Притцкер премияһы
Притцкер премияһы— йыл һайын архитектура өлкәһендә ҡаҙаныштар өсөн яҙылған премия. Ул донъяла киң танылған, һәм уны Нобель премияһы аналогы булараҡ ҡабул итәләр. Мәғлүм булғанса, архитектура буйынса Нобель премияһы юҡ, шуға күрә, Питер ғаиләһе (Hyatt мосафирханалар хужаһы) 1979 йылда архитектура буйынса премия ойошторҙо. Премияны алыу ҙур уңыш булып һанала. Премияның матди күләме — 100 мең АҠШ доллары.
Бүләктең халыҡ-ара жюриһы йыл һайын үҙгәрә, һәм донъяның иң абруйлы архитекторҙары, архитектура тәнҡитселәре һәм эшмәкәрҙәренән ҡушыла. Еңеүсе йәшерен тауыш биреү нәтижәһендә билдәләнә. Тантананы үткәреү урыны шулай уҡ үҙгәрә, ул Принтер премияһы лауреаттарының эштәрен күрһәтеүсе күргәҙмә менән уҙа. Утыҙ йыл эсендә премия Вашингтондың Милли галереяһында, Нью-Йорктың «Метрополитен» музейында, Версаль һарайында, Раһа карманында, Вашингтондың Аҡ йортонда, Румдың Капитолий тауында тапшырылды. Шулай уҡ премия Иерусалим, Лос-Анжелес, Бильбао, Берлин, Мехико, Мадрид, Питербур һәм башҡа ҡалаларҙа тапшырылған.
Премияны тапшырыуҙың төп критерийҙарының береһе — архитектур идеяларының инновацион төҫмөрө.
Притцкер премияһы лауреатлары
үҙгәртергә- 1979 — Филип Джонсон (АҠШ)
- 1980 — Луис Барраган (Мексика)
- 1981 — Джеймс Стерлинг (Бөйөк Британия)
- 1982 — Кевин Рош (АҠШ)
- 1983 — Юй Мин Бэй (АҠШ)
- 1984 — Ричард Мейер (АҠШ)
- 1985 — Ханс Холляйн (Австрия)
- 1986 — Готфрид Бём (Германия)
- 1987 — Кензо Танге (Япония)
- 1988 — Гордон Боншафт (АҠШ) һәм Оскар Нимейер (Бразилия)
- 1989 — Фрәңк Гери (АҠШ)
- 1990 — Альдо Росси (Италия)
- 1991 — Роберт Вентури (АҠШ)
- 1992 — Альваро Сиза (Португалия)
- 1993 — Фумухико Маки (Япония)
- 1994 — Кристиан Портзампарк (Франция)
- 1995 — Тадао Андо (Япония)
- 1996 — Рафаэль Манео (Испания)
- 1997 — Сверре Фен (Норвегия)
- 1998 — Ренцо Пьяно (Италия)
- 1999 — Норман Фостер (Бөйөк Британия)
- 2000 — Рэм Кулхас (Нидерланд)
- 2001 — Жак Герцог һәм Пьер де Мерон (Швейцария)
- 2002 — Глен Маркатт (Австралия)
- 2003 — Йорн Утцон (Дания)
- 2004 — Заха Хадид (Бөйөк Британия)
- 2005 — Том Мейн (АҠШ)
- 2006 — Паулу Мендес да Роша (Бразилия)
- 2007 — Ричард Роджерс (Бөйөк Британия)
- 2008 — Жан Нувель (Франция)
- 2009 — Петер Цумтор (Швейцария)
- 2010 — Кадзуо Седзима һәм Рюэ Нисидзава (Япония)
- 2011 — Эдуарду Соуту де Моура (Португалия)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ (unspecified title)
- ↑ (unspecified title)
- ↑ (unspecified title)
- ↑ Japaner Arata Isozaki erhält Pritzker-Preis — 2019.