Йожеф Папаи

ғалим, тел белгесе
(Папаи Йожеф битенән йүнәлтелде)

Йожеф Папаи (мадьярса  Jоzsef Pápay) (1 июль 1873 йыл, Надьигманд, Австро-Венгрия империяһы — 9 июнь 1931 йыл, Дебрецен, Венгрия) — тел белгесе, Рәсәй фин-уғыр халыҡтарын өйрәнгән этнограф, Дебрецен университеты профессоры[5].

Йожеф Папаи
Йожеф Папаи
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Венгрия
Тыуған көнө 1 июль 1873({{padleft:1873|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[2] или 1873[3]
Тыуған урыны Надьигманд[d], Комаромский яраш[d], Комаром-Эстергом[d], Венгрия
Венгрия[4]
Вафат булған көнө 9 июнь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[2] или 1931[3]
Вафат булған урыны Дебрецен, Венгрия
Ерләнгән урыны Debreceni köztemető[d]
Һөнәр төрө лингвист
Эшмәкәрлек төрө тел ғилеме[4]
Ойошма ағзаһы Венгрия фәндәр академияһы[d]

Рәсәйҙә фин-уғыр халыҡтарын өйрәнеүе

үҙгәртергә
 
Юграла көҙ (Приполярный Урал)

Йожеф Папаи (венгр телендә башта фамилия, шунан исем әйтелә- Папаи Йожеф) 1892 йылда Пешт университетына инә, бында ул венгр һәм фин-уғыр телдәрен өйрәнеү менән шөғөлләнә. Ул тел белгесе булырға әллә ҡасан уҡ хыяллана башлай — Регули Антал йыйған тел буйынса материалдарҙы өйрәнеп, халыҡҡа аңлатырға була. 1896 йылда Папаи университетты тамамлай һәм шуның киләһе йылына уҡытыусылары Жигмонд Шимони һәм Пала Дьюлаи тәҡдиме буйынса граф Йене Зичи етәкселегендәге Азия экспедицияһына китә.

 
Миграция венгров, 893—902 годы.
 
Остяк на ловле горностаев. Конец XVIII века.

Фәнни экспедиция Рәсәй музейҙарында һаҡланған венгрҙарҙың боронғо тарихына ҡағылышлы материалдары өйрәнеүгә бағышлана. Будапешт университетынан венгр теле белгесе булып сыға һәм яңы ғына асылған фин-уғыр телдәре буйынса айырым белгестәр әҙерләү башланыу менән бәйле, Папаи Х1Х быуат аҙағы-ХХ быуат башы кимәлендә тел ғилеме һәм боронғо тарих буйынса белем алып өлгөрә. Тик ул урыҫ телен белмәй. 1897 йылдың декабрендә ул урыҫ телен өйрәнеү маҡсаты менән Санкт-Петербургҡа юллана, шунан Хельсинки ҡалаһына китә. 1898 йылдың мартында ул экспедиция составында Одессаға килә, унан Тифлискә бара, бында ул башҡа экспедиция ағзаларынан айырылып ҡала һәм Дондағы Ростов һәм Пенза аша Ҡазанға китә. Ҡазанда ул Шувашкар (Чебоксар) өйәҙендә тел һәм этнография буйынса материалдар йыйырға әҙерләнергә уйлай. Был ҡалала ул сыуаш, удмурт һәм мари телдәрен өйрәнә. Ғалим 11 ауылда булып өлгөрә: Тюрлема, Семенкино, Липовка, Карачево — элекке Никольское, Тогаево, Бичурино, Кошки һәм башҡа. Бынан һуң ул Чебоксарға бара, 1898 йылдың 25 майында пароходта Чебоксарҙан китә һәм 26 майҙа Папай Ҡазанға барып етә, унан венгрҙарға туған боронғо уғыр-остяктар еренә, Пермгә китә.

Июлдә Папаи ханттар янына Самаровоға килә. Регули маршруты буйынса Папаи Березово ауылына, унан Обдорскиға (Салехард) сәйәхәт ҡыла. Бында хаттар ярҙамы менән ул Регули яҙып алған ҡайһы бер батырҙар тураһында йырҙарҙың тарихын, мәғәнәһен өйрәнә. Бынан тыш Папаи төньяҡ ханттар араһында тел һәм этнография буйынса материалдар йыя[6].

1899 йылдың йәйендә Йожеф Папаи Будапештҡа ҡайта. 1901 йылда ул Венгрия фәнәдр академияһы китапханаһында эшләй, шулай уҡ алып ҡайтҡан материалдарҙы эшкәртеү менән дә шөғөлләнә. 1905 йылда ул хант телендәге шиғырҙар йыйынтығын баҫтырып сығарта[7].

Дебрецен университеты профессоры

үҙгәртергә

1908 йылда ул Венгрия фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы булып китә. Шул уҡ йылда Папаи Дебреценда Реформаторҙар коллегияһының йәмғиәт фәндәре кафедраһында уҡыта башлай. 1914 йылда уны яңы асылған Дебрецен университетының венгр һәм фин-уғыр кафедраһы профессоры итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифаны ул вафат булғансы башҡара. Уҡытыу менән бер рәттән Папаи Рәсәйҙән алып ҡайтҡан материалдарҙы эшкәртергә тырыша, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһен киләһе быуындарға эшкәртергә ҡала.

  • Чувашская энциклопедия.
  • Энциклопедия | Папаи Йожеф enc.cap.ru/?t=prsn&lnk=1086
  • Клара Адьягаши. Papay Jozsef csuvas hagyateka [Чувашское наследие Йозефа Папаи]. Debrecen, 1997

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ)Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
  4. 4,0 4,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  5. marihistory.ru › Наука
  6. www.mvk-yamal.ru › Земля Ямал › Исследователи Ямала
  7. polkrug.ru/news/kultura/talanty/6666-teginskiy-starec-zapel-na-russkom

Һылтанмалар

үҙгәртергә