Күкшик (тау)
Күкшик — тау. Көньяҡ Уралда, Башҡортостандың Салауат районы һәм Силәбе өлкәһе биләмәләрендә урынлашҡан.
Күкшик | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|
Урынлашҡан урыны
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһының Салауат районы һәм Силәбе өлкәһе Һатҡы районы буйлап һуҙылған. Территорияһы га. Салауат урман хужалығы биләмәһендә. Оҙонлоғо яҡынса (Башҡортостан Республикаһында) км, киңлеге яҡынса км), абсолют бейеклеге — 788 (836) м.
Күкшик тауы эргәһенән Өфө-Силәбе тимер юл магистрале үтә. Күкшик тауы Әй йылғаһы ағымы буйлап һуҙылған.
Күкшик исемле тимер юл станцияһына бик яҡын урынлашҡан, «ауып төшөргә тора» тиергә була.
Был урын — альпинистар, ҡаяларға үрмәләүселәрҙең «мәккәһе». Экстремаль спорт төрөн яратыусыларҙы һырт үҙе түгел, ә уның Әй йылғаһына яҡын бер урыны йәлеп итә. Был районда йылға ярында вертикаль рәүештә тотош һыҙат булы аҫылынып торған 90 метрлыҡ таҡта кеүек тигеҙ ҡаялар теҙелгән. Бында альпинистар ярыштары, шул иҫәптән Силәбе өлкәһенең альпинизм буйынса чемпионаттары үтә.
Яҡында урынлашҡан тау һырттары: Башташ, Һилейә (һырт), Ҡаратау.
Күкшик тауы «Янғантау» геопаркы зонаһы менән сиктәш.
Рельефы
үҙгәртергәКүкшик һырты буйлап боронғо тауъяһалыш процесына бәйле булған ер ҡабығының өҙөклө боҙолоу һыҙаты үтә. Шул боҙолоу һыҙатының бирге һәм арғы яғында протерозой ҡатламдары (ҡомташтар, кварциттар, һәүерташтар һәм эзбизташтар) күҙәтелә. Шулай уҡ был урында алюминий мәғдәне табыла.
Тау һыртынан алыҫ түгел Олөйөр йылғаһы аға. Һөҙәк битләүҙәрҙең аҫҡы өлөшө һөрөлгән, сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр итеп файҙаланыла. Тау итәгендә ауылдар урынлашҡан.
Ул уртаса бейеклектә, битләүҙәре һөҙәк, ҡатнаш урман, йышыраҡ шыршы һәм ҡайын, менән ҡапланған.
Ҡыш көндәре ныҡ көрт өйөлгәнлектән, тауға менеү күпкә ауырлаша.
Яҙ һәм йәй көндәре Күкшик — күп төрлө үлән баҫҡан һәм сәскә атыусы муйыл менән йүкә ағастарының баллы еҫенә тулышҡан ҡотло, мул уңышы менән һыйлаусы урын, бай табын төҫөн ала.
Бында урал тәбиғәтенә хас хайуандар — айыу, мышы, бүре, төлкө һәм һирәк осрай торған йәнлектәр тереклек итә.
Топонимикаһы
үҙгәртергәҠыуаҡандарҙың этник сығанаҡтарын өйрәнгәндә, күп кенә тикшеренеүселәр «аҡҡош» мәғәнәһендәге төрөк һүҙе «ку»ға айырым иғтибар биргән[1]. Ку (ҡыу) — Төньяҡ Алтайҙағы Аҡҡош йылғаһының боронғо төрөк атамаһы; ку-кши, куу-кижи — «Аҡҡош йылғаһы кешеләре» — Төньяҡ Алтайҙағы «аҡҡошлолар» йәиһә челканлыларҙың атамаһы. Куу һәм куулар ырыу төркөмдәре туваларҙа ла бар.
Түбәләҫтәр ҡасандыр Алтай яғынан күсеп килгән һәм халыҡ телендә хатта XIX быуатҡа тиклем унда ерҙәре булған, тип бәйән иткән риүәйәттәр йәшәгән.
Ҡыуаҡан башҡорттары риүәйәттәре Йүрүҙән үренә тәүгеләрҙән булып ике һунарсы егеттең килеүе тураһында һөйләй. Улар, ырыуҙаштарын күсереп килтерер өсөн, күңелдәренә ятҡан ер һайларға сыҡҡан була. Был урын уларға бик оҡшаған, һәм иң ҙур ике тауға улар Күкши-тау һәм Башыташ-тау тип исем биргәндәр. Башташ тауының иң бейек нөктәһен Түбәләҫтәр «Аҡҡашҡа» тип йөрөтәләр.
Атаманың килеп сығыуы буйынса тағы бер фараз бар: башҡорт телендәге «күк» һәм төрки телдәрҙә осраған кесерәйтеү-иркәләү ялғауы «чик» йә «шик» тигәне. Был һыртты ҡаҙаҡ һырты Күкшитау менән аҙаш тиергә була, башҡорттар был урынды «Кукши-тау» — «күк таш» тип атағандар. Был фараз бәхәсле, һәм дөрөҫлөккә тап килмәй һымаҡ[2].
Әҙәбиәттә
үҙгәртергә- Сафуан Әлибай. «Күкшик» шиғыры
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Башташ (бейек нөктәһе Аҡҡашҡа)
- Һилейә (һырт)
- Ҡаратау
- Һикеяҙ (Әй ҡушылдығы)
- Һикеяҙтамаҡ мәмерйәләр комплексы
- Башташ
Ваҡытлы матбуғатта
үҙгәртергә
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Күкшик тауы 2020 йыл 12 декабрь архивланған.
- Күкшик тауы картала
- Гора Кукшик
- Карта станции Кукшик 2020 йыл 14 декабрь архивланған.
- Һикеяҙтамаҡ мәмерйәләренә сәйәхәт
- Күкшик ҡаялары
- Тимер юл станциялары (ЮУЖД)
- С. Палластың сәйәхәте, XVIII быуат — Көҙәй, Ҡаратаулы, Мырҙалар, Тырнаҡлы, Түбәләҫ ерҙәре буйлап (Һикеяҙтамаҡ мәмерйәләре янынан) үткән 2020 йыл 30 ноябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ (Radloff, 1884, стр.211-212; Аристов, 1897, стр.5; Грумм-Гржимайло, 1926, стр. 209)
- ↑ http://naurale.com/items/1888/%D0%9A%D1%83%D0%BA%D1%88%D0%B8%D0%BA 2020 йыл 12 декабрь архивланған. Күкшик тауы