Һикеяҙтамаҡ мәмерйәләре

мәмерйә комплексы, Әй ҡушылдығы Һикияҙ йылғаһы тамағында урынлашҡан

Һикеяҙтамак — мәмерйә комплексы, Әй ҡушылдығы Һикеяҙ йылғаһы тамағында урынлашҡан. Хәҙер Силәбе өлкәһе Һатҡы районына ҡараусы тарихи Башҡортостан ерҙәренең ҡабатланмаҫ ҡомартҡыһы. Әй йылғаһы үҙәнендә, уң яҡ ярында, Һикияҙтамаҡ ауылынан алыҫ түгел. Һикияҙтамаҡ мәмерйә комплексы Һатҡы ҡалаһынан 36 км алыҫлыҡта урынлашҡан; иң яҡын тораҡ пункт — Алексеевка ауылы (Силәбе өлкәһе). 1995 йылдың авгусында силәбе спелеолог-археологтары (С. М. Баранов, В И. Юрин) төркөмө өйрәнгән.

Һикеяҙтамаҡ мәмерйәләре
Дәүләт  Рәсәй
Карта

Вид со скал Сикияз-Тамака
Һикияҙтамаҡ ҡаяларынан күренеш
Пещера в Сикияз-Тамаке
Һикеяҙтамаҡ мәмерйәһе

Һикеяҙтамаҡта бөтә тарихи дәүерҙәрҙең: палеолит, мезолит, неолит, энеолит, бронза һәм тимер быуаты археологик материалдары табылған, тәүге тапҡыр яҡшы һаҡланып ҡалған ағас әйберҙәр осрай, бында мәмерйә кешеһе ерләнгән ҡәберҙәр табыла. Мәмерйәләрҙә көмөш һәм бронза әйберҙәр табыла.

Һикеяҙтамаҡ мәмерйә комплексы, күрәһең, боронғо кешеләрҙең торлағы ғына булып хеҙмәт итмәгән, шулай уҡ ғибәҙәт йолаларын атҡарыу урыны һәм вафат булған туғандарын ерләү урыны булып та хеҙмәт иткән. Бында көршәк яһау һәм металл эшкәртеү һөнәрселек үҙәге булғанлығы ла раҫланасаҡ. Моғайын, бында һунар лагары ла булған.

Пещера в Сикияз-Тамаке
Һикеяҙтамаҡ мәмерйәһе
Пещера в Сикияз-Тамаке
Һикеяҙтамаҡ мәмерйәһе

Тарихи әһәмиәте тыш, резерв үҙенсәлекле тәбиғәт территорияһы булып тора, унда һирәк осрай торған ҡоштар һәм хайуандар иҫәбен алып барыуҙы тормош рәүеше юғарыраҡ була һәм, улар экологик талаптарға тап килә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Һикеяҙтамак мәмерйә комплексы — был һирәк күренеш, донъя практикаһында уның аналогтары юҡ. Бында музей ойоштороу отошло: унда күркәм тәбиғәт ландшафты, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, боронғо кеше эҙҙәре — барыһы бер урында. Был ҙурлығы һәм формаһы буйынса төрлө 42 карст бушлыҡтарҙы һыйҙырған компакт урынлашҡан ғәжәйеп комплекс. Улар араһында мәмерйәләр һәм мәғәрәләр, ҡая түбәлектәре навесы, карст аркалар һәм карст күперҙәр, күмелгән һәм ярым күмелгән мәмерйәләр. Ғалимдар бындай ер аҫты ҡыуышлыҡтарының йыйылмаһын карст феномены (карст — тау тоҡомдарын һыу иреткәндән барлыҡҡа килә) тип атай. Был феноменаль күренештең ике төрлө ғилми аңлатмаһы бар: һыу ағымының хәрәкәте һәм еңел иреүсән тоҡом. Һикеяҙтамаҡтың бөтә ҡаялары ла эзбизташлы, ә бындай ташты һыу барыбер … йөҙ мең йылдар дауамында аҫтан ашаясаҡ. Һәр ҡая һәм бер нисә йәнәш ҡаялар айырым мәмерйә комплексын тәшкил итә. Барлығы алты: Һикеяҙтамаҡ, ике Олөйөр (Әй ҡушылдығы — Олөйөрҙәге ҡаяларҙа), Муйылды (Черемуховый), Еланинский һәм Математический. Был комплекстарҙан айырым үҙәк залы 15 метр бейеклеге тәшкил итеүсе ҙур Лаҡлы мәмерйәһе урынлашҡан.

