Олөйөр мәмерйәләр комплексы
Олөйөр мәмерйәләр комплексы — элек Түбәләҫ ырыуы башҡорттарына билдәле булған, әммә ғалимдар яңы иғтибар иткән мәмерйәләр комплексы, Әй ҡушылдығы Олөйөр йылғаһы тамағында урынлашҡан. Хәҙер Силәбе өлкәһе Һатҡы районына ҡараусы тарихи Башҡортостан ерҙәренең ҡабатланмаҫ ҡомартҡыһы.
Олөйөр мәмерйәләр комплексы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Әй йылғаһы үҙәнендә, уң яҡ ярында, Алексеевка ауылынан (Силәбе өлкәһе) алыҫ түгел. Һикеяҙтамаҡ мәмерйә комплексына ла яҡын урынлашҡан.
Силәбенән – 232 км, Өфөнән – 262 км, Һатҡынан – 42 км, Алексеевканан – 2,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Һатҡы — Тупһаларҙан Йөрәккүлгә • Межевой (Һатҡы районы) • Координаталары: 55°9′15″N 58°38′47″E
Тасуирламаһы һәм тарихы
үҙгәртергәОлөйөр мәмерйәләр комплексы үҙ эсенә 4 төркөм мәмерйәне индерә. Тарихи Башҡортостан биләмәһендә (хәҙер Силәбе өлкәһе Һатҡы районына ҡарай) Башҡортостан менән сигендә Олөйөр йылғаһы буйында урынлашҡан.
Олөйөр йылғаһының текә ҡаялы ярҙарын йырғыслаған мәмерйәләр комплексы үҙ эсенә индивидуаль спелеоархеологик һәм палеонтологик үҙенсәлектәр һыйҙырған 140-тан артыҡ мәмерйәләре менән бер нисә система эсендәге системаға бүленә.
I Олөйөр мәмерйәләр комплексы 1996 йылда ныҡлап өйрәнелә башлаған. Ул Олөйөр йылғаһының ағымы буйлап 1,375 километр юғарыраҡ урынлашҡан. Комплекс ун мәмерйәгә бүленә, шуның 5-һе император Николай II-нең ҡорбан ителгән балалары — Анастасия, Мария, Алексей, Татьяна һәм Ольга иҫтәлегенә улар исеме менән аталған. Иң һуңғыһы, Күгәрсенле тип аталғаны, 35 метр бейеклектә киң таш майҙансыҡта урынлашҡан. Ошо урындан көмөш таҫмалай ағып ятҡан Олөйөр йылғаһының иҫ киткес матур күренеше асыла. Ғалимдар был урында боронғо кеше йәшәгәненә ышана, шулай уҡ бында дошмандарҙан да, йыртҡыстарҙан да йәшеренеү мөмкинлеге булған.
II Олөйөр мәмерйәләр комплексы 1997 йылда асыла. I комплекстан 0,5 километр үрҙәрәк урынлашҡан. Бында 12 мәмерйә, улар араһында — Бүре Өңө, Йәшерен мәғәрә, Тауис күҙе мәмерйәһе (пещера Павлиний Глаз). Тау массивы эсенә 300 метр тәрәнлектәге Ағалы-энеле Фёдоровтар мәмерйәһе, һөҙөмтәлә иркен таш залға алып килә, иҙәнен боҙ сталагмиттар ҡаплаған, ә мөйөштәрендә йәнлек ятҡылыҡтарына барып төртөләһең. Төрбә (Келья) мәмерйәһе сводында ҙур булмаған йырығы отверстие менән ҡыҙыҡлы, унан йылы ҡояш нурҙары үтеп инә. Иң матуры — Олөйөр үтәнән-түтә мәмерйәһе, ҡараңғы еүеш бормалы лабиринттарҙа аҙашып йөрөгәндән һуң, иркен мәғәрәгә алып сыға, һәм Олөйөр йылғаһы үҙенең сираттағы күҙ яуын алырлыҡ ракурсында күренә.
III Олөйөр мәмерйәләр комплексы 2000 йылда Олөйөрҙөң һул ярында Павлова Лука янында асыла. Комплексҡа 4 мәмерйә һәм 1 карст арҡа ҡарай. Уның территорияһында неолит һәм голоцен осорҙары минералдары ҡатламдары табыла. Комплекс донъяны фәнни таныу рекреацион әһәмиәткә эйә объект тип таныла.
IV Олөйөр мәмерйәләр комплексы 2004 йылда Олөйөрҙөң һул ярында, Башҡортостан сигенән йыраҡ түгел Крутой Лука эргәһендә асыла. 4 мәмерйәнән тора. Шуларҙың күберәк билдәлеләре — Хомутинино-Олөйөр һәм Боронғо Оя (Логово). Бында плейстоцен һәм голоцен дәүеренән һаҡланып ҡалған минералдар табыла.
Шулай уҡ объекттарҙа даими рәүештә экскурсиялар үткәрелә.
Һәр комплексты тәүге асыусы ғалим Владимир Иванович Юрин — спелеоархеолог, Силәбелә тыуып үҫкән. Ул шулай уҡ бик ҙур Һикеяҙтамаҡ комплексын да асты.
Сыбаркүл-Олөйөр мәмерйәһе 2009 йылда Юрин 1-се һанлы Сыбаркүл балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән 75,5 метр оҙонлоғондағы сираттағы тоннелде ҡаҙа. Бында улар яҡынса урта быуаттар осорона ҡараған ат теҙгенен, шулай уҡ, мәмерйә бүреһе кеүек, юҡҡа сыҡҡан хайуандарҙың һөйәк фрагменттарын тапты.
Шулай уҡ Олөйөр йылғаһының яр буйы ҡаяларында иғтибарға лайыҡ тағы бер мәмерйә — П. С. Паллас исемендәге мәмерйә бар. Олөйөр мәмерйәһе эсендә ғалимдар өҫтә генә ятҡан мамонт фаунаһы хайуандарының һөлдәләрен таба.
Тарихи әһәмиәте тыш, резерв үҙенсәлекле тәбиғәт территорияһы булып тора, унда һирәк осрай торған ҡоштар һәм хайуандар иҫәбен алып барыуҙы тормошҡа ашырыу экологик талаптарға тап килә.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Һикеяҙтамак мәмерйә комплексы һәм Олөйөр мәмерйәләр комплексы — был һирәк күренеш, донъя практикаһында уның аналогтары юҡ. Бында музей ойоштороу отошло: унда күркәм тәбиғәт ландшафты, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, боронғо кеше эҙҙәре — барыһы ла бар.
Һәр ҡая һәм бер нисә йәнәш ҡая айырым мәмерйә комплексын тәшкил итә. Һикеяҙтамаҡ мәмерйәләр комплексы, Олөйөр мәмерйәләр комплексы.
Был комплекстарҙан айырым үҙәк залы 15 метр бейеклеге тәшкил итеүсе ҙур Лаҡлы мәмерйәһе урынлашҡан.
