Антал Регули
Антал Регули (мадьярса Reguly Antal) (11 июль 1819 йыл, Зирц, Секешфехервар округы — 23 август 1858 йыл, Будапешт) — Венгрияла фин-уғыр халыҡтары тарихын, этнографияһын, телдәрен тикшереүсе, лингвист. Тәүге сыуаш-венгр, венгр-манси һүҙлеген төҙөүсе, карел халыҡ эпосы Калеваланы венгр теленә тәржемә итеүсе.
Антал Регули | |
Тыуған көнө |
11 июль 1819[1][2], 13 июль 1819[3] или 11 (23) июнь 1819[4] |
---|---|
Вафат көнө |
23 август 1858[1][2][5] (39 йәш), 7 май 1852[3] (32 йәш) или 23 август (4 сентябрь) 1858[4] (39 йәш) |
Автограф | |
Венгр тарихы менән ҡыҙыҡһыныуы
үҙгәртергәАдвокат атаһының теләге буйынса Антал Венгрия короле университетында (Будапешт университеты) хоҡуҡ факультетында уҡый. Юриспруденция уны бик мауыҡтырмай, ул күберәк география, тарих, лингвистика менән ҡыҙыҡһына башлай. Бигерәк тә уны венгр халҡының сығышы борсой- ни өсөн венгрҙар яҡын тирәләге илдәр халыҡтарының теленә оҡшамаған телдә һөйләшә, халыҡтың психологияһы, менталитеты ла нисектер үҙенсәлекле, яҡындағы Европа илдәренең береһенекенә оҡшамаған.
Студент Антал Регули 1839 йылда Швецияла фенноман Адольф Арвидссон менән таныша. Фенномандар Швецияла финдарҙың фин теленә кире әйләнеп ҡайтыуҙарын ҡайғырта, фин халыҡтарының милли үҙаңын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.
1843 йылда Уралда фин ғалимы Матиас Кастрен булып ҡайта, ул фин-уғыр халыҡтарының боронғо Ватаны Урал булырға тейеш тигән һығымтаға килә. Уның маршруты Поляр Уралдан Обдорск яғына, шунан ары — Төмәндән Верхотурье аша Екатеринбургҡа бара, һуңынан кире Петербургҡа әйләнеп ҡайта.
1841 йылда Антал Регули Санкт-Петербургҡа Рәсәйҙә венгрҙарҙың фин халыҡтарының берәйһе менән ҡәрҙәшлек эҙҙәрен табыу ниәте менән килә. Фин һәм саам телдәрен өйрәнгәндән һуң, ул фин һәм Лапландия саамдарының теленең оҡшашлығына, шулай уҡ уларҙың венгр теленә яҡынлығына бик ныҡ аптырай. Венгр теле фин халыҡтары теленә яҡын, ләкин венгр теленең был телдәр араһындағы урынын табырға кәрәк була. Регули венгрҙарға яҡын халыҡты Рәсәйҙең көнсығыш яғында, Уралда, Урал артында эҙләргә кәрәк икәнен аңлай. Бының өсөн күп кенә аҡса кәрәк була, Венгрия фәндәр академияһы уға 200 форинт (200 алтын һум) аҡса бирә.
Төньяҡ Уралға экспедиция
үҙгәртергә1843 йылда Уралда урындағы властарҙан рөхсәт алып ул Сосьва йылғаһы буйлап, төньяҡҡа китә, Всеволодо-Благодатское ауылы янында манси халҡы араһында өс ай йәшәй, манси телен өйрәнә.
