Радиология мемориалы

Радиология мемориалы — рентген нурланышы тәьҫире һөҙөмтәһендә һәләк булғандар хөрмәтенә һәйкәл. Гамбургта Изге Георгий дауаханаһы баҡсаһында ҡуйылған, 1936 йылдың 4 апрелендә асылған. Монументтағы яҙмала былай тиелә: «Һәйкәл бөтә милләт рентгенологтары һәм радиологтарына, үҙҙәренең яҡындарының ауырыуҙарына ҡаршы көрәштә ғүмерен фиҙа ҡылған табиптарға, физиктарға, химиктарға, техниктарға, лаборанттарға, шәфҡәт туташтарына арнала. Улар рентген нурҙарын һәм радийҙы медицинала һөҙөмтәле һәм хәүефһеҙ ҡулланыуға геройҙарса юл һалдылар. Уларҙың даны үлемһеҙ». Һуңыраҡ мемориаль тағы дүрт стела менән тулыландырыла, монументта барлығы 359 исем уйылған, шул иҫәптән беҙҙең 13 ватандаш[1].

Радиология мемориалы
Нигеҙләү датаһы 1936
Рәсем
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Гамбург
Урын Asklepios Klinik St. Georg[d]
Әҫәр заказсыһы Deutsche Röntgengesellschaft[d]
В память о Мария Склодовская-Кюри, John Hall-Edwards[d], William Hope Fowler[d], Cecil Lyster[d], John W. L. Spence[d], Dawson Turner[d], Гейнрих Альберс-Шёнберг[d], Hermann Gocht[d], Friedrich Oskar Giesel[d], Fedor Haenisch[d], Rudolf Jedlička[d], Пол Лазарус[d], Max Levy-Dorn[d], Carl Heinrich Florenz Müller[d], Такаси Нагаи[d], Мария Риддер[d], Arthur Schaarschmidt[d], Жан Бергонье[d], Фридрих Дессауэр[d], Étienne Destot[d], Гамильтон, Джозеф Гилберт[d], Guido Holzknecht[d], Жолио-Кюри Ирен, Charles Vaillant[d], Georges Haret[d], Alfred Cerné[d], Adolphe Leray[d], Félix Lobligeois[d], Auguste Jean-Baptiste Tauleigne[d], Célestin-Adrien Soret[d] һәм Percy Brown[d]
Мираҫ статусы мәҙәниәт ҡомартҡыһы[d]
Карта
 Радиология мемориалы Викимилектә

Радиология мемориалы

Бөтә милләт радиологтарының Почёт китабы үҙгәртергә

Китаптың беренсе баҫмаһы 1937 йылда, икенсе баҫмаһы — 1960 йылда, өсөнсө баҫмаһы — 1992 йылда сыға. Китапта күп илдәрҙән — Австралиянан, Австриянан, Бельгиянан, Бөйөк Британиянан, Венгриянан, Германиянан, Грециянан, Даниянан, Израилдән, Һиндостандан, Испаниянан, Италиянан, Нидерландтан, Польшанан, Португалиянан, Рәсәйҙән (Арутюнов А. И., Баумгартен П., Будинов А. Т., Веселый М. Е., Гольдберг С. В., Григорьев С. П., Иванова-Подобед С. В., Либерзон И. Г., Розенблат И.М, .Розенцвейг Б. К., Штерман А. Ю.), АҠШ-тан, Финляндиянан, Франциянан, Чехословакиянан, Швейцариянан, Швециянан, Югославиянан, Япониянан рентген нурланышы тәьҫире арҡаһында һәләк булған кешеләрҙең биографияһы.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. Власов П. В. Беседы о рентгеновских лучах — М.: Молодая гвардия, 1979