Пула
Пула (хорв. Pula, итал. Pola, слов. Pulj) — Хорватия ҡалаһы, Адриатик диңгеҙҙәге Истрия ярымутрауының көнбайыш яры буйында. Халҡы — 57 460 кеше (2011 йылға[10]).
Пула | |
хорв. Pula | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 177 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Pula һәм Pola |
Этнохороним | polesi һәм polesani |
Дәүләт | Хорватия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Истрийская жупания[d] |
Сәғәт бүлкәте | Үҙәк Европа йәйге ваҡыты[d] |
Хөкүмәт башлығы | Boris Miletić[d] |
Халыҡ һаны | 52 220 кеше (31 август 2021)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 5 метр[3] |
Туғандаш ҡала | Грац[4][5][6][…] |
Милке | Альдо Дросина (стадион)[d] |
Майҙан |
53,8 км²[7], 53,8 км²[7] |
Почта индексы | 52100[8] |
Рәсми сайт | pula.hr |
Изге ҡурсалаусы | Взятие Пресвятой Девы Марии в небесную славу[d] |
WordLift URL | data.wordlift.io/wl01254…[9] |
Урындағы телефон коды | 052 |
Номер тамғаһы коды | PU |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Category:Burials in Pula[d] |
Пула Викимилектә |
Дөйөм мәғлүмәттәр
үҙгәртергәПула— Истрияның иң ҙур ҡалаһы, ярымутрауҙың иң осонда тиерлек урынлашҡан. Башҡа эре хорват ҡалалары, шулай уҡ Италия һәм Словения менән ҡала -ара автобустар бәйләнеше булдырылған. Пуланан Ровинь, Пореч һәм Умаг, шулай уҡ Риека ҡалаларына ҡарай һәм артабан ҡалған Хорватияға яр буйынан шосселар үтә.
Ҡала янында халыҡ-ара аэропорты урынлашҡан.
Ҡала халҡы күп милләтле, күп өлөшө — хорваттар.
Халыҡ туризм тармағында, балыҡ тотоу һәм уны эшкәртеү, шарап эшләү, суднолар төҙөү, быяланан әйберҙәр етештереү, төҙөлөш индустрияһы менән мәшғүл. Uljanik суднолар эшләү һәм ремонтлау урыны был тармаҡта иң боронғо предприятиеларҙың береһе.
Пуланан көньяҡтараҡ билдәле туристик урындар бар, ә ҡаланан алыҫ түгел милли парк урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәПула боронғо гректар тарафынан нигеҙләнгән, Адриатиканың төньяғында беренсе грек колонияһы булған. Ҡаланың киң үҫеше Боронғо Рим дәүеренә тура килә. Римлеләр ҡаланың мөһим стратегик хәлен баһалағандар, улар ваҡытында Пула Истрияның иң эре һәм мөһим ҡалаһы булып иҫәпләнә һәм Pietas Iulia Pola исеме аҫтында билдәле була. Беҙҙең заманға тиклем һәйбәт һаҡланған Рим дәүеренең күп иҫтәлекле урындары ошо дәүерҙә ҡаланың мөһимлеген һәм ҡеүәтен яҡшы кәүҙәләндерә.
478 йылдан, Көнбайыш Рим империяһының ҡолауынан алып, 1150 йылға тиклем, ҡала Венеция контроле аҫтында булғанда, Пула менән , Истрия кеүек үк, лангобард, остгот, франк һәм славяндар эйә була. Һуңғылары Истрияға VII быуатта килә.
Венеция республикаһына ҡала уның 1797 йылда бөлгөнлөккә төшөүенә тиклем 600 йылдан ашыу ҡарай. XIV, XV һәм XVI быуаттарҙа Пула һуғыштың алғы линияһына эләгә. Венеция, Адриатика өҫтөнән хакимлыҡ урынлаштырыу өсөн, Генуя һәм Габсбургтар менән һуғыш алып бара. Был һуғыш барышында Пуланы бер нисә тапҡыр дошман ғәскәрҙәре оккупациялай, ҡайһы бер боронғо рим ҡомартҡылары тулыһынса емерелә.
1813 йылда Наполеон менән һуғыш тамамланғандан һуң Пула тағы Австрияға күсә.
1920 йылда Беренсе донъя һуғышынан һуң Рапалльский килешеүе нигеҙендә Пула бөтә Истрия ярымутрауы менән бергә Италияға күсеп сыға, шул уҡ ваҡытта башҡа Далмация серб, хорват һәм словен Короллеге составына, һуңыраҡ Югославия короллегенә инә.