1843 йылдың ноябрь айынан 1845 йылғаса Урал буйлап, Пермь янындағы Соликамск ҡалаһынан Төньяҡ Боҙло океанғаса һәм кирегә сәйәхәт ҡыла, этнография һәм лингвистика буйынса материалдарҙы мари, эрзя, манси һәм хант халыҡтары араһында эҙләй[6]. Антал Регули тәүге булып венгр, хант һәм манси телдәренең туғанлығын дәлилләй. Шунан Верхотурье аша көньяҡҡа, Эрбет, Тура, Тавда аша Тобольск ҡалаһына килә. Был губерна үҙәгендә 10 көн тороп, властарҙан Урал буйлап ары сәйәхәт итергә рөхсәт алып, Регули 15 марта 1844 йылдың 15 мартында Иртыш һәм Конда йылғалары буйлап, Пелым ауылына килә. Июнь айында Пелым йылғаһының үрге ағымына тиклем етеп, Тапсуй йылғаһына, унан һуң Төньяҡ Сосьва йылғаһына күсә. 11 августа Регули Щекурьинский ауылына барып етә. Бында йәшәгән мансиҙар ляпин диалектында һөйләшә, Регули уны өйрәнә башлай.
Щекурьинскийҙан Регули Поляр Урал алдына китә, 26 сентябрҙә Төньяҡ түңәрәкте үтеп, 40 өйҙән торған Обдорск (Салехард) ауылына килеп етә. Туңған Обь йылғаһы буйлап, Регули боландарҙа төньяҡҡа китә. 1844 йылдың 21 октябрендә Карский диңгеҙе ярына бирып етә. Был уның сәйәхетендәге иң төньяҡ нөктә була (сөнки 69,5 градус).
Унан һуң Уса йылғаһы буйындағы коми (зырян) халҡы менән таныша. Ары Урал тауҙарындағы Лаготин тау юлы аша Войкар йылғаһына, Обь буйлап Мужи ауылы аша Тобольск губернаһы өйәҙ ҡалаһы Березовоға (1593 йылда нигеҙләнгән) етә. Был яҡтарҙа Төньяҡ Сосьва йылғаһы буйында йәшәгән мансиҙар менән таныша, Яңы йылды, ҡышты ошонда үткәрә, көндәлектәрен тәртипкә килтерә.
Үҙе булған ерҙәрҙә Регули манси һәм хант халыҡтары тураһында ҡиммәтле материалдар йыя. Ул яҙып алған әкиәттәр, йырҙар төньяҡ халыҡтарының үҙенсәлекле эске рухи донъяһы тураһында һөйләй. Кеше бик һирәк йөрөгән яҡтарҙа Регули схема- карталар төҙөй, был яҡтарҙағы тау, йылғалар, ауылдар исемдәрен яҙып ҡуя.
Регулиның Урал һәм Урал арты буйлап үткән юлы бик ауыр һәм ҡатмарлы була. Ул йор йылғалар буйлап, кәмәлә, тауҙарҙа атта, боланда, нарта саналарында, йәйәү бик күп ара үтә. Уны манси, хант йәки ненец кешеләре оҙатып йөрөй. Тикшеренеүсе ябай кешеләрҙең уй-хисен аңлай, уларҙың рухи ҡиммәттәрен юғары баһалай. Ул заманда «ҡырағай» тип йөрөгән халыҡтар күңелендә Регули фекеренсә, юғары хистәргә урын бар, улар башҡаларҙы йәлләй белә һәм кешегә ярҙам итергә лә һәр саҡ әҙер торалар.
Березовтан Регули Венгрия фәндәр академияһына һәм Петербургҡа хаттар ебәрә. К. Е. Бэрға ул манси теле венгр теленә һис шикһеҙ иң яҡын тел икәнен яҙа.
Регули төҙөгән манси-венгр һүҙлегендә венгр теленә яҡын 2600 манси һүҙе теркәлгән.
Березовта ғалим ауырый башлай, 1845 йылдың мартында боландарҙа, аттарҙа алыҫ араны үтеп, Екатеринбургҡа килеп етә, шунан 1845 йылдың 12 мартында Пермгә килә.