Олөйөр тамағындағы элекке башҡорт ауылдары
үҙгәртергәҠыуаҡандарҙың Түбәләҫ ырыуы биләмәләре хәҙерге Һилейә (ҡасаба)һынан алып көнбайышҡа Йүрүҙән йылғаһына тиклем һуҙылған. Көньяҡ-көнсығышта Һатҡы-ҡыуаҡан ырыуҙары, төньяҡ-көнсығышта Әйле ырыуы (хәҙерге Әйле, Ҡолбаҡ ауылдары) биләгән ерҙәргә тиклем, төньяҡтан Тырнаҡлы һәм Ҡаратаулы башҡорттары ере менән сикләнгән. Көнбайыштан Ҡыр-Көҙәй ырыуы (Яхъя, Мусабай, Миндеш ауылдары), көньяҡ-көнбайышта Төркмән-Көҙәй ырыуы (хәҙерге Йүрүҙән, Ҡытау-Ивановск йәки Катав-Ивановск, Ҡытаутамаҡ йәки Усть-Катав) ерҙәре менән сикләнгән. Түбәләҫ ырыуы ерҙәре үҙенең йәмлелеге, байлығы менән күсмә халыҡты арбаған, йәлеп иткән. Мал йөрөтөү өсөн яландар йәйрәп ята, урмандары төрлө йәнлектәргә, һунар ҡоштарына бай, бал ҡорттары солоҡтарға бал йыя. Әй, Йүрүҙән, Зилға (Йүрүҙән ҡушылдығы), Олөйөр йылғаларында мыжғып балыҡ үрсей.
Ҡыуаҡан ерҙәре үҙенең мәғдән байлыҡтары менән рус промышленниктарын йәлеп итә. «Түбәләҫ ерҙәрен Белорет заводы хужалары Твердышев һәм Мясниковҡа һатыу тураһындағы документҡа 21 кеше ҡул ҡуйған: Түбәләҫ улусы старшинаһы Иштуған Мишәров исеменән Таҡый Мишәров, йөҙ башы Булат Илтебаев һ. б. Ошо биләмәләрҙе „һатып“ алған өсөн завод хужалары 100 һум аҡса биргән. Күреүебеҙсә, Түбәләҫ ырыуы ерҙәренең яртыһынан күберәген урыҫтар „законлаштырып“ тартып алған. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорттарҙың көтөүлектәре кәмей, халыҡ бөлгөнлөккә төшә»[1].
1770 йылдың 27 майында Петер Симон Паллас Олөйөр йылғаһының Әйгә ҡойған ерендә урынлашҡан Биктуған (Салауат районы) тигән башҡорт ауылы йәнәшенән үткән. «Әй янындағы Олөйөр (йылға) ҡултығында Биктуған ауылының ҡайһы бер башҡорттары бик күп селитралы ер алалар һәм унан дары яһайҙар. Ләкин уларҙың береһе лә был ерҙе күрһәтергә теләмәне» тип яҙған ул[2]. Башҡорттар селитра һәм көкөрт тупланмаларын Һикияҙтамаҡ мәмерйәләрҙән алған да инде.
«П.- С. Паллас әйтеп үткән селитра табыу һәм дары эшләү факты үҙе үк көкөрттөң дә сығарылыуы хаҡында раҫлай. Сөнки дарыны көкөртһөҙ эшләп булмай. Биктуған ауылы тирә-яғы саф көкөрт ятҡылыҡтарына мул булғандыр. Көкөрт бында эзбиз таштарҙа һәм гипстарҙа, айырыуса улар эргәләш ятҡан урындарҙа осрай. Ҙур ятҡылыҡтар унда юҡ, әммә XVIII быуатта башҡорттар бында үҙҙәренә дары яһау өсөн етерлек көкөрт сығарғандар, әлбиттә… Шулай итеп, Һикеяҙ тамағындағы мәмерйә селитраһын башҡорттарҙың фәҡәт дары өсөн ҡулланыуҙарына шик булырға мөмкин түгел. Бында дарыны 1736—1740 йылдарҙағы ихтилал ваҡытында етештереүҙәре лә, бәлки, иртәрәк файҙалана башлауҙары ла ихтимал»-, тип яҙған беҙҙең ата-бабалар тураһында Диҡҡәт Бураҡаев[3].
1740 йылдағы ихтилалдан һуң яндырылған ауылдар араһында Мишәр ауылы булһа, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышынан һуң Биктуған ауылы ла яндырылған.
П.-С. Паллас күргән саҡта Тирмән (Салауат районы) ауылы Йосоп ауылы тип аталған була.
