Полозков Иван Кузьмич

Полозков Иван Кузьмич (16 февраль 1935 йыл, Ефросимовка ауылы, Курск өлкәһе) — совет сәйәсмәне һәм дәүләт эшмәкәре.

Полозков Иван Кузьмич
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 16 февраль 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (89 йәш)
Тыуған урыны Ефросимовка[d], Солнцевский район[d], Курск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Уҡыу йорто Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитетының сәйәси бюроһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Колхозсы ғаиләһендә тыуа.

1957—1969 йылдарҙа Курск өлкәһе Солнцевский районында комсомол һәм партия эшендә була (эҙмә-эҙлекле: физик культура һәм спорт буйынса район комитеты рәйесе, район комсомол комитетының икенсе секретары, ВЛКСМ район комитетының беренсе секретары, район партия комитеты инструкторы, производство колхозы һәм совхоз идаралығының партия комитеты начальнигы урынбаҫары, район партия комитетының секретары, икенсе секретары.

1969—1972 йылдарҙа — Курск өлкә партия комитетының бүлек начальнигы урынбаҫары.

1972 йылда — Рыльский район башҡарма комитеты рәйесе.

1973 йылдан 1985 йылға тиклем КПСС Үҙәк Комитеты аппаратында эшләй.

1985 йылдың 3 июненән 1990 йылдың 25 июленә тиклем — КПСС-тың Краснодар өлкә комитетының беренсе секретары, шул уҡ ваҡытта, 1990 йылдың апреленән, — Краснодар өлкә халыҡ депутаттары советы рәйесе.

1990 йылдың 16 майынан 22 июненә тиклем РСФСР халыҡ депутаттарының беренсе съезында РСФСР Юғары Советы рәйесе вазифаһына дәғүә итә, консерватив (коммунистик) көстәрҙән төп кандидат була. Уға съездың либераль ҡанаты кандидаты итеп ҡаралған Борис Николаевич Ельцин ҡаршы сыға. Съезда тауыш биреүҙең ике туры Полозковҡа ла, Ельцинға ла еңеү килтермәй (һуңғыһы ике турҙа ла ҙур булмаған өҫтөнлөк менән алда бара). Бынан һуң коммунистар Полозков кандидатураһын А. В. Власовҡа алмаштыра, унан Ельцин, 4 тауышҡа күберәк йыйып, еңеүсе була. Һуңынан Иван Кузьмич үҙе хәтерләүенсә, «хәл иткес тауыш биреү алдынан Борис Николаевичты объектив рәүештә 120—130 тауыш менән уҙып бара инем. Шул саҡ мине Политбюроға саҡырҙылар һәм, йәнәһе, съездың бүленеүенә юл ҡуймаҫ өсөн, кандидатураны кире алырға бойорҙолар»[1].

1990 йылдың 22 июнендә яңы ойошторолған РСФСР Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары итеп һайлана. Был вазифала ул үҙен консерватив йүнәлештәге ҡаты сәйәсмән, Горбачевтың «перестройка» курсына һәм Ельцин реформаларына ҡаршы сығыусы итеп таныта.

КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1986—1991). КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы итеп һайлана (1990 йылдың 14 июле — 1991 йылдың 23 авгусы).

1991 йылдың 6 авгусында РСФСР Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты Пленумы И. К. Полозковтың уны БЕРЕНСЕ секретарь һәм РСФСР Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы вазифаһынан бушатыу тураһындағы үтенесен ҡәнәғәтләндерә; уның урынына В. А. Купцов[2] беренсе секретарь вазифаһына һайлана, ә Полозков үҙе күпмелер ваҡыт СССР ауыл хужалығы министры урынбаҫары вазифаһын биләй.

1989—1991 йылдарҙа — СССР-ҙың халыҡ депутаты. 1990—1993 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһының халыҡ депутаты.

Бер үк ваҡытта өс тапҡыр халыҡ депутаты — СССР-ҙың халыҡ депутаты, РСФСР-ҙың халыҡ депутаты һәм Краснодар крайының халыҡ депутаты була. Был хоҡуҡ боҙоу булғанға (ике субъекттан артыҡ халыҡ депутаты булыу рөхсәт ителмәй), СССР-ҙың халыҡ депутаты вазифаһынан китә.

Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы консультатив совет ағзаһы; Рәсәй милли иҡтисади именлек хеҙмәте кәңәшсеһе; Төбәк йәмәғәт ойошмаһы — «Общиналар ассоциацияһы» йәмәғәт берекмәләре союзы советы ағзаһы; Мәскәү [[мэр]ының 2008 йылдың 10 июнендәге указына ярашлы Мәскәү ҡалаһы йәмәғәт советының эшмәкәрлеген көйләү, этика һәм камиллаштырыу буйынса комиссия, Мәскәүҙә Курск общинаһы Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары булып тора.

Иван Кузьмич Полозков 1990 йылда СССР Министрҙар Советы ултырышында беренсе булып АНТ кооперативы мәсьәләһе буйынса сығыш яһай.

Белеме үҙгәртергә

  • 1965 йылда Бөтә Союз финанс-иҡтисад ситтән тороп уҡыу институтын тамамлай.
  • 1977 йыл— КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы ситтән тороп юғары партия мәктәбе.
  • 1980 йыл— КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһы (хәҙер РАГС).

Хобби үҙгәртергә

Шиғырҙар яҙа, пейзаж һынлы сәнғәт менән мауыға.[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ванденко Андрей. «ПАРТИЯ ЛЕНИНА, СИЛА НАРОДНАЯ…» «Новый взгляд». 1992. № 15 (апрель 1992). Дата обращения: 5 октябрь 2013.
  2. Политическое бюро ЦК КП РСФСР. Дата обращения: 27 март 2018. Архивировано 5 март 2017 года.
  3. Кашин О.В. Последний враг перестройки (5 ноябрь 2008). Дата обращения: 27 март 2018.

Һылтанмалар үҙгәртергә