Төньяҡ Урал картаһын төҙөү
1846 йылдың 25 авгусында Регули Петербургҡа барып етә. 1845 йылда булдырылған Рус география йәмғиәте үҙ отчетында венгр Антал фәнни экспедициянан ҡайтты, тип яҙа:
«Регули провел около 8 месяцев в краю между Обью и Печорой и, странствуя между тамошними инородцами, коих он изучал язык и нравы, записывая все, что слышал, и отмечал направление рек и гор, он успел приобрести весьма подробные сведения о местной географии» (Отчет о деятельности Русского географического общества за 1846—1847 гг./Зап. Русск. геогр. об-ва—Кн. III.—СПб, 1849.— С. 5).
География йәмғиәте Регулиға Төньяҡ Урал картаһын әҙерләргә тәҡдим яһай, сөнки ул ваҡытта Э. К. Гофман етәкселегендә Уралға экспедиция әҙерләнеп ятҡан була. Антал Регули сәйәхттән ҡайтҡас, Петербургта шул эш менән шөғөлләнә.
Регули төҙөгән Төньяҡ Урал картаһы
үҙгәртергәБуласаҡ карта эскизын Регули үҙ юлы маршруты буйлап төҙөй, ул үҙ күҙәтеүҙәренә һәм урындағы халыҡ биргән мәғлүмәттәргә таяна. Академик П. И. Кеппенгә 1847 йылдың 21 ғинуарында ул:
«Карта моя, будучи составлена для этнографических целей, не должна быть рассматриваема с одной только географической точки зрения. Для интересов этнографа нет необходимости, чтобы в географическом начертании страны соблюдена была строгая математическая точность… Я старался… составить полную картину главнейших географических условий страны… показать главные направления и повороты рек и возвышенностей, обусловливающих общую физиономию страны», - тип яҙа
(Перевод письма венгерского путешественника г-на Регули к члену Русского географического общества академику П. И. Кеппену от 21 января 1847 г./Зап. Русск. геогр. об-ва.— Кн. III —СПб., 1849.—С. 160).
Регулиҙың картаһы геодезия нигеҙе булмағанлыҡтан бик теүәл тип әйтеп булмай, ләкин ул Урал тауҙарының төнъяғын быға тиклем төҙөлгән карталарға ҡарағанда теүәлерәк, дөрөҫөрәк тасуирлай. Был картаның төп әһәмиәте — география объекттарының манси атамалары һаҡланыуҙа, уларҙың күбеһе, бигерәк тә тауҙар атамалары, беҙҙең көнгәсә килеп еткән.
«Что касается до имен и названий мест, — тип яҙа Регули бер хатында, — то они обозначены со всею полнотой там, где живут вогулы».
Карта топонимика буйынса бай материал бирә, тикшеренеүсе үҙе әйткәнсә, «нет ни одной деревушки, ни одной вогульской жилой лачуги, которая не была бы показана на карте» (Перевод письма…— С. 162. 1983 йылда Регулиның хаттары нәшер ителә)[7].
Регули картаһы бығаса бер кем эшләмәгән этнография һәм география буйынса мәғлүмәт биреүсе карта була, уның исеме үк шуны әйтеп тора: «Этнографическо-географическая карта области Северного Урала, составленная Анталом Регули во время путешествия в 1844 и 1845 годах. СПб., 1846». Унда тәү башлап төньяҡ Уралдың ерле (иҫке исемдәре) вогул, остяк, самоед һәм зырян халыҡтарының биләп торған ерҙәре теүәл итеп күрһәтелгән.
Венгр ғалимы картала Урал һырты аша үткән бар боронғо төп юлдарҙы (Елецк, Щугор, Вишера һәм башҡа) күрһәткән.
Картала ер эшкәртеүҙең, урман, йылҡы малы, һарыҡтар, болан үрсетеү райондары сиктәре күрһәтелгән — был Регулиҙың асышы тиергә була. Бығаса карталарҙа ла ундай мәғлүмәт биреү ғәҙәте булмаған.