Нисек кенә булһа ла, Ҡыуаҡанға ҡараған Ҡырғөйлө һәм Түбәләҫ ырыуҙары Йүрүҙән һәм Әй йылғаларының урта ағымында сағыштырмаса компакт ултырып йәшәүен дауам иткән. Түбәләҫ ырыуы өлөшләтә Әйле ерҙәрендә ултырғанлыҡтан, XVIII быуаттың күп кенә исемлектәрендә уларҙы Әйле ырыуҙарына индереп ебәргәндәр. Хатта ғалимдар Тажетдин Ялсығол да, Әхмәтзәки Вәлиди ҙә Түбәләҫтәрҙе, ошо мәғлүмәттәргә таянған өсөндөр, Әйле ырыуҙар берләшмәһенә ҡарай, тип яҙғандар.
Хәҙер Түбәләҫ ырыуының күпселек өлөшө Силәбе өлкәһенә инә, тик 10-15 проценты ғына аҫабалар ҡулында ҡалған. «Яңы асылған» мәмерйәләрҙең һәр һәр ташының һәм мәғәрәһенең башҡортса исеме булғандыр. Онотолған инде ул атамалар. Һуғыш, түңкәрелеш, репрессиялар баҫымы аҫтында тормош көтөргә тура килгән халыҡтың ер-һыу атамаһын һаҡларлыҡ дәрт-дарманы булмағандыр, тип фаразларға тура килә.
Мәмерйә комплексын барып күреү
үҙгәртергәОлөйөр мәмерйә комплексына халыҡ аҙ йөрөй. Махсус ойошторолған экскурсиялар ваҡытында мәмерйәләрҙе тулыһынса ҡарап сығып була. II Олөйөр мәмерйәләр комплексы, махсус кейемдәр һәм алдан ҙур ғына әҙерлек кәрәкмәләнлектән, халыҡҡа барыу өсөн уңайлы ла, ҡыҙыҡ та була бара. Мәмерйәләргә барып етер өсөн, текә артылыштарҙы еңергә, бик матур урманда йөрөргә һәм йылғаны кисеп сығырға кәрәк. Шунан һуң юғарырға үрмәләргә тура килә. Кардиокүнекмә һәм барлыҡ мускул төркөмдәренә лә бик шәп физик йөк.
Олөйөр мәмерйәләр комплексын барып күреү өсөн, Өфөнән йә Силәбенән М5 трассаһы буйынса Златоустҡа йүнәләбеҙ, Һатҡыны үткәс, Межевой ҡасабаһына юл тотабыҙ. Алексеевка ауылына барабыҙ.
Әй йылғаһы ағымы буйынса яҡынса 1 км үткәс, Олөйөр тамағына етәбеҙ. Автомобилде Әй йылғаһы ярында ҡалдырыу яҡшыраҡ, ҡалған юлды йәйәү үтергә кәрәк. Сөнки бында юл насар, төрлө соҡор һәм рытвиналар, текә төшөү һәм үрмәләү урындары бик уңайһыҙ. Олөйөр мәмерйәләр комплексы йылға тамағынан һыу ағымы буйлап 1,5 километр юғарыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Силәбе мәҙәниәт министрлығы. Олөйөр мәмерйә комплексы 2020 йыл 12 ғинуар архивланған.
- Һикияҙтамаҡ мәмерйә комплексы 2020 йыл 28 ноябрь архивланған.
- С. Палластың сәйәхәте, XVIII быуат — Көҙәй, Ҡаратаулы, Мырҙалар, Тырнаҡлы, Түбәләҫ ерҙәре буйлап (Һикеяҙтамаҡ мәмерйәләре янынан) үткән 2020 йыл 30 ноябрь архивланған.
- Олөйөр мәмерйәләре
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Шәмсетдинов Я.М. Ырыуым — Түбәләҫ // Ағиҙел, 2002, 2-се һан, 172-178 бб.