның менән актриса 1987 йылда бүләкләнгән була[21]..

Ауырыуы ваҡытында ике инсульт кисерә, яңынан йөрөргә өйрәнә[2], артриты көсәйә[18], бынан тыш, уға «деменция» диагнозы ҡуйыла. 2003 йылдың сентябрь аҙағында Лариса Свиренко Мәскәү ситендә фатир ала һәм актриса менән шунда күсә[21]. 2004 йылдың 24 февралендә актрисаның һаулығы ныҡ ҡаҡшай, уны Мәскәүҙең 56-сы дауаханаһына килтерәләр.[19]. 2004 йылдың 29 февраленән 1 мартына ҡарай төндә йөрәк өйәнәгенән вафат була[22]. Ваганьков зыяратында ерләнә (участка № 25), ерләү сығымдарын үҙ өҫтөнә Рәсәй Армияһы театры ала[2].

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Һуғыштан һуң актриса сәнғәт галереяһы директоры Борисов Александр Капитоновичҡа кейәүгә сыға, улдары Михаил тыуа. Борисов менән никах оҙаҡ булмай[4][2].

«Беренсе каналға» интервьюһында актриса Л. И. Касаткина һөйләй: «Ниңә ул кейәүгә сыҡмай? Уға шаҡтай ҡыҙыҡлы ир-аттар тәҡдим яһай. И. Холодилин -искиткеч актёр, һәм Вешняков, әмма ул баш тарта, сөнки улын шулай ярата. Бәлки, хатта артығы менән»[23].

Михаил 16 йәшендә йортҡа үҙенең беренсе ҡатыны Натальяны алып килә. Ғаиләһен аҫрар өсөн, ул мәктәпте ташларға мәжбүр була[10]. Был никахҡа әсә ҡәтғи ҡаршы төшә, килене менән иҫәпләшергә тырышмай. Бер аҙҙан йәш ғаиләлә Евгений тыуа, ә тиҙҙән Михаил һәм Наталья айырылыша[2].

Айырылышҡандан һуң әсәһе менән ҡалған Михаил алкоголь ҡуллана башлана, ҡомарлы уйындар менән мауыға. Зарарлы ғәҙәттәре арҡаһында йәш кеше эшен юғалта, бурысҡа бата, әсә уларҙы түләргә мәжбүр була[2].

Һуңғы йылдарҙа Михаил тарафынан тышҡы донъянан тулыһынса бикләнә: улы әсәһен телефонға яҡын ебәрмәй, фатирға ҡунаҡтарҙы индермәй. Яңы 2002 йыл алдынан, фәжиғә булырҙан алда ғына ташлама яһала: Михаил йортҡа актрисаны ҡотларға килгән театр вәкилдәрен индерә[17].

Баһалар һәм фекерҙәр

үҙгәртергә

«Наш дом» фильмы буйынса актрисаның партнеры, СССР-ҙың халык артисы А. Д. Папанов яҙа: «Ул бөтөнләй уйнамаған кеүек тойола, яңынан тыуыу көсө, якты ҡатын-ҡыҙҙар характеры булдырыу көсө ана шундай. Ул бик игелекле һәм ихлас кеше. Һәм бик тыйнак»[24][2][25].

Яҙыусы һәм кинорежиссёр В. М. Шукшин, актриса уйнаған картиналар тураһында: «Сазонова — Рәсәй әсәлеге кәүҙәләнеше, уға икенсе төрлө ҡарарға ярамай, тик ололау хисе менән ҡарар кәрәк»[15][25].

Ҡайһы бер авторҙары фекеренсә, үҙҙәренең популярлығы менән ул башҡарған героинялар йырлауҙары менән бурыслы: «Сестричка», «Стою на полустаночке», «Ромашки спрятались», «Вальс расставания»[26]. СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Л. Г. Зыкина һөйләй: «Бер ваҡытта ла әхирәтем башҡарған йыр репертуарынан йөрьәт итмәҫ инем, сөнки бындай кисерештәр тәрәнлегенә ирешә алмаҫ инем»[26].

