Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ризыҡ (ғәр. رزق‎; күплектә арзак) — Исламда — диванға индерелгән хеҙмәткәрҙәргә бирелгән ризыҡлата эш хаҡы. 638 йылдан, Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хәлифә ваҡытынан, VIII быуат ахырынаса бирелә торған булған..

Мысырҙа ризыҡ 1 ирдабб (25 кг) бойҙай, 1 кист (1,5 л) шыйыҡ май менән аш һеркәһе, шулай уҡ күпмелер ит тәшкил иткән; Сүриәлә — 2 модия («джариба» = 18—19 кг) бойҙай, Ираҡта — 1 джариб ( 23 кг самаһы) бойҙай бирелгән. Диванға ингән яугирҙарҙың ғаилә ағзаларына, шулай уҡ паёк тәғәйенләнгән (дәүмәле билдәһеҙ)[1].

IX—X быуаттарҙа ризыҡ тип күбеһенсә яугирҙарға түләнгән эш хаҡын атайҙар. Ғөмүмән, Урта Азияла сәмәниҙәр ваҡытында бөтә төр эш хаҡы ризыҡ тип аталған. Мысырҙа XII—XV быуаттарҙа — билдәле бер участкаларҙан аҙыҡлата түләнгән эш хаҡы. Ғосман империяһы XVI быуаттан — аҙыҡлата килем килтерә торған ер участкаһы, атап әйткәндә, ваҡыф ерҙәре[1].

Ҡөрьәндә Аллаһ кешегә биргән аҙыҡ-түлек ризыҡ тип атала. Аллаһы тәғәләнең күркәм исемдәренең береһе шуға күрә әр-Раззаҡ («ризыҡ», «ризыҡ биреүсе»)[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Большаков О. Г. Ризк // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 199.
  • Ҡалып:ЭИ/2
  • Waines, David. Sustenance // Encyclopaedia of the Qurʾān / General Editor: Jane Dammen McAuliffe. — Washington DC: Georgetown University.