Юҡҡа сыҡҡан башҡорт ауылдары

үҙгәртергә

Ҡыуаҡандарҙың Түбәләҫ ырыуы биләмәләре хәҙерге Һилейә (ҡасаба)нән алып көнбайышҡа Йүрүҙән йылғаһына тиклем һуҙылған. Көньяҡ-көнсығышта Һатҡы-ҡыуаҡан ырыуҙары, төньяҡ-көнсығышта Әйле ырыуы (хәҙерге Әйле, Ҡолбаҡ ауылдары) биләгән ерҙәргә тиклем, төньяҡтан Тырнаҡлы һәм Ҡаратаулы башҡорттары ере менән сикләнгән. Көнбайыштан Ҡыр-Көҙәй ырыуы (Яхъя, Мусабай, Миндеш ауылдары), көньяҡ-көнбайышта Төркмән-Көҙәй ырыуы (хәҙерге Йүрүҙән, Оло Ҡытау йәки Катав-Ивановск, Ҡытаутамаҡ йәки Усть-Катав) ерҙәре менән сикләнгән. Түбәләҫ ырыуы ерҙәре үҙенең йәмлелеге, байлығы менән күсмә халыҡты арбаған, йәлеп иткән. Мал йөрөтөү өсөн яландар йәйрәп ята, урмандары төрлө йәнлектәргә, һунар ҡоштарына бай, бал ҡорттары солоҡтарға бал йыя. Әй, Йүрүҙән, Зилға (Йүрүҙән ҡушылдығы), Олөйөр йылғаларында мыжғып балыҡ үрсегән.

Ҡыуаҡан ерҙәре үҙенең мәғдән байлыҡтары менән рус промышленниктарын йәлеп иткән. «Түбәләҫ ерҙәрен Белорет заводы хужалары Твердышев һәм Мясниковҡа һатыу тураһындағы документҡа 21 кеше ҡул ҡуйған: Түбәләҫ улусы старшинаһы Иштуған Мишәров исеменән Таҡый Мишәров, йөҙ башы Булат Илтебаев һ. б. Ошо биләмәләрҙе „һатып“ алған өсөн завод хужалары 100 һум аҡса биргән. Күреүебеҙсә, Түбәләҫ ырыуы ерҙәренең яртыһынан күберәген урыҫтар „законлаштырып“ тартып алған. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорттарҙың көтөүлектәре кәмей, халыҡ бөлгөнлөккә төшә»[1].

Хәҙер Түбәләҫ ырыуы ерҙәренең күпселек өлөшө Силәбе өлкәһенә инә, тик 10-15 проценты ғына аҫабалар ҡулында ҡалған.

1770 йылдың 27 майында Паллас Саған (Шахан) йылғаһының Әйгә ҡойған ерендә урынлашҡан Биктуған тигән башҡорт ауылына яҡын ғына үткән. «Әй янындағы Олойөр (йылға) ҡултығында Биктуған ауылының ҡайһы бер башҡорттары бик күп селитралы ер алалар һәм унан дары яһайҙар. Ләкин уларҙың береһе лә был ерҙе күрһәтергә теләмәне» тип яҙған ул[2]. Башҡорттар селитра һәм көкөрт тупланмаларын Һикияҙтамаҡ мәмерйәләрҙән алған да инде.

