Руденко Николай Данилович
Руденко Николай Данилович (19 декабрь 1920 йыл — 1 апрель 2004 йыл ) — украин яҙыусыһы, шағир һәм мөхәррир, кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы һәм Украина Хельсинки төркөмөнә нигеҙ һалыусы.
Руденко Николай Данилович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Украина |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Патронимы йәки матронимы | Данилович[d] |
Тыуған көнө | 19 декабрь 1920 |
Тыуған урыны | Юрьевка[d], Донецкая губерния[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 1 апрель 2004[1] (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Киев, Украина |
Ерләнгән урыны | Байково зыяраты[d] |
Хәләл ефете | Raisa Rudenko[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | украин теле |
Өсөн хөкөм ителгән | антисоветская агитация и пропаганда[d] |
Һөнәр төрө | хоҡуҡ яҡлаусы, яҙыусы, писатель научной фантастики, шағир |
Биләгән вазифаһы | баш мөхәррир[d] |
Уҡыу йорто | филологический факультет Киевского университета[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Ойошма ағзаһы | Национальный союз писателей Украины[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Руденко Николай Данилович Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Данилович Руденко 1920 йылдың 19 декабрендә Юрьевка ҡасабаһында (хәҙер ҡала тибындағы ҡасаба, Лутугинский районы, Луганск өлкәһе, Украина) шахтер ғаиләһендә тыуған. КПСС ағзаһы (1938 — 1974).
Урта белем алған. 1939 йыл Киев университетының филология факультетына уҡый, 1937 йылда армияға саҡырыла. Ф.Дзержинский исемендәге дивизияның НКВД кавалерия полкында хеҙмәт итә.
1940—1945 йылда — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, рота политругы, Ленинград оборонаһы ҡатнашыусыһы, ҡаты яралана, II төркөм инвалиды, йыл буйы госпиталдә дауалана. Һуғышты Пруссияла капитан исемендә тамамлай, 1946 йылда демобилизациялана.
- 1947 йылдан —Украина Яҙыусыларының милли союзы ағзаһы, «Советский писатель» нәшриәтендә шиғриәт мөхәррире.
- 1948—1950 йыл — «Дніпро» журналының баш мөхәррире; Украина яҙыусылар союзының партойошма секретары, Украина Коммунистар партияһының Киев ҡала комитеты ағзаһы.
- 1950—1975 йыл — ижад эшендә.
- 1963 йылда марксистик теорияны тәнҡитләп, КДПУ-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһына хат яҙа.
- 1974 йылда марксизмға ҡаршы эшмәкәрлеге өсөн КПСС-тан сығарыла.
- 1975 йылда — Халыҡ-ара Амнистия төркөмө советы ағзаһы. Ошо уҡ йылда Яҙыусылар союзынан сығарыла һәм Киев прокуратураһы тарафынан Халыҡ-ара Амнистияла ҡатнашҡаны өсөн ҡулға алына.
- 1977 йылдың 5 февралендә Украина Хельсинки төркөмөн ойошторған һәм уның эшмәкәрлеге өсөн ҡулға алына, 1977 йылдың июлендә УССР Енәйәт кодексының 62-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса («Совет агитацияһы һәм пропаганда») 7 йылға ҡаты режимлы лагерға һәм 3 йылға һөргөнгә хөкөм ителә.
- 1987 йылдың декабрендә азат ителә һәм Германияла (Мюнхен) сәйәси эмиграцияла була, 1988 йылдың ғинуарынан - АҠШ-та (Нью-Йорк).
- 1988 йылда совет гражданлығынан мәхрүм ителә. 1988−1990 йылдарҙа «Азатлыҡ» һәм «Америка тауышы» радиоларында эшләй, «Свобода» (АҠШ) гәзитендә хеҙмәттәшлек итә, УГС вәкиллегенең сит ил рәйесе.
- 1990 йылда Украинаға Киевҡа ҡайта. Ошо уҡ йылда совет гражданлығы кире ҡайтарыла.
- 1991 йылдың апрелендә аҡлана.
2004 йылдың 1 апрелендә вафат була. Киевта Байково зыяратында ерләнә[2].
Ғаиләһе
үҙгәртергә- атаһы — Данила Захарович (1927 йылда вафат булған).
- әсәһе — Докия Яковлевна (1953 йылда вафат булған).
- балалары — улы Юрий (1945 йылда тыуған), ҡыҙы Алена (1968).
- ҡатыны — Шаповалова Евгения Васильевна (1921).
- балалары — улы Олег (1950), улы Валерий (1957).
- ҡатыны — Раиса Афанасьевна (1939).
Бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (9.10.1944; I дәрәжә Ватан һуғышы орденына тәҡдим ителгән)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (23.12.1985)
- алты миҙал
- Украина Геройы (Держава орденын тапшырып, 19.12. 2000 —бойондороҡһоҙ Украина дәүләтен төҙөү идеяһын әүҙем һәм эҙмә-эҙлекле яҡлағаны, күп йыллыҡ уңышлы хоҡуҡ һаҡлау һәм әҙәби эшмәкәрлеге өсөн).
- ІІІ дәрәжә «Ҡаҙаныштары өсөн» ордены (29.11.1996)[3].
- Украинаның Тарас Шевченко исемендәге дәүләт премияһы (1993) — «Орлова балка» романы, «Шиғырҙар» йыйынтығы 2с2н
- В. Винниченко исемендәге премия.
Хәтер
үҙгәртергә- Юрьевкала (хәҙерге Белянка мәктәп-гимназияһы) уның туған мәктәбендә 2011 йылда Руденко исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла
- Николай Руденконың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы 2010 йылда Украина почтаһы почта конвертын әйләнешкә сығара.[4]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Mykola Rudenko // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Пам'яті Миколи Руденка 2019 йыл 13 май архивланған. (укр.)
- ↑ Указ Президента України №1139/96 від 29 листопада 1996 року «Про нагородження відзнакою Президента України — орденом "За заслуги"»
- ↑ Прозрів, повернувшись додому // Урядовий кур'єр, 4.02.2011(недоступная ссылка) (укр.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Микола Руденко Данилович (укр.)
- Йырлап, філософ, м. дияч громадський Руденко (укр.)
- Руденко Николай Данилович | биографияһы һәм әҫәрҙәре исемлеге(недоступная ссылка) (недоступная ссылка)
- М. Д. РУДЕНКО «ФОРМУЛАЛАРҘЫҢ ТОРМОШ»(недоступная ссылка) (недоступная ссылка)