Быҙаулыҡ өйәҙе
Быҙаулыҡ өйәҙе — 1781 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола.
Быҙаулыҡ өйәҙе
|
Административ үҙәге — Быҙаулыҡ ҡалаһы.
Тарих
үҙгәртергәӨйәҙгә Ырымбур провинцияһының көнбайыш өлөшө инә. 1796 йылдан Ырымбур губернаһы, 1851 йылдан — Һамар губернаһы составында. Административ үҙәге — Быҙаулыҡ ҡалаһы. 1919 йылда Быҙаулыҡ өйәҙе Йомран‑Табын улусы АСБР‑ҙың Туҡ-Соран кантоны составына инә. Өйәҙ 1920 йылда бөтөрөлә, территорияһының күпселек өлөшө Ырымбур губернаһы составына инә.
География
үҙгәртергәXVIII быуат аҙағында төньяҡта Боғорослан өйәҙе, көнсығышта Ырымбур өйәҙе, көньяҡта Кесе ҡаҙаҡ Йөҙө, көнбайышта Сергиевск өйәҙе менән сиктәш була. Майҙаны 23 772 км² (1897).
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда — 42074 кеше (шул иҫәптән башҡорттар — 1066), 1897 — 492952 (башҡорттар — 9887, мордвалар — 36502, немецтар — 3028, сыуаштар — 12556, татарҙар — 10404, урыҫтар — 409657 һәм башҡа), 1920 — 637,3 мең кеше. XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 471933 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 15635, дворяндар — 1227, сауҙагәрҙәр — 368 һәм башҡа; мосолмандар — 20799, православие динендәгеләр — 468024 (ш. иҫ. 6152 старообрядсы), протестанттар — 3010 һәм башҡалар.
Милләт | Халыҡ, кеш. | % |
---|---|---|
Башҡорттар | 9 887 | 2,01 |
Урыҫтар | 409 657 | 81,10 |
Татарҙар | 10 404 | 2,11 |
Немецтар | 3 028 | 0,61 |
Мордвалар | 36 502 | 7,40 |
Сыуаштар | 12 556 | 2,55 |
Бөтәһе | 492 952 | 100,00 |
Иҡтисад
үҙгәртергәИдара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, өйәҙҙә 9‑сы башҡорт кантоны ойошторола. 1811 йылда өйәҙҙә 166 торама пункт һәм алты ҡәлғә була. XIX быуат уртаһында башҡорттарҙың төп өлөшө 19 ауылда йәшәй. Ауыл хужалығы халыҡтың 77 проценты мәшғүл була. XX быуат башында араҡы, сөгөлдөр эшкәртеү, 2 он тартыу һәм 8 йылҡысылыҡ заводы эшләй. Йыл һайын 13 йәрминкә үткәрелә. XIX быуат 2‑се яртыһында өйәҙ аша Ырымбур тимер юлының бер өлөшө (Тростянка ауылы алып Яңы Сергиевский ауылы тиклем) үтә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Быҙаулыҡ өйәҙе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2022)