«П.- С. Паллас әйтеп үткән селитра табыу һәм дары эшләү факты үҙе үк көкөрттөң дә сығарылыуы хаҡында раҫлай. Сөнки дарыны көкөртһөҙ эшләп булмай. Биктуған ауылы тирә-яғы саф көкөрт ятҡылыҡтарына мул булғандыр. Көкөрт бында эзбиз таштарҙа һәм гипстарҙа, айырыуса улар эргәләш ятҡан урындарҙа осрай. Ҙур ятҡылыҡтар унда юҡ, әммә XVIII быуатта башҡорттар бында үҙҙәренә дары яһау өсөн етерлек көкөрт сығарғандар, әлбиттә… Шулай итеп, Һикеяҙ тамағындағы мәмерйә селитраһын башҡорттарҙың фәҡәт дары өсөн ҡулланыуҙарына шик булырға мөмкин түгел. Бында дарыны 1736—1740 йылдарҙағы ихтилал ваҡытында етештереүҙәре лә, бәлки, иртәрәк файҙалана башлауҙары ла ихтимал»-, тип яҙған беҙҙең ата-бабалар тураһында Диҡҡәт Бураҡаев[3]. 1740 йылдағы ихтилалдан һуң яндырылған ауылдар араһында Мишәр ауылы булһа, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышынан һуң Биктуған ауылы ла яндырылған.

Нисек кенә булһа ла, Ҡыуаҡанға ҡараған Ҡырғөйлө һәм Түбәләҫ ырыуҙары Йүрүҙән һәм Әй йылғаларының урта ағымында сағыштырмаса компакт ултырып йәшәүен дауам иткән. Түбәләҫ ырыуы өлөшләтә Әйле ерҙәрендә ултырғанлыҡтан, XVIII быуаттың күп кенә исемлектәрендә уларҙы Әйле ырыуҙарына индереп ебәргәндәр. Хатта ғалимдар Тажетдин Ялсығол да, Әхмәтзәки Вәлиди ҙә Түбәләҫтәрҙе, ошо мәғлүмәттәргә таянған өсөндөр, Әйле ырыуҙар берләшмәһенә ҡарай, тип яҙғандар.

Һикеяҙтамаҡ ауылының юҡҡа сығыуы һәм тергеҙелеүе

үҙгәртергә

Революцияға тиклем йәшәгән боронғо солоҡсолар ауылы Һикеяҙтамаҡ һуңғы йылдарҙа юҡҡа сыға бара ине. 1926 йылғы йәниҫәп буйынса Һикияҙтамаҡ ауылында 484 кеше, 1956 й. — 226, 1970 й. — 121 йәшәгән булһа, 1983 й. — һигеҙ кеше, 1995 й. — бер ҡарт ҡала, һәм ул да вафат була. Ауыл юҡҡа сыға, тимәк, уны Силәбе өлкәһе картаһынан юйырға ғына ҡала. Ләкин 1990-сы йылдарҙа бында археологтар килә, һәм бөтә донъя Һикеяҙтамаҡ мәмерйә комплексы тураһында ишетә. Ауыл яйлап тергеҙелә. Башта унда дачниктар, артабан даими йәшәүселәр нигеҙләнә. Заманса тормош башлана.

1999 йылда Силәбе өлкәһе закондар сығарыу йыйылышы Һикеяҙтамаҡ мәмерйә комплексын тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы тип иғлан итте. Силәбе өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы базаһында Һикеяҙтамаҡ музейы асылған.

Төп килеүселәр — йәйәүле туристар һәм Әй йылғаһы буйлап ағып төшөүселәр. Мәмерйәләрҙе ҡарау махсус әҙерлек һәм ҡорамалдар талап итмәй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым — Түбәләҫ // Ағиҙел, 2002, 2-се һан, 172—178 бб.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым -Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һаны, 172—178 бб.
  2. Паллас П.-С. Путешествие по разным провинциям Российской империи. I_III ч. С.-П., 1773—1788
  3. Диҡҡәт Бураҡаев. Боронғо башҡорттарҙа дары яһау