Театр эштәре

үҙгәртергә

Фильмографияһы

үҙгәртергә

Телеспектаклдәр

үҙгәртергә

Фильмдарҙа ҡатнашлығы

үҙгәртергә
  • 1995 — Валентина Владимирова (из цикла телепрограмм канала ОРТ «Чтобы помнили») (документаль)

Архив кадрҙар

үҙгәртергә
  • 2007 — Всенародная актриса Нина Сазонова (документаль)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Совет дәүләт наградалары һәм исемдәре:

Рәсәй дәүләт наградалары:

  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены, iv дәрәжә (23 март 2000 йыл) —театр сәнғәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн[27];
  • Дуҫлыҡ ордены (21 июнь 1995 йыл) — дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары, хеҙмәттәге уңыштары, халыҡтар араһында дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн[28].
  • Нина Сазонова иҫтәлегенә 1920—1930 йылдарҙа ғаиләһе менән Кимры ҡалаһы йәшәгән йортта (Троицкий урамы, 17 йорт) 2005 йылда мемориаль таҡта ҡуйыла. Таҡтаны асыу тантанаһы 2005 йылдың 1 октябрендә үтә, унда Тверь өлкәһе Закондар сығарыу йыйылышы рәйесе Н. А. Епишин, Кимры драма һәм комедия театрының художество етәксеһе, О. А. Лавров, актрисаның туғандары ҡатнаша[2][25].
  • 2016 йылдың майында киң мәғлүмәт сараларында хәбәр ителеүенсә, актрисаның тыуыуына 100-йыллыҡ уңайынан Мәскәү Хөкүмәте һәм Федераль элемтә агентлығы ҡатнашлығында юбилей почта маркаһы сығарыу планлаштырыла[29]. 2017 йылдың 24 ғинуарында актрисаға арналған «В» литераһы менән почта карточкаһы сығарыла[30].

Комментарийҙар

үҙгәртергә
  1. Согласно ряду источников, Нина Сазонова скончалась в ночь с 29 февраля на 1 марта 2004 года. На надгробном памятнике актрисы на Ваганьковском кладбище именно 1 марта 2004 года указано в качестве даты её смерти.
  2. Ныне — Центральный академический театр Российской армии, до 1951 года — Центральный театр Красной армии, с 1951 года по 1993 год — Центральный театр Советской армии.
  3. В советское время улица носила имя Розы Люксембург, в 1992 году обрела прежнее название.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Studenti pražských univerzit 1882–1945
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 2,15 2,16 2,17 2,18 2,19 2,20 2,21 2,22 2,23 2,24 Коркунов, 2010
  3. Лернер Л. Вы подумайте о наших матерях... // Смена : журнал. — М.: изд-во «Правда», 1987. — № 3 (5105).
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Екатерина Щеглова. Женщина из народа. Нина Сазонова. Женский журнал «Суперстиль» (21 декабрь 2012). Дата обращения: 2 июнь 2014.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Сазонова Нина Афанасьевна. Сайт «Киносозвездие». Дата обращения: 5 июнь 2014.
  6. 6,0 6,1 Старосельская, 2002
  7. Коркунов, 2010, с. 114
  8. Григорий Заславский. Выступали шёпотом и на грузовиках. О фронтовых буднях советских актёров. Вести FM (9 май 2014). Дата обращения: 5 июнь 2014. 2016 йыл 5 март архивланған.
  9. Виктор Борзенко.С военным размахом. Театрал(8;мая 2013).Дата обращения 5 июня 2014.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Ирина Боброва. Нехорошая квартира Нины Сазоновой. Московский комсомолец. — № 485 (12 ғинуар 2000). Дата обращения: 2 июнь 2014.
  11. Коркунов, 2010, с. 115
  12. Центральный Академический театр Советской Армии / Редактор-составитель А. М. Смелянский. — М., 1980. — С. 48.
  13. Захарьев А. Потеря: в Москве на 88-м году жизни скончалась народная артистка СССР Нина Сазонова (рус.) // Коммерсантъ-Власть : журнал. — 8 марта 2004. — № 9 (562). — С. 55.
  14. 14,0 14,1 Нине Сазоновой исполняется 85 лет. NEWSru.com (7 ғинуар 2002). Дата обращения: 9 июнь 2014.
  15. 15,0 15,1 Вахрамов В. Москва. Тёте Паше // Приложение к «Народной газете». — 1998. — № 4 (41).
  16. Жегин Н. Вечер Сазоновой // Театр : журнал. — М., 1987. — № 8. — С. 102—104.
  17. 17,0 17,1 Анастасия Плешакова, Ярослав Щедров. Цветастый полушалочек Нины Сазоновой залит кровью и слезами. Комсомольская правда (12 ғинуар 2002). Дата обращения: 2 июнь 2014.
  18. 18,0 18,1 18,2 18,3 18,4 Антон Клюев, Сергей Нехамкин. Квартирный вопрос Нины Сазоновой. Известия (25 ноябрь 2003). Дата обращения: 2 июнь 2014.
  19. 19,0 19,1 Раззаков, 2005
  20. 20,0 20,1 Елизавета Никифорова. Подруга Нины Сазоновой: Сын избивал ее и запирал в ванной. Газета «Собеседник» (12 ғинуар 2017). Дата обращения: 11 февраль 2017.
  21. 21,0 21,1 Коркунов, 2010, с. 118
  22. Маслова Л. Умерла Нина Сазонова // Коммерсантъ : газета. — 2 марта 2004. — № 37 (2876). — С. 21.
  23. Знаменитой актрисе Нине Сазоновой исполнилось бы 90 лет. Первый канал (7 ғинуар 2007). Дата обращения: 16 июнь 2015.
  24. Папанов А. Загадка простоты // Советская Россия. — 7 января 1997.
  25. 25,0 25,1 25,2 Варвара Ложкина. Её песни пела вся страна. tverlife.ru (16 ғинуар 2014). Дата обращения: 2 июнь 2014.
  26. 26,0 26,1 Коркунов, 2010, с. 116
  27. Указ Президента Российской Федерации от 23 марта 2000 г. № 542 «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников Центрального академического театра Российской Армии»
  28. Указ Президента России № 542 от 23 марта 2000 года «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников Центрального академического театра Российской Армии». Сайт Президента России.
  29. Марки в честь памятных мест и знаменитых москвичей появятся в этом году. ТАСС (12 май 2016). Дата обращения: 11 декабрь 2016.
  30. Россия. Народный артист СССР. Нина Афанасьевна Сазонова (1917-2004), актриса. Карточка с литерой "В". peterstamps.ru. Дата обращения: 17 октябрь 2017.
  • Коркунов В. И. «Ниночка кимрская» (путь актрисы) // Страницы кимрской истории. Книга вторая: краеведческие очерки / В. И. Коркунов, В. В. Коркунов. — Тверь: Марина, 2010. — С. 112—122. — 344 с. — ISBN 978-5-903728-26-8.
  • Раззаков Ф. И. Нина Сазонова // Как уходили кумиры. Последние дни и часы народных любимцев. — М.: Эксмо, 2005. — 671 с. — ISBN 5-699-10035-0.
  • Сазонова Нина // Кто есть кто в современной культуре : В 2 вып. / Гл. ред. С. М. Семёнов, авт. и сост. Н. И. Шадрина, Р. В. Пигарев и др. — М.: МК-Периодика, 2006—2007. — ISBN 5-93696-007-3, 5-93696-010-2.
  • Старосельская Н. Д. Нина Сазонова // Звёзды театра Российской Армии / Под ред. Б. М. Поюровского. — М.: АСТ-ПРЕСС КНИГА, 2002. — 304 с. — (Выдающиеся мастера. Театр). — ISBN 5-7805-0948-4.