Ер эшкәртеүҙең иң төньяҡ сиге итеп Регули үҙе йөрөгән саҡта ер эшкәртеү булған, йә иһә уға тиклем ер эшкәртеү булған ерҙәрҙе күрһәтә. Ул сик Урал һыртының көнбайышында 65°— 65°30', 64° с. ш. үткән, Урал артында Лозьва йылғаһындағы Першин юрт янынан үткән. Регули Пелым менән Конда йылғалары тирәһендә ер эшкәртеп ҡарау уңышһыҙ булғаны тураһында яҙа.
Совет власы осоронда ер эшкәртеү хатта Нарьян-Мар, Воркута, Салехард яҡтарына хәтле барып етә.
Регули үҙе төҙөгән картаны Рус география йәмғиәтенең тәүге ултырыштарының береһендә күрһәтә. Уға бик юғары баһа бирелә. Оҙаҡламай Төньяҡ Уралға киткән экспедиция етәксеһе 3. К. Гофман:
«Чтобы увеличить столь очевидно важную пользу этой карты, г. генерал-квартирмейстер Берг приказал тотчас ее налитографировать, так что не только каждый член экспедиции получил по экземпляру для собственного употребления, но можно было на всякий случай разослать их по тамошним местам», - тип яҙа.
Регули Венгрияға был экспедициянан бик күп көнкүреш һәм табыныу әйберҙәрен алып ҡайта, улар 1847 йылда Венгрия фәндәр академияһының этнография күргәҙәмәһендә күрһәтелә.
Ғүмеренең һуңғы йылдары
үҙгәртергә1849 йылда Регули Будапештта университет китапханаһы һәм кафедра етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 1850 йылда Венгрия фәндәр академияһы уны ағза итеп һайлай.
Уралдан алып ҡайтҡан материалды Регули ғүмеренең һуңғы көндәренсә өйрәнә. Ул үҙенең «Вогульская страна и ее обитатели» тигән төп хеҙмәтен яҙа, ләкин был эште теүәлләп өлгөрмәй. Был китапты дуҫтары Р. Хунфальви менән Ф. Торенц ғалимдың вафатынан һуң баҫтырырға әҙерләп, нәшриәткә тапшыра. Китап Будапешта 1864 йылда сыға. Был китап Венгрияла фин-уғыр халыҡтарын өйрәнеүсе ғалимдарҙың төп китаптарының береһенә әйләнә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рус теленә ул тәржемә ителмәгән (Hunfalvy P. Reguli Antal Haguomayai, Vogul fold es nep.— Pest, 1864).
Төньяҡ Уралға сәйәхәт ғалимдың һаулығын ҡаҡшата, 1858 йылдың 23 авгусында Антал Регули вафат була.
Регулиның ҡайһы бер материалдары әле булһа өйрәнелмәгән килеш ҡала. Ғалимдың көндәлектәре белгестәр өсөн бигерәк тә ҡыҙыҡлы. Был материалдар Венгрия фәндәр академияһының ҡулъяҙмалар фондында һаҡлана.
1898 йылда Антал Регули экспедицияһы маршруты икенсе венгр этнографы һәм лингвисы Йожеф Папаи тарафынан ҡабатлана.
Хәтер
үҙгәртергә- Ғалим хөрмәтенә хөрмәтенә Поляр Уралда Регули тауы аталған[8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #119006383 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 3,0 3,1 Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. Ламин — Новосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
- ↑ 4,0 4,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ Wurzbach D. C. v. Reguly, Anton (нем.) // Biographisches Lexikon des Kaiserthums Oesterreich: enthaltend die Lebensskizzen der denkwürdigen Personen, welche seit 1750 in den österreichischen Kronländern geboren wurden oder darin gelebt und gewirkt haben — Wien: 1856. — Vol. 25. — S. 135.
- ↑ urbibl.ru/Knigi/kak-otkriti-uralskie-gori/41.htm
- ↑ https://books.google.ru/books?id=yaNMAAAAcAAJ
- ↑ pppsu.ru/vershina/sverdlova.html
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Федотов Михаил Романович Исследователи чувашского языка. — Чебоксары, 1987
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Исследователи обско-угорских языков
- Экспедиция Йожефа Папай 2020 йыл 18 февраль архивланған.