1943 йылда, Италияның капитуляцияһынан һуң, Пула немец ғәскәре оккупацияһында була.
Икенсе донъя һуғышынан һуң 1947 йылдың февралендә ҡала Югославия Федератив Халыҡ республикаһының бер өлөшө булып ҡала, ҡала халҡының күпселек өлөшө итальяндар Пуланы ҡалдырып китә.
1991 йылда Югославия тарҡалғандан һуң Пула бойондороҡһоҙ Хорватияның өлөшө булып ҡала.
Пула исеме менән Пулана тип астероид атала (142) уны 1875 йылдың 28 ғинуарында Пула обсерваторияһында австрия астрономы Иоганн Пализа аса, был ҡалала обсерватория 1871—1914 йылдарҙа эшләй һәм унда 29 астероид асыла.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә- Боронғо рим амфитеатры — беҙҙең эраның I быуатында төҙөлгән. Гигант ҡоролма (уның күләме 133х105 метр) 23 мең тамашасыны һыйҙыра. Рим империяһының алты иң эре колизейҙарының береһе. Бик яҡшы һаҡланған. Хәҙерге ваҡытта амфитеатрҙа эре концерттар үтә, атап әйткәндә, 2005 йылда унда Патрицио Буанненың концерты үтә.
- Форум — рим форумы, хор коллективтарының яратҡан сығыш яһау урыны.
- Сергиев триумфаль аркаһы (алтын ҡапҡа) (27 йыл б. э.) — боронғо рим аркаһы. Һуңыраҡ ҡала ҡапҡалары эсенә индереп эшләнә. Эргәлә рим дәүеренең ҡала стеналары ҡалдыҡтары.
- Август ғибәҙәтханаһы (беҙҙең эраға тиклем 2 һәм 14 йылдар араһында) — боронғо рим ғибәҙәтханаһы яҡшы торошта
- Кафедраль собор — хәҙерге заман бинаһы бер нисә тапҡыр урта быуатта яңынан төҙөлгән IV—V быуат иртә христиан ғибәҙәтханаһы.
- Ратуша (1296).
- Изге Николай сиркәүе (VI быуат) — XVIII быуат классик византия иконостас базиликаһы, хәҙерге ваҡытта — сербия православие сиркәүе.
- Каштел ҡәлғәһе (XVII быуат) — боронғо ҡала өҫтөнән хакимлыҡ иткән ҡалҡыулыҡтың түбәһендәге венеция, һуңыраҡ австрия ҡәлғәһе
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Андрошич Валтер (1977) — хорват футболсыһы, «Ровинивать» клуб һаҡсыһы.
- Антонелли Лаура (1941—2015) — итальян актрисаһы.
- Бенчич Драгомир — Югославия халыҡ геройы.
- Sergio Endrigo (1933—2005) — итальян йырсыһы, йырҙар авторы
- Хаусер Степан (1986) — хорват виолончелисы. 2Cellos виолончелистар дуэтында ҡатнашыусы
- 1905—1906 йылдарҙа Пулала йәшәгән һәм уҡытыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнғән ирланд яҙыусыһы Джеймс Джойс.
Туғанлашҡан ҡалалары
үҙгәртергә- Новороссийск,Рәсәй, 1999 йылдан алып.
- Ужгород, Украина.
- Сараево, Босния һәм Герцеговина, 2012 йылдан алып.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Пола, город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Popis stanovništva, kućanstava i stanova 2021. – stanovništvo prema starosti i spolu po naseljima, 2021 Croatian census: population data by age, sex, settlement — Статистическое бюро Хорватии, 2022.
- ↑ https://it-ch.topographic-map.com/map-27d9rr/Citt%C3%A0-di-Pola/?zoom=19¢er=44.87013%2C13.84189&popup=44.87026%2C13.84212
- ↑ http://www.pula.hr/uploads/media/Graz_02.pdf
- ↑ https://www.graz.at/cms/beitrag/10021794/7771992/Pula.html
- ↑ https://www.pula.hr/hr/vodici/medunarodna-suradnja/o-odsjeku/medunarodna-suradnja/gradovi-pobratimi/
- ↑ 7,0 7,1 https://dgu.gov.hr/registar-prostornih-jedinica-172/172
- ↑ https://www.posta.hr/preuzimanje-podataka-o-postanskim-uredima — 2022.
- ↑ https://www.bungalowparkoverzicht.nl/plaats/pula/
- ↑ Данные переписи 2011 года