Йәнбәков Рәмил Әхмәт улы

(Рамиль Ахметович Янбеков битенән йүнәлтелде)

Йәнбәков Рәмил Әхмәт улы, Рәмил Йәнбәк (10 август 1952 йыл — 11 ғинуар 2017 йыл) — башҡорт шағиры һәм журналисы. СССР Журналистар союзы (1979), Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002), Шәһит Хоҙайбирҙин (2002), Зәйнәб Биишева (2006) һәм Фәтих Кәрим (2015[1]) исемендәге премиялар лауреаты.

Рәмил Йәнбәк
Исеме:

Рәмил Әхмәт улы Йәнбәков

Тыуған көнө:

10 август 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Йомағужа районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) Дауыт-Ҡайып ауылы

Вафат булған көнө:

11 ғинуар 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (64 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир һәм журналист

Ижад йылдары:

1974-2017

Жанр:

шиғриәт, журналистика

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002)

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәмил Әхмәт улы Йәнбәков 1952 йылдың 10 авгусында Башҡорт АССР-ы Йомағужа районының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) Дауыт-Ҡайып ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының күп балалы ғаиләһендә тыуған.

1969 йылда Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте тамамлағандан[2] һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген үҙ ауылдарындағы «Ҡыҙыл байраҡ» колхозында башлай.

1970 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. 1974 йылдың көҙөндә, бишенсе курста уҡып йөрөгәндә, Рәмил Йәнбәковты «Башҡортостан пионеры» (хәҙер «Йәншишмә») балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә хәбәрсе итеп эшкә саҡыралар. Университетты тамамлағас та шул хеҙмәтен дауам итә. 1977 йылда баҫманың бүлек мөдире, 1980 йылда яуаплы сәркәтибе, ә 1986 йылда мөхәррире итеп тәғәйенләнә.

1992 йылдан Башҡортостан китап нәшриәтенә (аҙаҡтан «Китап» нәшриәте) эшкә күсә: редакция мөдире, баш мөхәррир була. 1994 йылдың авгусында нашриәт директоры итеп тәғәйенләнә. 1996 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында «Ватандаш», артабан «Тамаша» журналының, 1998 йылдан «Ағиҙел» журналдарының баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара. Артабан рус телендә нәшер ителгән «Сельские узоры» журналында эшләй.

Журналистика өлкәһендә уңышлы хеҙмәт иткәне өсөн уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелгән.

Әҙип 2017 йылдың 11 ғинуарында Өфөлә вафат була[3].

Әҙәби ижады

үҙгәртергә

Рәмил Йәнбәктең шиғриәт юлына ныҡлап аяҡ баҫыуы уның 1-се интернат-мәктәптә уҡыған осорона тура килә: нәҡ мәктәп йылдарында ул ҡәләмен һынап ҡарай. Ә инде Башҡорт дәүләт университетында ул шиғриәткә ныҡлап ылыға. Филология факультетының башҡорт—рус бүлегендә эшләп килгән «Шоңҡар» әҙәби—ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә, бер нисә йыл рәттән уның старостаһы була. Студент йылдарында республика гәзиттәренә, Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһына хәбәрҙәр яҙып тора, ҡайһы бер баҫмаларҙа уның шиғырҙары донъя күрә.

Әҙип 1974 йылдан алып сирек быуаттан ашыу журналистика өлкәһендә эшләһә лә, шиғриәттән айырылмай. Уның «Оҙайлы яҙ» тигән тәүге шиғыр йыйынтығы 1990 йылда донъя күрә. Артабан бер-бер артлы туғыҙ китабы баҫылып сыға. «Бөркөт саңҡыуы» исемлеһе 2002 йылғы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ була.

Рәмил Йәнбәктең үҙенсәлекте шиғырҙарына композиторҙар Абрар Ғабдрахманов, Салауат Низаметдинов, Айрат Ғайсин һәм Ришат Сәғитов тиҫтәнән артыҡ йыр ижад иткән. Уларҙың күптәре популяр йырсылар репертуарында ныҡлы урын алған.

Үҙенең әҫәрҙәрендә Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ижадындағы матур традицияларҙы дауам иткәне өсөн Рәмил Йәнбәккә 2006 йылда үҙе тыуған Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы һәм башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән һиҙелерлек өлөшө өсөн 2015 йылда Бәләбәй районы хакимиәте булдырған Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия бирелә.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Китаптары

үҙгәртергә
  • Оҙайлы яҙ: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. — 50 бит.
  • Билдәһеҙ һағыш: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 80 бит.
  • Тик һиңә табынам: Шиғырҙар, лирика. — Өфө: Китап, 1994. — 128 бит.
  • Төшөмдәге сәскәләр: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1996. — 118 бит.
  • Йыраҡ хыял: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2001. — 30 бит.
  • Бөркөт саңҡыуы: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2002. — 240 бит.
  • Аҡ ялан: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2007.
  • Родная моя деревня (Дают-Каюп). — 2007. — 72 с. (рус.)

Ваҡытлы матбуғатта баҫылғандар

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә