Ричард Мейер (ингл. Richard Meier, 12 октябрь 1934 йыл) — АҠШ архитекторы, Нью-Йорк авангардының алдынғы вәкиле, Притцкер премияһы лауреаты.

Мейер Ричард
Richard Meier
Ричард Мейер
Ричард Мейер
Төп мәғлүмәт
Тыуған көнө

12 октябрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1][2][3][…] (90 йәш)

Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары
Белем алған

Корнелл университетының архитектура, сәнғәт һәм планлаштырыу колледжы[d]
Колумбия урта мәктәбе[d]

-
 Ричард Мейер Викимилектә
Барселонала Хәҙерге заман сәнғәте музейы
Яңы Гармония, Индиана, АҠШ

Биографияһы

үҙгәртергә

Архитектура белемен Корнелл университетында ала. Архитектура-пуристарының «Нью-Йорк бишәүе» иҫәбенә инә, башҡаларҙан бигерәк пурист идеалдарына яҡынлаша. 1956—1963 йылдарҙа «Скидмор, Оуингс һәм Мэррилл», «Дэвис, Броди һәм Вишневски» һәм «Марсель Брейер энд Ассощиэйтс» фирмаларында эшләй. 1963 йылда Нью-Йоркта үҙ фирмаһын аса.

Архитекторҙың хрестоматиялы ҡоролмаларының береһе — Майндағы Франкфуртта Биҙәү-Ҡулланма сәнғәте музейы (1985), унда уның абстракт стиле иң ҙур өлгөрөүгә өлгәшә. Был ҡоролма 1990-сы йылдар архитектураһы үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Һуңғы проекттары араһында Гетти-үҙәге (1997) һәм Тыныслыҡ Алтары музейы (2006) билдәле.

Уның биналарында яһалма мөхит хаосына ҡаршы ҡуйылған тәртип һәм аныҡлыҡ метафораһы ҡулланыла. Мейер романтик моденизмы йүнәлешен (уны башлап ебәреүсеһе Ле Корбюзье булған) дауам иткән тип иҫәпләнә.

Ричард Мейерҙың эштәре

үҙгәртергә
  • Бодрумдағы йорттар, Бодрум, Төркиә, 2010—2014
  • Бөйөк Армия майҙаны, Бруклин, Нью-Йорк, 20032008
  • Ара Пачис Мюзем (Тыныслыҡ Алтары музейы), Рим, Италия, 2006
  • ECM City Tower, Прага, Чехия, 2004—2007
  • Сан-Хосе Сити Холл, Сан-Хосе, Калифорния, 2004—2007
  • Фәнни технологиялар институты бинаһы, Итака, Нью-Йорк, 2007
  • Фридер Бурда музейы, Баден Баден, Германия, 2004
  • Скрентон университеты, Connolly Hall, 2007
  • Юбилей сиркәүе, Рим, Италия, 2003
  • Сендра Окконор резиденцияһы, Феникс, Аризона, 2000
  • Камден медицина үҙәге, Сингапур, 1998
  • Гетти үҙәге, Лос-Анджелес, Калифорния, 1997
  • Рахоффски Хауз, Даллас, Техас, 1996
  • Телевидение һәм Радио музейы, Беверли Хиллз, Калифорния, 1996
  • Эдинбург паркы проекты, 1995
  • Хәҙерге заман сәнғәте музейы, Барселона, Испания, 1995
  • Сити Холл һәм Үҙәк Китапхана, Гаага, Нидерланд, 1995
  • Штадтхауз, Ульм, Германия, 1994
  • Даймлер-Крайслер үҙәге, Ульм, Германия, 1992
  • Юғары Сәнғәт музейы, Атланта, Джорджия, 1983
  • Хартфорд семинарияһы, Хартфорд, Коннектикут, 1981
  • Тикшеренеү үҙәге, Бронкс, Нью-Йорк, 1976
  • Дуглас Хауз, Харбор Спрингс, Мичиган, 1973
  • Смитс Хауз, Дариен, Коннектикут, 19651967

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Richard Meier // https://www.kulturarv.dk/kid/VisKunstner.do?kunstnerId=22595 (дат.)
  2. Richard Meier // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. Richard Meier // Encyclopædia Britannica (ингл.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә